Смоленск дәүләт сәнғәт институты

Смоленск дәүләт сәнғәт институты (рус. Смоленский государственный институт искусств СГИИ) — музыка, хореография, театр, һынлы сәнғәт, халыҡ ижады, музей эше, социаль-мәҙәни һәм мәғлүмәт-библиография өлкәһендә белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырға юғары уҡыу йорто[2].

Смоленск дәүләт сәнғәт институты
Нигеҙләү датаһы 1996[1] һәм 1961
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Смоленск
Рәсми сайт sgii-smol.ru[1]
sgii-smol.ru
Карта
 Смоленск дәүләт сәнғәт институты Викимилектә

1961 йылда Смоленскиҙа мәҙәни-мәғрифәт мәктәбе асыла, уның бурысы ауыл мәҙәниәт учреждениелары һәм художество үҙешмәкәрлеге өсөн етәкселәр әҙерләү була. Шул уҡ йылда ул мәҙәни-мәғрифәт училищеһы статусын ала, унда китапхана бүлеге барлыҡҡа килә, ә 1964 йылда — хореография[3][4].

1990 йылда Смоленск мәҙәни-мәғрифәт училищеһы М. В. Исаковский исемендәге мәҙәниәт училищеһы тип үҙгәртелә[5]. Һуңыраҡ, 1991 йылда, Смоленск юғары профессиональ мәҙәниәт һәм сәнғәт училище-колледжы ойошторола, ул Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй һәм урта звено өсөн бғары кимәлле белгестәр әҙерләй[3][4].

Смоленск дәүләт сәнғәт институты 1996 йылдың 12 авгусында Смоленск юғары профессиональ мәҙәниәт һәм сәнғәт училище-колледжы базаһында ойошторола, әммә вуз структураһында урта һөнәри звено (колледж) һаҡланып ҡала[5][6]. Институттың беренсе ректоры Е. А. Сергеев була. 2001 йылда көндөҙгө бүлектә уҡыған белгестәрҙең беренсе сығарылышы була, 2002 йылда — ситтән тороп уҡыу бүлегенеке[3][4].

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Смоленск дәүләт сәнғәт институты урта һөнәри, юғары һөнәри һәм өҫтәмә белем биреү эшмәкәрлеге программаларын тормошҡа ашырыу лицензияһына эйә. СДСИ составында өс факультет бар: сәнғәт һәм мәҙәниәт ғилеме, өҫтәмә профессиональ белем биреү һәм ситтән тороп уҡыу. Шулай уҡ уныъ ҡарамағында балалар сәнғәт мәктәбе һәм сәнғәт колледжы эшләй[5]. Юғары уҡыу йортоноң үҙенсәлектәренең береһе — белем биреүҙеъ ошо өс баҫҡысы араһындағы күсәгилешлек[7][3]. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәре бар; «Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек теорияһы, методикаһы һәм ойоштороу» һөнәре буйынса аспирантура эшләй [6]. Институт ҡарамағында китапхана һәм ял үҙәге бар; студенттар ижади коллективтар, шул иҫәптән халыҡ йыры һәм бейеүе театры һәм джаз-оркестр коллективтары булдыра; 2006 йылдан опера студияһы эшләй[6][3]. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә 500-ҙән ашыу кеше уҡый[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Гаврилова В. Н. Смоленский государственный институт искусств // Библиотечная энциклопедия / Ю. А. Гриханов. — М: Пашков дом, 2007. — С. 966. — ISBN 5-7510-0290-3.
  • СГИИ: 50 лет созидания и творчества // Смоленская газета. — 2011. — № 132 (860).