Спетиҙа Ҡотҡарыусы Ғайса сиркәүе

Спетиҙа Ҡотҡарыусы Ғайса сиркәүе (грузин: სპეთის მაცხოვრის სახელობის ეკლესია), көнбайыш Грузияла Имерети төбәгендәге урта быуат грузин православ сиркәүе. Сиркәү Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән.[1]

Спетиҙа Ҡотҡарыусы Ғайса сиркәүе
Нигеҙләү датаһы XI быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Спетиҙа Ҡотҡарыусы Ғайса сиркәүе Викимилектә

Ҡотҡарыусы Ғайса сиркәүе Квирила йылғаһы үҙәнендәге Квирике тауының түбәһендә Спети ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан. Имерети төбәгенең Бахере ҡалаһынан көнсығышҡа ҡарай 16 саҡрым алыҫлыҡта ята. Сиркәү шулай уҡ Ҡотҡарыусы Ҡайса Пәйғәмбәр сиркәүе булараҡ билдәле, шуға күрә ҡалала шул уҡ исемле һуңғы урта быуат сиркәүе лә бар[2]. 1920 йылда ошо төбәкте өйрәнеүсе Эквтиме Такаишвили сиркәүҙең ярым емерек хәлдә булыуын билдәләй[3]. Сиркәү 1938 йылда байтаҡ йүнәтелә[4].

Архитектураһы

үҙгәртергә
 
Иконостастың алғы өлөшөндә тәре һәм болан мөгөҙө. 1898 йылда баҫылған.

Сиркәү эре ҡомташ плиталарҙан төҙөлгән. Был ҙур булмаған сиркәү тышҡы тура мөйөштә урынлашҡан ярым түңәрәк абцисс менән. Сиркәүҙең көньяҡ һәм көнбайыш фасадында ҡапҡаһы бар. Бер тәҙрәһе көнбайыш яҡҡа, икенсеһе көньяҡ яҡҡа ҡарай, тәҙрәнең семәрле биҙәктәре зыян күргән. Көнсығыш тәҙрәнең ике яғында урта быуат алфавиты менән яҙылған саҡ беленерлек кенән яҙыуҙар бар.[5]

Сиркәү өс арка ярҙамында торған көмбәҙ менән ҡапланған. Бейек иконостасын һаҡлау маҡсатында Тбилисиҙағы Милли музейға алғандар. Иконостасы үлән орнаменты менән биҙәлгән, әммә дымлылыҡ арҡаһында уның төҫө юҡҡа сыҡҡан. Ҡапҡа алдында тура мөйөшлө таш пьедестал өҫтөндә ҙур ағас тәре урынлашҡан, ул ҡасандыр көмөш япраҡтар менән ҡапланған булған. Сиркәү күп һунарсыларҙың хөрмәт итеү урыны булған, бинала шуға күрә күп болан мөгөҙҙәре ҡуйылған[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 25 July 2019.
  2. Andguladze, N. (1985). "სპეთი [Speti]". ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. IX [Georgian Soviet Encyclopaedia] (Gürcüce). Tbilisi. s. 509.
  3. Taqaishvili, Ekvtime (1936). "Four Basilican Churches of the Qvirila valley". Georgica. 1 (2-3), s. 164-168.
  4. Andguladze, N. (1985). "სპეთი [Speti]". ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. IX [Georgian Soviet Encyclopaedia] (Gürcüce). Tbilisi. s. 509.
  5. Taqaishvili, Ekvtime (1936). "Four Basilican Churches of the Qvirila valley". Georgica. 1 (2-3), s. 164-168.
  6. Taqaishvili, Ekvtime (1936). "Four Basilican Churches of the Qvirila valley". Georgica. 1 (2-3), s. 164-168.