Соломон диңгеҙе
Соломон диңгеҙе (ингл. Solomon Sea) — Тымыҡ океан диңгеҙе.
Соломон диңгеҙе | |
---|---|
Майҙаны | 755 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 9103 м |
Уртаса тәрәнлек | 2652 м |
Соломон диңгеҙе Викимилектә |
География
үҙгәртергәСоломон архипелагы, Яңы Британия һәм Яңы Гвинея утрауҙары араһында урынлашҡан. Майҙаны 755 мең км², уртаса тәрәнлеге 2652 м. Өҫкө ҡатламдағы уртаса йыллыҡ һыу температураһы +27 °С-тан юғарыраҡ, тоҙлолоғо — 34,5 ‰. Йыл эсендә 220 көн болотло һәм ике көн менән төндөң тигеҙлеге ваҡытында ямғырҙар осоро була. Диңгеҙ төбөндә ике ҙур котловина урынлашҡан, максималь тәрәнлеге — 9103 м. Һыу аҫтында янар вулкандар бар. Көньяҡта бихисап мәрйен рифтары бар.
Төп порт — Хониара (Гуадалканал утрауында; Соломон Утрауҙарының баш ҡалаһы).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Solomon Sea . Encyclopaedia Britannica. Дата обращения: 26 февраль 2016.
- Limits of Oceans and Seas, 3rd edition . International Hydrographic Organization (1953). Дата обращения: 26 февраль 2016. 2011 йыл 8 октябрь архивланған.
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |