София Браге

дат астрономы, ботаник, табип һәм тарихсы

София Браге (дан. Sophie Brahe, 22 сентябрь 1556 йыл1643 йыл) — Дания астрономы, ботаник, табип һәм тарихсы, Тихо Брагеның кесе һеңлеһе, ағаһы менән фәнни тикшеренеүҙәрҙә хеҙмәттәшлек иткән.

София Браге
дан. Sophie Brahe
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Дания короллеге[d][4]
Ҡушамат Urania
Тыуған көнө 24 август 1559[5]
Тыуған урыны Кнутсторп[d], Свалёв[d], Мальмёхус[d], Швеция[6]
Вафат булған көнө 1643[7][8][9][…]
Вафат булған урыны Хельсингёр[d], Дания[6]
Атаһы Отте Браге[d][6]
Әсәһе Beate Clausdatter Bille[d][10][6]
Бер туғандары Тихо Браге[d][10][6], Jørgen Ottesen Brahe[d][6], Axel Ottesen Brahe[d][6], Steen Brahe[d][6] һәм Knud Brahe[d]
Хәләл ефете Otte Andersen Thott[d][6] һәм Erik Lange[d][6]
Балалары Tage Ottesen Thott til Eriksholm[d][6]
Туған тел Дат теле
Һөнәр төрө астроном, тарихсы, владелец поместья, специалист по генеалогии
Архивы хранятся в Lund University Library[d][11] һәм Уппсальская университетская библиотека[d][12]
Йоғонто яһаусы Тихо Браге[d]
Тасуирлау биттәре nordicwomensliterature.net/…
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 София Браге Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Браге Кнудстурп (хәҙер — Швеция) ғаиләһенең фамилия һарайында, Дания короле кәңәшсеһе һәм Отто Браге һәм королева София батша һарайындағы ханым — Беате Билле Браге ун балаһы араһында иң кесе бала булып тыуған. Софияның ағай-энеһе араһында унан 10 йәшкә өлкән билдәле астроном Тихо Браге булған. София, немец телендә астрономия китаптарын өйрәнеп, шулай уҡ үҙ иҫәбенә латин теленән тәржемә ителгән китаптарға заказ биреп, астрономияны үҙаллы өйрәнгән. 1573 йылдан София Тихоға астрономик күҙәтеүҙәрендә ярҙам иткән, йыш ҡына уның обсерватория Ураниборг обсерваторияһына барған. Тихо Софияның аҡылы һәм һәләте менән һоҡланыуы тураһында әйткән, шул уҡ ваҡытта уларҙың туғандары, юғары ҡатлам кешеһенә фән менән шөғөлләнеү түбәнселек тип, уларҙы хупламағандар.

1576 йылда, уға 19 йә 20 йәш булғанда, София Отто Тоттҡа кейәүгә сыға, уларҙың никахынан 1580 йылда тыуған бер улы булған. 1588 йылда Софияның ире вафат булғас, һәм улы бәлиғ булғанға тиклем, ул иренең мөлкәте менән идара иткән. Был ваҡытта ул, Тихоға йондоҙнамә төҙөргә ярҙам күрһәтеп, шулай уҡ баҡсасылыҡҡа, химия һәм медицинаға ҙур иғтибар бүлгән. Ураниборгҡа килеп йөрөгәндә, София менән алхимик Эрик Ланж менән танышҡан, ир өйләнергә тәҡдим яһаһа ла, аҡса булмау сәбәпле, улар бары 1602 йылда ғына өйләнешә, һәм һуңынан Экенфордта артыҡ хәйерселектә йәшәй. Софияның туғандарына яҙған хаттарынан күренеүенсә, ярлылыҡты ул дәрәжәһен тотоп, юмор хисе менән үткәрә. Эрик Ланж 1613 йылда Прагала вафат була.

1616 йылда, ире үлгәндән һуң, София Данияға ҡайта һәм Хельсингёрҙа урынлаша. Ғүмеренең һуңғы йылдарын ул дат дворян ғаиләләренең генеалогияларын шәжәрәларен төҙөүгә бағышлай, уның тәүге хеҙмәте 1626 йылда нәшер ителә. Әлегә тиклем уның генеалогик хеҙмәттәре дат дворянлығының иртә тарихы буйынса төп сығанаҡ тип һанала һәм Король китапханаһында һаҡлана. София Браге 1643 йылда Хельсингёрҙа вафат булған, Кристианстадта (Швеция), Тоттарҙың ғаилә ҡәберлегендә ерләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #419149196280474790841 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. https://nordicwomensliterature.net/writers/brahe-sophie-ottesdatter/
  4. The History of Nordic Women's LiteratureKVINFO, KvinnSam.
  5. http://www.kvinfo.dk/side/170/bio/212/ (дат.) — 2001.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 Sophie Ottesdatter Brahe Ca 1556 — 1643 Lärd kvinna, astronom
  7. Sophie Brahe // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  8. Sophia Brahe // Faceted Application of Subject Terminology
  9. Sophie Brahe // http://emlo.bodleian.ox.ac.uk/profile/person/f5f7d11c-43d6-42b3-a68e-ddbbd0928d7d (ингл.)
  10. 10,0 10,1 Ogilvie M. B. The Biographical Dictionary of Women in Science (ингл.): Pioneering Lives From Ancient Times to the Mid-20th CenturyRoutledge, 2003. — Vol. 1. — P. 170. — 798 p. — ISBN 978-1-135-96342-2
  11. Slegte-bog
  12. Fru Sofia (Ottesdotter) Brahes 32 anor

Һылтанмалар

үҙгәртергә