Срабионов йорто
Срабионов йорто («Петроград» ҡунаҡханаһы) — Дондағы Ростовта 1910-сы йылдарҙа архитектор А. Х. Зәкиев проекты буйынса төҙөлгән бина. Башта ул С. Д. Срабионов йорто була, унда «Петроград» ҡунаҡханаһы урынлашҡан була. 1925 йыл мәғлүмәттәре буйынса, был «Деловой двор» ҡунаҡханаһы була. 1940 йылдан бирле ҡунаҡхана «Дон»[1] исемен йөрөтә. Әлеге ваҡытта бинаны Ун бишенсе арбитраж апелляция суды[2] биләй. 2009—2013 йылдарҙа был бинала капиталь ремонт үткәрелә[3]. Срабионов йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[4] статусына эйә.
Иҫтәлекле урын | |
Срабионов йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, Гәзит тыҡрығы, 34/70 |
Проект авторы | Зәкиев Арутюн Христофорович |
Срабионов йорто Викимилектә |
Архитектураһы
үҙгәртергәСрабионов йорто Темерницкая урамы һәм Гәзит тыҡрығы сатында урынлашҡан. Урамға ҡараған фасадтары симметрик композициялы. Фасадтарҙың мөйөш өлөштәре эркерлы сығынтылары менән иғтибарҙы йәлеп итеп торалар. Фасадтың үҙәк өлөшөндәге сығынтыһы аркалы конфигурациялы аттик (кәрниз өҫтөндәге биҙәкле стенка) менән тамамлана. Мөйөштәрҙәге сығынтылар сәскә тажы һәм япраҡтар рәүешендәге орнаменттар, декоратив вазалы һәм шарҙар ҡуйылған тумбалар, сәскә орнаменттары менән биҙәлгән аттик менән тамамлана. Фасадтарҙың архитектура-художестволы йөҙөн формалаштырыуҙа формаһы буйынса төрлө балкондарҙың (тура мөйөшлө һәм ярым түңәрәк) роле ҙур. Фасадтар һылап яһалған биҙәктәр һәм декоратив штукатурка менән биҙәлгән. Бинаның парад ишеге арка рәүешендә эшләнгән һәм Гәзит тыҡрығы яғынан урынлашҡан. Ул ҡатын-ҡыҙ маскаһы һәм тәбиғи булмаған хайуан рельефы менән биҙәлгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 139. — ISBN 5-8456-0489-3.
- ↑ Схема расположения здания суда . Официальный сайт Пятнадцатого арбитражного апелляционного суда. Дата обращения: 15 октябрь 2013. 2014 йыл 15 апрель архивланған.
- ↑ Справка о выданных разрешениях на строительство по объектам капитального строительства в г.Ростове-на-Дону в III квартале 2012г. rostov-gorod.ru. Дата обращения: 15 октябрь 2013.
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 14 октябрь 2013.