Солтанбәк ауылы топонимдары

Викидатала элемент юҡ

Солтанбәк(Асҡын районы) (рус. Султанбеково) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 459 кеше[1]. Почта индексы — 452895, ОКАТО коды — 80204843001.

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 55 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы Суртан күл (Щучье Озеро): 95 км

Солтанбәк ауылы ер-һыу атамалары үҙгәртергә


Солтанбәк ауылына бәйле ер-һыу атамаларын яҙғанда БДУ-ның Нефтекама филиалынынң филология булегендә укып йөрөүсе Ғиндуллина Рәмзиә йыйған материалдар ҡулланылды.

  • Еҫле шишмә

Сураш ауылына киткән юлда бер шишмә бар. Уны беҙ Еҫле шишмә тип йөрөтәбеҙ, сөнки йыраҡтан уҡ уның еҫе танауға килеп бәрелә. Шишмәнең тирә-яғындағы таштар, үләндәр ап-ак һәм бының сәбәбе- һыуҙың күкертле (сероводород) булыуы. Ҡыш көнө шишмә төбөндәге таштар ҡыҙыл, йәшел, зәнгәр, ҡара төҫтәргә инә. Һыуҙан боҙолған йомортҡа еҫе килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның һыуы бик күп ауырыуҙарға, айырыуса быуын һыҙлауға файҙалы. Ләкин уны сама-нан тыш ҡулланырға ярамай. Шишмә ҡыш көнө лә туңмай, сылтырап ағып ята. Күрше ауылдарҙан мәктәп балалары гел Еҫле шишмәгә походка килә. Ололар әйтеүенсә, элек шишмәнең икенсе «Изге шишмә» тигән атамаһы ла булған. Изге булыуын төрлө кешеләр төрлөсә аңлатата.Ә иң тарарлғанына бөтә кешелә ышана. Әгәр төнөн уның янынан сәғәт 12-ләр тирәһендә үҙең генә үтергә тура килһә, ап-аҡтан кейенгән аҡ һаҡаллы ҡарт әбей ат шул кешенең исемен әйтеп өндәшә лә яланға тиклем оҙата килә һәм күҙҙән юғала.

  • Ҡортбаҡса

Элек шул ҡарағайлыҡта ҡорт ҡарағандар. Ул ҡолхоздыҡы булған. Умартасы булып Рәхбәр исемле бабай эшләгән. Ошонан Ҡортбаҡса исеме ҡалған.

  • Миндийәр ҡашлығы

Әле беҙ был ҡашлыҡты Миндийәр тип атайбыҙ. Элек шул ҡашлыҡта Миндийәр исемле бабайҙың йорто булған, ул шунда көн иткән. Бабай үлгәс, уның ғайләһе ҡашлыҡтың итәгенә йорт һалған, яр урамы барлыҡҡа килгән. Ҡашлыҡҡа «Миндийәр ҡашлығы» исемен биргәндәр. Элгәре унда халыҡ һабантуй үткәрер булған.

Солтанбәк ауылында тыуып — үҫкән Флүзә Рәүеф ҡыҙы Әйүпова халыҡтан яҙып алған ер-һыу атамалары:

  • Кәләсәй тауы

Көнсығышҡа табан туп-тура урман аша барһаң, Сарсҡа параллель ағып ятҡан Ҡариҙел йылғаһына сығып була. Уның ярында Һөйәнтүҙ ауылы урынлашҡан булған. Ауыл яндырылғас, был урынға урыҫтар килеп төпләнә. Андрей исемле кеше тәүгеләрҙән булып килеп ултырғас, ауылға Андреевка исемен бирәләр. Бында күпләп йылҡы үрсетәләр, сөнки көтөүлектәр өсөн яландар бик күп. Бер ваҡыт Сергей исемле кешенең аты юғала. Атын бик оҙаҡ ваҡыт эҙләй торғас, беҙҙең ауылға килеп сыға. Ҡараңғы төшөү сәбәпле ауыл ситендәге йортҡа ҡуна төшә. Йорт хужаһы уның ни эшләп был яҡҡа килеп сығыуын һораша. Урыҫ үҙенең ат эҙләп йөрөүен әйтә: « Весь лес околесил, а лошадь так и не нашёл». Хужа уның «околесил» тигән һүҙен ҡыҙыҡ итеп күрше-күләненә һөйләй. Шунан был тауҙы Кәләсәй тип атап йөрөтә башлайҙар. Кәләсәй тауы ҡуйы урмандарға бай. Унда йәшәгән йәнлектәр ҙә бик күп төрлө. Яҙ көнө урманда ҡар ирей башлағас, Кәләсәй тауын шаулатып, ҡар һыуы йырып ағып төшә. Ул шул тиклем көслө булып аға, үҙенең юлында үҫкән ағастарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп ала. Һыуҙың аҡҡаны бик йыраҡтан гөжләп ишетелеп тора. Кәләсәй һыуы Сарс йылғаһына килеп ҡушыла. Уның һыуы болғансыҡ һәм бик һалҡын була. Кәләсәй һыуының аҡҡанын күрергә яр буйына халыҡ, бала-саға йыйыла. Был ваҡиға ауыл халҡы өсөн ҙур тамашаға әйләнә.

