Соколов Николай Васильевич (Сталин премияһы лауреаты)

Соколов Николай Васильевич (21 май 1918 йыл — 29 ғинуар 1994 йыл) — ғалим-инженер-электрохимик. Техник фәндәр кандидаты (1958), профессор. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1952).

Соколов Николай Васильевич (Сталин премияһы лауреаты)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 май 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Вафат булған көнө 29 ғинуар 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Белорет, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Белорет металлургия комбинаты
Уҡыу йорто Урал дәүләт техник университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Сталин премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Соколов Николай Васильевич 1918 йылдың 21 майында Тверь губернаһының Городок ауылында тыуған.

1941 йылда Урал индустриаль институтын тамамлаған.

Институтты тамамлағас, 1941 йылдан алып 1972 йыл буйынса, Белорет металлургия комбинатында эшләй: мастер технолог, көпләү цехы начальнигы урынбаҫары, начальник урынбаҫары, заводтың үҙәк лабораторияһы (ЦЗЛ) начальнигы, баш инженер.

1958—1959 йылдарҙа Ҡытайҙа эшләй.

Соколов Николай Васильевич цинкланған сымдар, микросымдар, ҡатламланмаған пружиналы сымдар, юғары сыҙамлы сымдар, тауыш бөтөрөүсе сымдары, махсус тәғәйенләнешле юғары ныҡлыҡтағы канаттар һәм башҡалар етештереү ысулы эшләгән һәм производствоға индергән. Бының өсөн Белорет металлургия комбинатында прецизион иретмәләр, тикшереүҙең физик алымдары, сәнәғәт һыуҙарын таҙартыу, коррозиянан һаҡлау, сәғәт пружиналары һәм башҡа лабораториялар булдырыла.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Соколов Николай Васильевич — 150 баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография авторы, 30 уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһына эйә.

Патент: сым етештереү ысулы 30.08.1974 йыл.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә