Соколов Владимир Вячеславович

Соколов Владимир Вячеславович (9 август 1952 йыл) — СССР һәм Рәсәй математигы, һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы өлкәһендәге белгес. Физика‑математика фәндәре докторы (1990), профессор (1997), БАССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1983). С. В. Ковалевская исемендәге премия лауреаты (2007)

Биография үҙгәртергә

Владимир Вячеславович Соколов 1952 йылдың 9 авгусында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Яңауыл ҡасабаһында (хәҙер Яңауыл ҡалаһы) тыуған.

Өфө ҡалаһындағы 76-сы мәктәптә уҡый.

1969 йылда Мәскәү дәүләт университеты янындағы физика-математика мәктәбен тамамлай.

1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1979 йылда — аспирантураны (етәксеһе А. Б Шабат) тамамлай.

1983 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Физика математика бүлегендә баш ғилми хеҙмәткәр, 1989 йылдан алып бүлек мөдире.

1990 йылда докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай.

1995 йылдан — Математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1995—1997 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта.

1997 йылда профессор ғилми дәрәжәһе бирелә.

2001 йылдан — Л. Д. Ландау исемендәге Рәсәй Фәндәр академияһының Теоретик физика институтының төп ғилми хеҙмәткәре (Черноголовка ҡалаһы). Фәнни эшмәкәрлеге һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһының алгебраик аспекттарына арналған.

100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988)
  • С. В. Ковалевская исемендәге премия (С. В. Манаков менән берлектә) (2007) — «Новые интегрируемые случаи в гамильтоновой механике с конечным числом степеней свободы» эштәр циклы өсөн.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Соколов Владимир Вячеславович РФА рәсми сайтында
  • Соколов Владимир Вячеславович (неопр.). башкирская-энциклопедия.рф. Дата обращения 14 марта 2016.
  • Персоналии: Соколов Владимир Вячеславович (неопр.). mathnet.ru. Дата обращения 14 марта 2016.
  • Соколов Владимир Вячеславович (неопр.). vipschool.ru. Дата обращения 14 марта 2016.
  • Институт теоретической физики им. Л. Д. Ландау — Соколов Владимир Вячеславович (неопр.). itp.ac.ru. Дата обращения 14 марта 2016.