Смольный монастыры
Васкресенский новодевичий[1] Смольный монастыры — ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, Санкт-Петербург ҡалаһында 1744—1764 йылдарға тиклем эшләгән. Был йылдарҙа монастырь император Елизавета Петровнаның шәхси күҙәтеүе аҫтында төҙөлә, ул ғүмеренең һуңғы йылдарын монастырҙағы тыныс тормошта үткәрергә теләп, был монастырҙы төҙөтә.
Монастырь | |||
Воскресенский новодевичий Смольный монастыры
| |||
Ансамбль монастыря | |||
Ил | Рәсәй | ||
Город | Санкт-Петербург | ||
Координаталар | 59/56/55/N/30/23/42/E | ||
Архитектор | Растрелли Бартоломео Франческо | ||
Нигеҙләнгән | 1744 йыл | ||
Төп ваҡиғалар: 1748—1754
| |||
Статус |
| ||
Бөгөнгө хәле | ғәмәлдән сығарылған | ||
Воскресенский новодевичий Смольный монастыры Викимилектә |
1848 йылғы Николай Беренсе указы буйынса яңы ҡатын-ҡыҙҙар монастыры булдырыла, уны шул уҡ исем менән — Воскресенский Новодевичий монастыры — атайҙар.
Тарихы һәм архитектураһы
үҙгәртергәЕкатерина Алексеевна Смольный ихатаһындағы (уны Смольный йорто тип тә йөрөткәндәр, йәшерәк сағында батшабикә был йортта йәшәгән була) ҙур булмаған монастырь төҙөргә ҡуша. Монастырь комплексында бер нисә өй, сиркәүле ғибәҙәтхана торорға тейеш була, комплекс эсенә бик бейек ғибәҙәтхана манараһы, шулай уҡ дворян ғаиләләренән сыҡҡан ҡыҙҙар өсөн институт та ингән.
Батша һарай архитекторы Растрелли Бартоломеоға монастыь проектын эшләргә ҡуша. Смольный соборына нигеҙ ташы 1748 йылдың 30 октябрендә һалына, һәм ансамбль нигеҙен төҙөгәндән һуң, монастырь тирәләй диуар күтәртелә. Был эштәргә 1751 йылдың майында тотонғандар. Тиҙҙән Рәсәй- Пруссия араһында һуғыш башлана, шуның арҡаһында төҙөлөш эштәре бик аҡрын бара, сөнки уның финанслауға сығымдар етмәй.
«Тол ҡатындар йорт»онда йәшәгән 14 монах ҡатындың һуңғыһы үлгәндән һуң, 1797 йылда монастырь бөтөрөлә. Элекке монастырҙың соборы архитектор Стасов Василий тарафынан бары тик 1835 йылда ғына төҙөлөп бөтә. Соборҙың бейек манараһы монастырь ансамблендә үткәрелгән анализдан һуң төҙөлмәй ҡала [2]. 1923 йылға тиклем соборҙа ғибәҙәт ҡылыу дауам итә.
Аҫыл ҡыҙҙар институты
үҙгәртергә1764 йылда Екатерина Икенсе монастыры эргәһендә Аҫыл ҡыҙҙар институтын ойоштора (институтты асыу 1764 йылдың 28 июнендә үткәрелә); план буйынса институт ҡыҙҙарын тәрбиәләү менән сит монастырҙарҙан бында килгән ҡатын-ҡыҙ монахтар шөғөлләнергә тейеш була. Әммә уларҙың күбеһе педагогик эшмәкәрлеккә һәләтһеҙ була, һөҙөмтәлә, «Екатерина II, ахырҙа, монастырҙың киләсәге юҡ, тип танырға мәжбүр була»[3].
Хәҙерге заман
үҙгәртергәXXI быуатта элекке монастырь бинаһында төрлө учреждениелар урынлашҡан, шул иҫәптән СПбДУ-ның социология, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеттары, шулай уҡ 2009 йылдан алып Санкт-Петербург дәүләт университетының политология факультеты урынлашҡан.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Иван Пушкарёв. Описание Санктпетербурга и уездных городов С.-Петербургской губернии. — СПб.: Издано собственнымъ иждивеніемъ автора, 1839. — С. 157. — 240 с.
- ↑ Ефимов В. Заметки о строительстве Смольного монастыря в Петербурге 2017 йыл 6 август архивланған.. // Ардис: архитектура, реставрация, дизайн и строительство : журнал. — № 1, 2(45). — 2010.
- ↑ Воскресенскій Новодѣвичий монастырь въ С.-Петербургѣ. // Правительственный вѣстникъ. — 4 (16) ноября 1892. — № 241. — С. 2.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Воскресенские монастыри // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Сойкин П. П. Смоленский Воскресенский ныне упраздненный монастырь // Православные русские обители: Полное иллюстрированное описание православных русских монастырей в Российской Империи и на Афоне. — СПб.: Воскресение, 1994. — С. 187. — 712 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-88335-001-1.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Воскресенский Новодевичий монастырь
- Смольный институт
- Смольный собор