Губернатор йорто (Өфө)
Иҫтәлекле урын | |
Губернатор йорто (Өфө)
| |
Губернатор йорто (Өфө) Губернатор йорто (Өфө) | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Өфө |
Архитектура стиле | классицизм |
Проект авторы | А. А. Гопиус, А. Д. Захаров |
Төҙөлөшө | 1832—1838 йылдар |
Губернатор йорто Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300107000
Губернатор йорто — архитектура ҡомартҡыһы. Өфө ҡалаһының Туҡаев һәм Совет урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан. Ҡала кимәлендәге архитектура ҡомартҡыһы һанала[1].
Тарихы
үҙгәртергә1832—1838 йылдарҙа архитектор А. Д. Захаров проекты буйынса губернатор өсөн өс ҡатлы йорт һалына. Йорт XIX быуаттың уртаһындағы урыҫ классик стилендә төҙөлә. Архитектор А. А. Гопиус йорттоң проектын урындағы Ағиҙел ярындағы ҡатмарлы рельеф менән уңышлы бәйләй. Һуңынан губернатор йортона төкөтөп канцелярия менән галерея төҙөлә.
Губернатор йорто Собор майҙанындағы ансамблде уңышлы дауам итеп, ҡаланың административ үҙәген барлыҡҡа килтерә. Ошонда уҡ Ҡабул итеү урындары һәм губернаның малайҙар гимназияһы урынлаша.
1917 йылда, Октябрь Революцияһынан һуң, элекке губернатор йортонда Өфө эшселәр советы, депутаттар советы һәм губернаның революцион комитеты урынлаша. 1918 йылдың 1 майынан губернатор йорто «Советтар йорто» тип йөрөтөлә башлай.
2001—2002 йылдарҙа йорт архитектор Ю. А. Пацков проекты менән реставрациялана. Реконструкцииянан һуң ҡомартҡы кире ҡайтмаҫлыҡ юғалтыуҙар кисерә: ҡыйыҡтан флюгерҙәр, терраса, инеү урынындағы суйын ҡыйыҡтар юғала. Коллоналар ионлы ордерын, ә интерьер — ҡунаҡ күтәрмәһен юғалта. Хәҙер бында Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы урынлашҡан. Элекке губернатор йорто янында Софьюшка аллеяһы бар.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр
үҙгәртергә- 1904 йылда Өфөлә беренсе почта йәшниге Губернатор Йортонда урынлаштырыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Губернатор йорто . Ufacity.info. Дата обращения: 28 март 2013. Архивировано 10 апрель 2013 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Синенко С. Г. Иҫке һәм бөгөнгө Өфө. — Өфө: «Башкортостан»республикаһының хөкүмәт нәшриәте, 2007. — 272 с. — 3000 экз.