София Венгерская (мадьярса  Zsófia) ― венгр короле Бела Икенсенең ике ҡыҙының олоһо. Ул Конрад Өсөнсөнөң улы Генрих Беренгар менән йәрәшелгән була. Австрияның Адмонт бенедикт аббатлығында монахиня булып вафат була.

София Венгерская
мадьярса  Zsófia
 
Дине: Католик сиркәүе
Тыуған: 3 ноябрь 1136({{padleft:1136|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1]
билдәһеҙ
Үлгән: иртәрәк1161
Адмонт[d], Лицен[d], Штирия[d]
Нәҫел: Арпадтар
Атаһы: Бела II
Әсәһе: Илона Сербская

Биографияһы

үҙгәртергә

София, Бела II менән Илона Сербскаяның тәүге ҡыҙы булып, 1135 йылдар тирәһендә тыуа[2]. Тәүге тапҡыр 1139 йыл хроникаһында, атаһы уны король Конрад III (1138―1152 йылдарҙа хакимлыҡ итә) улы Генрих менән йәрәшкәндә телгә алына. Ошонан һуң күп тә үтмәй, София Венгриянан Изге Рим империяһына юллана, күрәһең, унда ул немец телен һәм никахҡа инеү өсөн һарай ғәҙәттәрен өйрәнгән[3]. Әммә тиҙҙән Генрих вафат була һәм уларҙың никахы тормошҡа ашмай ҡала[2].

Атаһы, Һуҡыр Бела, 1141 йылда вафат була һәм артабанғы йылдарҙа уның вариҫы Геза II менән Конрадом III араһындағы мөнәсәбәттәр киҫкенләшә. 1140 йылдар уртаһында Конрад хатта бер ни тиклем ваҡыт власть өсөн көрәштә көнрәкше һәм Внгрия тәхетенә дәғүә итеүсе Борис Коломановичты яҡлай. Был көсөргәнеште хәл-торошта София менән Генрих араһындағы никах пландары тормошҡа ашырылмай. Шуға ҡарамаҫтан, София немец короллегендә була һәм артабанғы бер нисә йылда ла шунда йәшәй. Артабан ул Австриялағы Адмонт монастыренә монахиня булып китә[3].

Герборд Михельсбергский һүҙҙәренә ҡарағанда, ул 1159 йылда Софияға бер хат яҙа. Был ваҡытта, никахы тарҡаплғандан һуң, ул Адмонт монастырендә йәшәгән була. Конрад III уны Венгриянан киткәс үк, Генрихтың өйләнергә йәше еткәнсе тип, аббатлыҡҡа тәрбиәләнергә ебәрә. Никахтың бер ваҡытта ла тормошҡа ашмаясағы асыҡланғас, Софияның ағаһы уны ҡабат Венгрияға ҡайтарыу маҡсатында Адмонтҡа илселәр ебәрә. Әммә София үҙе ҡайтырға теләмәй һәм монастырҙә монахиня булып ҡала. Геза Австрияға армия ебәреп, уны көс менән алыу тураһында план ҡора. Шулай ҙа һуңыраҡ, уны ҡайтарыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн дипломатик миссия ебәрәргә ҡарар итә. Адмонт аббаты Софияны һайлау алдына ҡуя: ҡайтырға йәки ҡайтырға. Ҡыҙ таҙы ла үҙенең монахиня булып ҡалырға теләүен белдерә һәм Геза II, ниһайәт, уға аббатлыҡта ҡалырға рөхсәт итә[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Zsófia hercegnő // http://mek.oszk.hu/00300/00355/html/ABC17155/17419.htm
  2. 2,0 2,1 Kristó, Makk, pp. 177, Appendix 3
  3. 3,0 3,1 Lyon, 2012, p. 58
  4. Lyon, 2012, p. 59
  • Az Árpád-ház uralkodói [=Rulers of the House of Árpád]. — I.P.C. Könyvek, 1996. — ISBN 963-7930-97-3.
  • Lyon Jonathan R. The letters of Princess Sophia of Hungary, a nun at Admont // Writing Medieval Women's Lives. — Palgrave Macmillan, 2012. — P. 51–68.. — ISBN 978-0-230-11455-5.
  • Makk Ferenc. The Árpáds and the Comneni: Political Relations between Hungary and Byzantium in the 12th century (Translated by György Novák). — Akadémiai Kiadó, 1989. — ISBN 963-05-5268-X.