Сно ҡәлғәһе
СНО ҡәлғәһе йәки, Гудушаури һарайы — Казбеги муниципалитетының Сно ауылындағы ҡәлғә. Сноцкали йылғаһының уң ярында, ҡаялы убала урынлашҡан. Башняның реставрацияһы бара[1]
Сно ҡәлғәһе | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Тарихы
үҙгәртергәСно ҡәлғәһе яҡынса XVI быуат аҙағында төҙөлгән. XVIII быуаттың 30-сы йылдарында ул тәүге тапҡыр телгә алына. Арагви кенәзе Бардзим Вахтанг Алтынсыға илдәге сәйәси хәлдәр тураһында хәбәр итә һәм лезгиндарҙың Сно ҡәлғәһенә бер туҡтауһыҙ һөжүм итеүҙәренә зарлана.
Бер баҫып инеүендә ҡәлғәгә ун мең лезгин һөжүм итә. Сно ҡәлғәһе Хевсурети, Пшави тарлауыҡтарын киҫеп үтеүсе йырындан килгән ҡыҫҡа юлдан контролгә алына. Риүәйәттәргә ярашлы, Сно ҡәлғәһе Шиоле Гудушауриға ҡарай.
Архитектураһы
үҙгәртергәТүңәрәк ҡойманан һәм бер башнянан тора. Ҡойма үҙе күп һанлы һаҡлаусы элементтарҙан башҡарылған. Ҡәлғәгә берҙән-бер инеү урыны көнсығыш яҡтан.
Башняның бейеклеге егерме метрға тиклем еткән, бөгөн уның бер нисә метры юҡ. Беренсе ҡаты алты метр бейеклектә урынлашҡан. Ҡәлғәне төҙөүселәр бинаны уратып алған стеналарҙың бер кимәлдә тороуын теләй. Әммә был ныҡ ҡатмарлы була, сөнки ҡәлғә тигеҙ майҙанда түгел, ә тауҙа урынлаша. Шуға күрә кәртәнең төньяҡ өлөшөндә стеналар дүрт метрға, ә көньяҡ яғында уларҙың бейеклеге ун метрға етә. Ҡәлғәне уратып алған һәр стенала ағас ярустар урынлаша. Улар һаҡланмаған, әммә урынлашҡан урындары яҡшы күренеп тора. Аҫҡы .ярустарҙа бойницалар һәм тәҙрәгә оҡшаған нәмәләр уйылған. Улар күҙәтеү пункты йәки амбразура булараҡ файҙаланылған, ә ҡамау ваҡытында тишектәр махсус ҡалҡандар менән ябылған.
Ҡәлғәнең бөтә стеналары ла бут ташынан, ә иң ныҡлы булмаған урындары шымартылған таштан һалынған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- ზაქარაია პ., საქართველოს ძველი ქალაქები და ციხეები, თბ., 1973
- ბერიძე ვ., XVI-XVIII საუკუნეების ქართული ხუროთმოძღვრება,ტ.I, თბ.,1983
- ზაქარაია პ., ქართული ციხე-ქალაქები ციხესიმაგრეები ციხე-დარბაზები ციხე-გალავნები კოშკები, თბ., 2001.
- ზაქარაია პ., საქართველოს ძველი ციხესიმაგრეები, თბ., 1988.
- ზაქარაია პ., არაგვისა და თერგის ხეობა, თბ., 1972.
- საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ.2, თბ., 2004.
- მაკალათია ს., ხევი, ტფ., 1934
- გვასალია ჯ., ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. 9, გვ. 446, თბ., 1985 წელი.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- ↑ 1