Соммаруга Симонетта
Симонетта Соммаруг (итал. Simonetta Sommaruga; 1960 йылдың 14 майында тыуған, Цуг, Швейцария) — Швейцария социал-демократик сәйәсмәне, Швейцария Федераль советы ағзаһы, 2010 йылдың 1 ноябренән Юстиция һәм полиция департаменты башлығы. 2014 йылда Швейцарияның вице-президенты итеп һайлана[9]. Киләһе йылда 2015 йылға Швейцария президенты булып һайлана һәм президент вазифаһын башҡара. Симонетта Соммаруг президент саҡта Швейцария ВЭФ хөкүмәттәре һөҙөмтәлелеге рейтингында тәүге ун эсендә була. 2018 йылдың декабрь башында икенсе тапҡыр илдең вице-президенты була. 2019 йылдың беренсе көнөндә вазифаһына инә. 2020 йылдың тәүге көнөндә икенсе тапҡыр ил президенты вазифаһын башҡара башлай, үҙенең президентлыҡ вәкәләттәрен Швейцарияның тирә-яҡ мөхит, транспорт, элемтә һәм энергетика министры вазифаһы менән бергә башҡара.
Соммаруга Симонетта | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швейцария[1] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-de-ch" does not exist. |
Тыуған көнө | 14 май 1960[2][1] (64 йәш) |
Тыуған урыны | Цуг[d], Швейцария |
Хәләл ефете | Лукас Хартман[d][3] |
Туған тел | швейцарский диалект[d] |
Барлыҡҡа иклү урыны (Швейцария) | Лугано[d] һәм Эггивиль[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, пианист |
Биләгән вазифаһы | член Федерального совета Швейцарии[d][4][5], член Совета кантонов Швейцарии[d][4], член Национального совета Швейцарии[d][4], президент Швейцарии[d] һәм президент Швейцарии[d] |
Уҡыу йорто | Фрибурский университет[d] |
Әүҙемлек урыны | Берн |
Строка принадлежности | Transport[6] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Швейцария социал-демократик партияһы[d] |
Ҡатнашыусы | Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][7], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2017 г.[d][8] һәм Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2020[d][6] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 53 082 |
Соммаруга Симонетта Викимилектә |
Йәш сағы
үҙгәртергәСимонетта Синста, Аргау кантонында ике ағаһы һәм апаһы менән бергә үҫә. Иммензеяла урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Люцернда, Калифорния һәм Римда пианист сифатында әҙерлек үтә. 1988—1991 йылдарҙа Фрибур университетында инглиз телен һәм романистиканы өйрәнә, әммә уҡыуҙы тамамламай.
Карьераһы
үҙгәртергә1993 — 1999 йылдарҙа Швейцария ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау фонды (Stiftung für Konsumentenschutz) директоры булып эшләү уның сәйәси карьераһы өсөн башланғыс нөктә булып тора. Әлеге ваҡытта ул ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хәйриә фонды (Swissaid) президенты булып тора.
Соммаруга сәйәси эшмәкәрлеген 1981—1990 йылдарҙа Берндың Ҙур советында социал-демократтар вәкиле булып башлай. 1998—2005 йылдарҙа Кеница муниципаль советында граждандар оборонаһы һәм янғындан һаҡлау департаментын етәкләй. 1999—2003 йылдарҙа ул Милли совет ағзаһы була, ә 2003 йылдан 2010 йылға тиклем кантондар Советы ағзаһы.
2010 йылдың 22 сентябренән Федераль советҡа (Швейцария хөкүмәте) Мориц Лойенбергер урынына һайлана, унда Юстиция һәм полиция департаментын етәкләй. 2013 йылдың аҙағында 2014 йылға Швейцария вице-президенты итеп һайлана. Был вазифаһына ул 1 ғинуарҙа аяҡ баҫа. 2014 йылдың аҙағында 2015 йылға Швейцария президенты булып һайлана[10].
2018 йылдың декабрь башында икенсе тапҡыр илдең вице-президенты итеп һайлана[11]. 2019 йылдың 1 ғинуарында был вазифаһына инә. Ошо уҡ көндән ул башҡа транспорт, коммуникация һәм тирә-яҡ мөхит министрлығын етәкләй. 2019 йылдың декабрь уртаһында уны икенсе тапҡыр илдең президенты итеп һайлайҙар[12].
9 ғинуарҙа ул ил президенты булараҡ III ҡышҡы үҫмерҙәр Олимпия уйындарын аса[13].
Ғаиләһе
үҙгәртергәСимонетта Соммаруганың ире яҙыусы Лукас Хартман . Ул элекке МККК президенты Корнелио Соммаругиҙың алыҫ туғаны. Карьераны һайлаған, балалары юҡ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Historische Lexikon der Schweiz, Dictionnaire historique de la Suisse, Dizionario storico della Svizzera (нем.) — Bern: 1998.
- ↑ Simonetta Sommaruga // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ https://www.rts.ch/info/suisse/13489258-simonetta-sommaruga-se-met-en-retrait-pour-rester-au-chevet-de-son-mari.html
- ↑ 4,0 4,1 4,2 https://www.parlament.ch/en/biografie?CouncillorId=512
- ↑ Simonetta Sommaruga // The seven members of the Federal Council (ингл.)
- ↑ 6,0 6,1 (unspecified title)
- ↑ https://data.qz.com/2015/davos/data/davos2015.json
- ↑ https://data.qz.com/2017/davos-2017/data/davos-2017-clean.csv
- ↑ Didier Burkhalter, nouveau président de la Confédération 2014 йыл 11 декабрь архивланған. (фр.)
- ↑ Симоетта Соммаруга избрана президентом Швейцарии на 2015 год.
- ↑ Президентом Швейцарии на 2019 год стал Уэли Маурер.
- ↑ Симонетта Соммаруга избрана президентом Швейцарии на 2020 год.
- ↑ Президент Швейцарии объявила III зимние юношеские Олимпийские игры в Лозанне открытыми.