Солтанаев Йәүҙәт Тәлғәт улы

Солтанаев Йәүҙәт Тәлғәт улы (19 июль 1948 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (2001), атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).

Солтанаев Йәүҙәт Тәлғәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Орск, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө дифференциальный оператор[d] һәм дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d]
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[1]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Анатолий Костюченко[d][1]
Аспиранттар Әхтәмов Азамат Мөхтәр улы[1] һәм Elvira Nafikova[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Вики-проект Проект:Математика[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Йәүҙәт Тәлғәт улы Солтанаев 1948 йылдың 19 июлендә Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһында тыуған.

1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1974 йылда «физика-математика фәндәре кандидаты», 1989 йылда «физика-математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаған. 1990 йылдан — профессор.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почетлы хеҙмәткәре (2001). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010)[2].

Башҡорт дәүләт университетында уҡыу эштәре буйынса проректор була (2001).

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Дифференциаль операторҙарҙың спектраль теорияһы, дифференциаль тигеҙләмәләрҙең асимптотик теорияһы.

Ярым сикләнмәгән сингуляр дифференциаль операторҙар спектрҙарының үҙенсәлектәрен өйрәнелә. Стильтьес үҙгәртеүҙәре өсөн теореманың ике яҡлы тауберҙары ҡуйыла.

Сингуляр дифференциаль операторҙарҙың спектраль шәлкеменә характеристика биреү өйрәнелә.

Баҫмалары исемлеге

үҙгәртергә
  • А. М. Ахтямов, В. А. Садовничий, Я. Т. Султанаев. Обратные задачи Штурма-Лиувилля с нераспадающимися краевыми условиями. — М.: Изд-во Московского университета, 2009, тир. 1000 экз, ISBN 978-5-211-05557-5.
  • Асимптотика спектра обыкновенных дифференциальных операторов в вырожденном случае. Дифференциальные уравнения. −1982. -Т. 18. — № 10.
  • Об индексах дефекта и спектре неполуограниченного оператора Штурма-Лиувилля. ДАН СССР. −1984. -Т.276. -№ 5. Об индексах дефекта и спектре одномерных сингулярных дифференциальных операторов в вырожденном случае // ДАН СССР. −1985. -Т.284. -№ 3.
  • Асимптотика решений обыкновенных дифференциальных уравнений в вырожденном случае // Труды семинара им. И. Г. Петровского. 1988. Вып. 13. С. 36-55.
  • Об оценке отрицательного спектра оператора, полуограниченного снизу // Математические заметки. −1991. -Т. 50. -Вып. 6.
  • Асимптотическое поведение решений сингулярного уравнения Штурма-Лиувилля // Доклады РАН. −1994. -.Т. 335. -№ 6.
  • Обратная задача Штурма-Лиувилля. Теорема единственности и контрпримеры // Докл. Академии наук. 2006. Т. 411, № 6. С. 747—750 (в соавт.).
  • Разрешимость обратной задачи Штурма-Лиувилля с нераспадающимися краевыми условиями // Там же. 2007. Т. 412, № 1. С. 26-28 (в соавт.).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә