Совет урамы (Өфө)
Совет урамы Өфө ҡалаһында Киров районының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ул Туҡаев урамы сатынан башлана һәм Октябрь Революцияһы урамына тиклем һуҙыла, оҙонлоғо 870 метр. Быуат ярым элек булған кеүек, Совет урамы тымыҡ һәм транспорт хәрәкәте сикләнгән тыныс урам булып ҡала.
Совет урамы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Оҙонлоҡ | 0,9 km |
Совет урамы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәУрамдың тәүге исеме — Губернатор урамы. Был 1830 йылдарҙа урам башында төҙөлгән өфө губернаторының йорто менән бәйле. Октябрь Революцияһынан һуң 1918 йылда урам Совет урамы тип үҙгәртелә.
Урамда урынлашҡан тарихи объекттар:
- Губернатор йорто — хәҙер Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Был йорттоң үҙенең гербы һәм Губернатор урамы тарихы тураһында иҫтәлекле стелаһы бар.
- Софьюшка аллеяһы, XIX быуаттың 60-сы йылдарында булдырылған.
- Крәҫтиән ер банкы — хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Милли музейы. XX быуат башында төҙөлгән бина.
- Дворяндар йыйылышы (XIX быуат уртаһында төҙөлгән) — хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө Дәүләт сәнғәт институты.
- Штехер усадьбаһы — хәҙер Нариман Сабитов исемендәге 1-се һанлы музыка мәктәбе.
Сәнғәт институты менән 1936 йылда төҙөлгән дүрт ҡатлы тау ҡорамалдары заводының Торлаҡ йорто йәнәш тора. Был бина артында рәссам М. В. Нестеровтың атаһының — сауҙагәр В. И. Нестеровтың усадьбаһы биләмәһе урынлашҡан. Нестеров усадьбаһы ихатаһы тотош кварталға һуҙыла. Усадьбаның ҙур өлөшөн емеш-еләк баҡсаһы биләгән, баҡсаның бер өлөшөн ҡырҡып, рәссам арихетоктор Щусев проекты буйынса художество музейы төҙөргә планлаштыра. Был музей өсөн Нестеров XIX быуаттың икенсе яртыһындағы һәм XX башындағы урыҫ рәссамдарының уникаль картиналар коллекцияһын йыя.
Баҡса төпкөлөндә өс ҙур тәҙрәле һәм Нестеров оҫтахаһы итеп ҡулайлаштырылған ҙур залы менән иркен флигель урынлашҡан. Бында Михаил Васильевич бер нисә төп полотнолары өҫтөндә, шул иҫәптән «Үҫмер Варфоломейға күренгән кәүҙәләнеш» өҫтөндә лә эшләй, был картина менән рәссам Сергий Радонежскийға арналған тотош картина циклдарын аса.
Нестеров усадьбаһына күрше провизор Гилярий Михайлович Штехерҙәң усадьбаһы була. Адрес буйынса был бина Ленин урамына ҡараһа ла, уның төп фасады Совет урамына ҡарай. Таш ике ҡатлы йорт 1890-сы йылдарҙа төҙөлә. Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса белгес Петр Федоров мәғлүмәттәре буйынса, беренсе ҡатта емеш һәм минераль һыуҙар заводының өлөшө урынлаша. Эсемлектәр өсөн һыуҙы йорт ихатаһындағы шишмәнән алғандар — ул шифалы тип һаналған.
Штехерҙар ғаиләһе күрше Нестеровтар менән биҡ татыу булған. Балалар өсөн уртаҡ байрамдар үткәргәндәр, улар тураһында Михаил Нестеров «Элекке йылдар» китабында иҫкә ала.
Штехерҙың ҡатыны Өфөлә тәүге кинотеатр ойоштора. Ғаиләнең провизорлыҡ эше киң ҡолас ала: өфө аптекаларынан тыш, Штехерҙарға Мәскәү, Сызрань, Симбирск ҡалаларындағы аптекалар ҡарай. Мәскәүгә командировкалар өсөн тотош вагон алдан уҡ бүлеп ҡалдырыла.
Иҫтәлекле урын
үҙгәртергә- Башҡорт академия дәүләт хеҙмәте һәм Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы идаралыҡ.
- Башҡортостан Республикаһының милли архивы.
- Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡыу корпустары.
- Шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл, башҡорт педагогия университеты уның исемен йөрөтә. Аҡмулланың бронза скульптураһы һәм уның эргәһендә ултырған балалар университет алдындағы майҙанда аңлы рәүештә түбән урынлашҡан, был бөтөнләй тиерлек студент йәштәр төркөмө менән ҡушылып, быуындарҙың күсәгилешлелек идеяһын кәүҙәләндерә.
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с.