Слиозберг йортоМинск ҡалаһында XIX быуат башындағы тарихи бина, архитектура ҡомартҡыһы (номеры 711Е000001). Адресы: Революция урамы, 13-сө йорт.

Слиозберг йорто
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Карта
 Слиозберг йорто Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

XIX быуатта 1881 йылдағы ҙур ҡала янғынына тиклем участкала ике ҡатлы йорт һәм башҡа ҡоролма булған, әммә улар янғында ныҡ зыян күргән. Шул ваҡыттағы хужаһы мещан Давид Мовшевич Слиозберг йортто тулыһынса яңынан үҙгәртеп төҙөй. 1910 йылдағы торошо буйынса, беренсе ҡатында бер нисә магазин һәм кибет урынлаша, ә ҡалған бинаһылары торлаҡ була. 1920 йылдан һуң йорт национализациялана, биналары коммуналь фатир итеп яңынан ҡорола. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йорт зыян күрмәй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы йүнәтеү эштәрендә эске планировкаһы юғала, үтеү юлы аркаһы төҙөлә, балкондары һүтеп алына. 20102012 йылдарҙа йорт яңынан реставрациялана, балкондар тергеҙелә[1][2].

Архитектураһы үҙгәртергә

Ике яҡлы ҡыйыҡ менән ябылған өс ҡатлы бина симметрик фасадҡа эйә, уның үҙәгендә үтеү аркаһы бар. Үҙәк өлөшө ике яҫы лизена менән бүленгән. Беренсе һәм икенсе ҡаттар араһында кәрниз бүлкәте үтә. Беренсе ҡат тәҙрәләре тура мөйөшлө, ә икенсе һәм өсөнсө ҡаттың тәҙрәләре йәйәгә оҡшаған. Икенсе ҡат тәҙрәләрен тура сандриктар биҙәй. Ҡыйыҡ аҫтынан күп ҡатлы кәрниз үтә. Фасадтың ҡабырғаһына бер ҡатлы төкәтмә терәлеп тора[1][2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Дом Слёзберга (белор.). Минская Спадчина. Дата обращения: 10 февраль 2019.
  2. 2,0 2,1 С. В. Марцелеў (гал. рэд). Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Мінск. — Мінск: Беларуская савецкая энцыклапедыя, 1988. — С. 182. — 333 с. — (Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі). — 8000 экз. — ISBN 5-85700-006-8.