  • Айһылыу тауы

Ҡашҡа ауылы менән Солтанбәк ауылы араһында ошондай тау бар. Элегерәк Солтанбәк ауылында Айһылыу исемле ҡыҙ йәшәгән, ти. Ауылдан йыраҡ түгел бер тау бар икән, ләкин исеме генә булмаған. Унда еләк-емеш ишелеп уңа икән. Был тирәлә яуыз хан йәшәгән. Кешеләргә һөжүм итеп, мал-тыуарҙарын талаған, һылыу йәш ҡыҙҙарҙы үҙенә урлап китер булған. Кешеләр был хандан нисек ҡотолорға белмәгән. Бер көн шулай Айһылыу еләк-емеш йыяйым тип, кәрзинен тотоп урманға киткән. Йырлай-йырлай ҡарағат, сейә, еләк йыйған. Айһылыу китеп бер аҙ ваҡыт уҙғас, теге яуыз хан үҙенең ярҙамсылары менән ҡыҙҙың өйөнә киткән. Хан Айһылыуға әллә ҡасан күҙ һалып йөрөй икән, ләкин ваҡытын ғына тура килтерә алмаған. Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе хандың килгәнен күреп, ишекте бикләп ҡуйған. Ләкин тегеләр ишекте емереп инеп, Айһылыуҙы таптыра башлаған. Ҡурҡҡан ата-әсә яңылыштан ҡыҙҙың ҡайҙа киткәнен әйтеп ташлаған. Ханға шул етә лә. Ул үҙенең кешеләре менән ҡыҙ артынан сапҡан. Айһылыу нимәлер һиҙенгәндәй артына боролоп ҡараған һәм туҙан туҙҙырып килгән кешеләрҙе күргән. Шунда уҡ эштең нимәлә икәнен аңлаған ул. Ҡулындағы кәрзине төшөп киткән, үҙе бер минутҡа тынып торған да, бар көсөнә йүгерә башлаған. Бик оҙаҡ йүгергән ҡыҙҙың хәле бөткән. Хан кешеләре кәрзинде күреп ҡалған һәм шул тирәнән ҡыҙҙы эҙләй башлаған. Ләкин тапмағандар һәм ары сапҡандар. Ҡыҙға ла тау буйлап йүгереүе ауыр булған, аяҡтары ҡанап бөткән. Бына тағы ул кешеләрҙең яҡынайып килеүен күргән. Алда асыҡлыҡ һәм унда ҡая урынлашҡан икән. Айһылыу шунда килеп сығып, оҙаҡ уйлап тормайынса ҡаянан һикергән. Был хәлде ишеткән ауыл халҡы, икенсе көндө ҡоралдар тотоп, ханға киткән, ти. Быны көтмәгән хан юғалып ҡалған һәм шунда уҡ бирелгән. Халыҡ уның ҡураһын емереп, малдарын кире алып, өйҙәренә таралышҡан. Ә ханды үлтергәндәр. Айһылыу хөрмәтенә ул еләк йыйған тауҙы «Айһылыу тауы», еләк-емештәре һибелгән ерҙе «Муйыллы ҡул», һикергән ҡаяны «Ыйыҡташ» тип атаған. Уны һәр ваҡыт йылы һүҙ менән иҫкә алғандар. Ә яуыз ханды иҫкә алыусы ла булмаған.

  • Ҡаршытау

Ҡаршытау ауылды көслө дауылдарҙан, әсе елдәрҙән һаҡлап тора. Шулай уҡ тау ваҡытында ауыл халҡына килгән дошмандарҙан, яуыз баҫҡынсыларҙан ышыҡ булған. Ҡаршытау еләк-емешкә бик бай. Унда эре булып ер еләге өлгөрә. Ҡуйы япраҡтар араһында ҡайын еләге, бөрлөгән ҡыҙарып бешә. Ҡаршытауҙың түбәһендә зифа ҡайындар үҫә.

