Соломон II
Соломон II (груз. სოლომონ II, 1772 — 1815 тирәһе, Трапезунд) — һуңғы Имеретия батшаһы. 1789 йылдан 1790 йылдарға тиклем һәм тағы ла 1792 йылдан 1810 йылға тиклем хакимлыҡ итә. Ул тәхеттән төшөрөлгәс, Имерети батшалығы, уға тиклем Картли-Кахетин батшалығы һымаҡ Рәсәй империяһы составына индерелә.
Соломон II | ||
груз. სოლომონ II | ||
| ||
---|---|---|
1789 — 20 февраль 1810 | ||
Алдан килеүсе: | Давид II | |
Дауамсы: | титул бөтөрөлгән Александр I (Царь Грузинский и Государь Иверской, Карталинской, и Кабардинской земли) | |
Дине: | Православие, Грузин сиркәүе | |
Тыуған: | 1772 Кутаиси | |
Үлгән: | 7 февраль 1815 Трапезунд | |
Ерләнгән: | Трапезундта Изге Григорий Нисский соборында ерләнгән, 1990 йылда Гелат монастыренә күерелә | |
Нәҫел: | Багратиондар | |
Атаһы: | батша улы Арчил Имеретинский | |
Әсәһе: | Елена Картли-Кахетинская | |
Ҡатыны: | 1) Анна Орбелиани (1787) 2) Мариам Дадиани (1791) | |
Автограф: | ||
Биографияһы
үҙгәртергәСоломон II батша улы Арчилдың улы була. Арчил (1775 йылдың 6 октябрендә вафат), Имеретин батшаһы Бөйөк Соломон Беренсенең һәм Картли-Кахетин батшалығының батшаһы Ираклий Икенсенең ҡыҙҙары Еленаның (1753—1786) ҡустыһы. Тыуғанда Давид тип исем бирәләр. 1784 йылда Соломон I үлә. Ул, улы Александр үлгәндән һуң, башҡа ир-ат вариҫтары ҡалмағанға, Давидты үҙенән һуң батша итеп ҡалдыра. Ләкин Давидтың ике туған ағаһы, Давид II, граждандар һуғышын башлап, тәхеткә менеп ултыра. Ираклий II ейәнен яҡларға була. Уның ебәргән ғәскәре Давид II армияһын 1789 йылдың 10 июнендә Матходжи янындағы яуҙа еңә. Давид, Арчилдың улы, Соломон II исеме аҫтында Имеретияның батшаһы булып ултыра. Әммә Давид II 1792 йылда еңелгәненә тиклем тәхет өсөн көрәште дауам итә.
Соломон II ҡартатаһы Ираклий Икенсегә арҡаланып батшалыҡ итә. Ул Соломон I сәйәсәтен дауам итеп, юғары ҡатламдың хакимлеген кәметергә тырыша. 1795 йылда Соломон II ҙур булмаған ғәскәре менән Ираклий армияһына ҡушылып Крцаниси янындағы Иран менән булған яуҙа ҡатнаша.
Ираклий 1798 йылда үлгәндән һуң Картли һәм Кахетия 1801 йылда Россия империяһының составына индерелә. Имеретияға буйһонған Мингрелия кенәзе Рәсәйҙең ҡул аҫтына күсергә була. Соломон Ғосман империяһы һәм Ирандан Рәсәйгә ҡаршы торорға ярҙам һорарға була, ләкин Грузиялағы Рәсәй ғәскәрҙәренең главнокомандующийы генерал Павел Цицианов 1804 йылдың 20 апрелендә Имеретияға ғәскәр индерә һәм Соломон Икенсенән Рәсәй империяһына буйһоноуы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙырта. Килешеүгә (Элазнаур конвенцияһы) 1804 йылдың 25 апрелендә ҡул ҡуйыла.
4 июлдә Александр I конвенцияны раҫлай. Шуға ҡарамаҫтан, Соломон Икенсенең Рәсәй империяһы менән булған мөнәсәбәттәре киҫкенләшә бара. 1809 йылда Соломон II Көнсығыш Грузияла туғандары башлаған ихтилалға ҡушыла. Бының өсөн Соломон II ҡулға алына һәм Тбилиси төрмәһенә ултыртыла.
1810 йылдың 11 майында Соломон II Ғосман империяһына ҡаса. 1810 йылдың 20 февралендә Рәсәй Имеретияны ҡул аҫтына алыр өсөн унда ғәскәрҙәр индерә. Соломон Икенсе Имеретияға кире ҡайтып, Россияға ҡаршы баш күтәрә. Ул Төркиә, Иран һәм Наполеон Францияһының ярҙам итәсәгенә өмөтләнә. Еңелгәндән һуң, 1810 йылдың сентябрендә ул Трапезундҡа ҡаса. 1815 йылдың 7 февралендә шунда үлә[1]. Соломон Икенсе Трапезундта изге Григорий Нисскийҙың соборында ерләнә.
1990 йылда һуңғы грузин батшаһының кәүҙәһе Геласий монастыренә күсерелә[2]. Канонизация 2005 йылдың 27 июнендә уҙғарыла[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Suny, R. G. The making of the Georgian nation / R. G. Suny. — 2nd ed.
- ↑ სოლომონ II (Solomon II)(недоступная ссылка).
- ↑ Католик-Патриарх бөтә Грузия Илия II извести Святые Патриарх Алексия тураһында яңы ҡануниәт грузин … ы үткәрелгән Лютеран / Яңылыҡтар / Патриархия.ги