Советский (Һарыҡташ районы)
Советский — Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районындағы ҡасаба. Чёрный Отрог ауыл Советы составына инә.
Советский | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Чёрный Отрог ауыл Советы[d][1] |
Халыҡ һаны | 193 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462144 |
Географияһы
үҙгәртергәРайон үҙәге Һарыҡташ ҡасабаһынан көнбайыш-көньяҡ-көнбайышта, тураға яҡынса 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәУтар барлыҡҡа килгән ерҙәр сауҙагәр Ишеев ҡулында була. 1913 йылда ул был ерҙе 4-се Полтава редутының ағзалары Пономаревҡа һәм Сурковҡа һата. Был ике кеше ҡасабаға нигеҙ һалыусы булып тора. Элек был ерҙәр сауҙагәр Ишеевтыҡы булғанға күрә, барлыҡҡа килгән ауылды Ишеевка утары тип атап йөрөтәләр. Утар 10 йорттан тора, йорттар ағастан һалынған була.
Тәүге күскенселәрҙең төп шөғөлө малсылыҡ һәм игенселек була. Утарҙа көршәк яһау оҫтаханаһы була. Бында башлыса урыҫтар һәм украиндар йәшәй.
Совет власы урынлаштырыу хөрмәтенә Ишеевка утары Советский ҡасабаһы тип атала. Советский ҡасабаһы 1951 йылда «Чебеньковский» совхозының үҙәк усадьбаһы була. Был ваҡытта ҡасабала үҙенең МТС-ы, иген келәттәре, һыйыр һарайы, ат һарайы, икмәкханаһы була. Бер йылдан ҡасаба Чебеньковский игенселек совхозының 5-се бүлексәһе булып китә. Алтмышынсы йылдарҙа ҡасабала 119 хужалыҡ иҫәпләнә. Һикһәненсе йылдарҙа ҡасабала ферма, оҫтахана, клуб, ике ҡатлы мәктәп төҙөлә. Ҡатын-ҡыҙҙар дебеттән төрлө нәмәләр бәйләү менән шөғөлләнә. Был шөғөл бөгөн дә күптәрҙең төп килем сығанағы булып ҡала[3].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылда халыҡ һаны 256 кеше тәшкил итә (ҡаҙаҡтар 69 %), 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҡасабала 193 кеше[4].