  • Тыуғанай

Ошо тау артынан һәр ваҡыт яҡты булып ай сыҡҡанға уны «Тыуған ай» тип йөрөтә башлағандар. Тора-бара халыҡ телендә ул «Тыуғанай»ға әүерелгән. Был тауҙа ҡуйы наратлыҡ үҫә. Шуға ла тау йәйен дә, ҡышын да йәм-йәшел булып ултыра.

  • Мүктау

Мүктау ауылдан ситтә урынлашҡан. Ул бик бейек һәм текә тау. Мүк тауында күпләп шыршы ағастары үҫә. Һирәк булһа ла япраҡлы ағастар ҙа бар. Мүк тауы көҙ көнө матур була. Тау матурлығы менән юлсыларҙы йыраҡтан уҡ әсир итеп тора. Тауҙа ҡалын ҡатлам булып йомшаҡ мүк үҫә. Уны кешеләр төҙөлөш өсөн күпләп ала. Бүтән ерҙә мүк улай күп үҫмәй.

  • Мәликәташ

Элекке ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошо бик ауыр булған. Баҫыуҙағы эштәрҙе лә, йорт-ҡуралағыларын да улар башҡарған. Ошондай аяныслы яҙмыш Солтанбәккә килен булып төшкән Мәликәне лә урап уҙмаған. Ураҡ ваҡыты. Мәликә лә ауырлы булыуына ҡарамаҫтан эшкә сыға. Эштән ҡайтып килгәндә уның хәле ауырая. Мәликә Кәртип буйындағы ҙур таш өҫтөндә мең ғазаптар менән сабыйын донъяға килтерергә мәжбүр була. Ауыр эштән, аслыҡтан йонсоған ҡатын сабыйының йөҙөн дә күрә алмайынса шунда уҡ донъя ҡуя. Йәш кенә һылыу ҡатындың үлеме бөтә ауыл халҡын тетрәндерә. Ауыл халҡы йыйылып Мәликәне һуңғы юлға оҙата. Ошо 5 квадрат метр тәшкил иткән ташты был ваҡиғанан һуң «Мәликәташ» тип атап йөрөтә башлайҙар.

  • Кәртип буйы

Беҙҙең ауыл халҡы элек-электән буш ятҡан ерҙәргә иген сәсер булған. Хатта урмандарҙы ҡырҡып, ағас төптәрен яндырып, үҙҙәренә баҫыу эшләгән. Был баҫыуға барыр өсөн ике тау араһындағы ҡулдар буйлап барырға кәрәк. Ошо ҡул башына, баҫыуға малдар бармаһын өсөн урындағы халыҡ кәртә тотҡан. Ләкин ауыл тәртибенә буйһонорға теләмәгәндәр ҙә табылған. Шулай бер кеше ауыл көтөүен баҫыуға индереү өсөн килеп кәртәне тибеп һындырып, ватып бөтөргән. Ошонан бирле был ҡулды «Кәртип буйы» тип йөрөтә башлағандар. «Кәртә типкән» тигән һүҙҙәрҙең беренсе өсәр хәрефтәрен алып, «Кәртип» тигән атама килеп сыҡҡан. Теге кешегә лә «Кәртә» тип ҡушамат таҡҡандар.

  • Шәрәй ҡул

Солтанбәк ауылына төшә торған ҡул. Ололар һөйләүенсә, был ҡулға юлды Шәрәфетдин исемле бабай һалған. Бабай был ҡул буйлап бесәнлеккә барған. Әллә ҡайҙан кирегә йөрөгәнсе тип, башҡа кешеләр ҙә Шәрәфетдин бабай һалған юлдан йөрөй башлаған. Ҡул буйы шымарған, киңәйгән һәм оло юлға әйләнгән. «Шәрәфетдин ҡулы» тип йөрөтә торғас, ул ҡыҫҡарып «Шәрәй ҡул» тип атала башлаған. «Шәрәй ҡул» юлы күп боролмаларҙан уҙа. Ҡулдың ике яғында ла ҡуйы ағаслыҡ. Ҡыш көнө был ергә ҡар һалмай, шуның өсөн күрше ауылға турыға юл һалалар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Асҡын башҡорттары фольклоры( 2007 йылғы фольклор – диалектология экспедицияһы материалдары). Автор – төҙөүселәре Ғәниев В.В., Ғәниева Ғ.Ғ., Ҡасҡынова Г.Н. – Бөрө: БДУ –ның Бөрө филиалы, 2021 - 31-65-се биттәр.
  • "Йәнтөйәк"район гәзите. 13 сетябрь,2003 йыл.

Һылтанмалар үҙгәртергә

https://askinskajanov-b.rbsmi.ru/articles/toponimika-ser-re/Ata-babalaribi-mira-i-742148/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=165290375(недоступная ссылка)

]]