Арҡыры һыҙатлы мускул туҡымаһы

Мускул туҡымаһы төрҙәренең береһе.Хайуандарҙың һәм кешенең һөлдә мускулатураһын барлыҡҡа килтерә
(Скелетная мышечная ткань битенән йүнәлтелде)

Һөлдәнең арҡыры һыҙатлы мускул туҡымаһы — һығылмалы, эластик туҡыма.

  • Мускул туҡымаһы төрҙәренең береһе.
Һөлдә мускулдарының арҡыры киҫеме схемаларҙа.
Һөлдә мускулдары төҙөлөшө
  • Нервы импульстары тәьҫирендә ҡыҫҡарыу һәләтлегенә эйә.
  • Ул төрлө ғәмәлдәрҙе үтәү өсөн тәғәйенләнә : тән хәрәкәтен башҡара, тауыш бәйләүестәрен ҡыҫҡарта, һулыш хәрәкәттәрен үтәй. Мускулдарҙың 70-75%-ын ,һыу тәшкил итә.

Гистогенез

үҙгәртергә

Һөлдә мускулатураһының үҫеш сығанағы булып тора миотом күҙәнәктәре — миобластар сығанаҡ булып тора. Уларҙың бер өлөшө үҙҙәре барлыҡҡа килгән урында махсуслашып (дифференция) .аутохтон мускулдарын барлыҡҡа килтерә.

Миотомдарҙың бер өлөшө мезенхимаға күсә. Был ваҡытҡа улар махсуслашып (детерминированы) өлгөргән була. Тышҡы ҡиәфәте менән мезенхиманың башҡа күҙәнәктәренән айырылып торалар. Уларҙың махсуслашыуы артабан тәндәге башҡа мускулдарҙың барлыҡҡа килеү урындарында дауам итә. Үҫеш барышында 2 төрлө күҙәнәктәр барлыҡҡа килә. Беренсе төр күҙәнәктәр ҡушылып симпласт — мускул көпшәһе (миотуба) барлыҡҡа килтерә.

Икенсе төркөм күҙәнәктәр һәм үҙаллы ҡала. Миосателлиттарға (миосателлитоцит) махсуслаша.

Беренсе төркөм күҙәнәктәрендә махсус органоидтар— миофибриллалар яйлап күҙәнәктең ҙур өлөшөн биләй (просвет миотуба). Күҙәнәк ядроһын ситкә табан ҡыҫырыҡлай.

Икенсе төркөм күҙәнәктәре үҙаллы ҡала һәм мускул көпшәләренең өҫтөндә урынлаша.

Төҙөлөшө

үҙгәртергә

Мускул туҡымаһының структур берәмеге булып мускул сүстәре тора.

Мускул сүсе миосимпластан һәм миосателлитоциттан (күҙәнәк-сателлит) тора. Улар дөйөм базальн мембрана менән ҡапланған.

Мускул сүсенең ҡалынлығы 50-100 микрометр булып, оҙонлоғо бер нисә сантиметрҙан өлгәшергә мөмкин.

Һөлдә мускулдары һөйәктәргә ныҡ, һығылмалы тарамыштар ярҙамында беркетелгән була.

Миосимпласт төҙөлөшө

үҙгәртергә

Миосимпласт күҙәнәктәрҙең ҡушылыу йыйылмаһынан ғибәрәт. Мускул сүстәрендә күҙәнәк периферияһы буйынса урынлашҡан бик күп ядролар бар (уларҙың һаны тиҫтә меңгә етергә мөмкин).

Ядро кеүек, мускул күҙәнәктәрен эше өсөн кәрәк булған башҡа органоидтар ҙа күҙәнәк ситендә урынлашалар: эндоплазма селтәре (саркоплазматик ретикулюм), митохондрия һәм башҡалар.

Симпластың үҙәк өлөшөн миофибриллалар биләй. Миофибрилланың структур берәмеге — саркомер.

Ул актин һәм миозит молекулаларынан тора. Тап уларҙың үҙ-ара тәьҫир итешеүе мускул сүсенең ҡыҫҡарыуын һәм мускулдың оҙонлоғо үҙгәреүен тәьмин итә. Саркомер составына бик күп ярҙамсы аҡһымдар — титин, тропонин, тропомиозин һәм башҡалар инә[1].

Миосателлит төҙөлөшө

үҙгәртергә

Миосателлиттар — бер ядролы күҙәнәктәр. Улар миосимпласт өҫтөндә урынлаша. Был күҙәнәктәр үтә махсуслашмаған була. Мускул туҡымаһының олон күҙәнәктәре (стволовые клетки) булып тора. Күҙәнәктәр зарарланғанда йәки оҙайлы көсөргәнешкә дусар ителгәндә миосимпластың үҫешен тәьмин итеп бүленә башлайҙар.

Мускулдарҙың эшләү механизмы

үҙгәртергә

Һөлдә мускулдарының функциональ берәмеге булып-мотор (МБ) берәмеге тора. МБ-е эсенә мускул сүстәре һәм уларҙы иннервировацилаусы мотонейрон керә. Төрлө мускулдарҙа бер МБ-енә составындағы мускул сүстәре һаны төрлөсә була.

Мәҫәлән, бик нескә хәрәкәт ғәмәлдәре (бармаҡ йәки күҙ мускулдарында) контролләнгән һәм башҡарылған урындарҙа мотор берәмектәре ҙур түгел. Уларҙа сүстәр һаны 30-ҙан ашмай. Ә балтыр мускулында, нескә контроль кәрәкмәгән урында , МБ-дә мускул сүстәре 1000-дән ашыу иҫәпләнә.

Бер үк мускулдың моторҙар берәмеге төрлөсә була ала. Ҡыҫҡарыу тиҙлегенә бәйле мотор берәмектәрен әкренгә (slow (S-МБ)) һәм тиҙгә (fast (F-МБ) бүләләр. Ә F-МБ-не, үҙ сиратында арыуға тотороҡло (fast-fatigue-resistant (FR-МБ)) һәм тиҙ арыусанға (fast-fatigable (FF-МБ)) бүлеп йөрөтәләр.

МБ-ҙы иннервирвациялаусы мотонейрондарҙы ла шулай уҡ төркөмләйҙәр. S-мотонейрон (S-МН), FF-мотонейрон (F-МН) һәм FR-мотонейрон (FR-МН) бүлеп йөрөтәләр.

S-МБ составында миоглобин аҡһымы миҡдары юғары. Ә миоглобин үҙенә кислородты бәйләргә (О2) һәләтле. Үҙҙәрендә күберәк Бындай (S-МБ) типтағы мотор берәмектәренә байыраҡ булған мускулдар ҡара-ҡыҙыл төҫтә була. Ҡыҙыл мускулдар кеше һынын тәьмин итеү функцияларын үтәй.

Бындай мускулдар тотороҡло була, тиҙ генә арып бармай. Ә инде, киреһенсә, функцияларын тиҙ генә тергеҙергә һәләтле.

Ҡыҙыл мускулдарҙың был һәләте уларҙың миоглобинға бай һәм бик күп митохондриялары булыуға бәйле. Ҡыҙыл мускулдарҙың МБ-рендә, ҡағиҙә булараҡ, мускул сүстәре бик күп.

FR-МБ мотор берәмектәренә эйә мускулдар бик арымай ғына тиҙ-тиҙ ҡыҫҡарыу һәләтлегенә эйә. FR-MБ сүстәре митохондрияларға бик бай. Фосфорлы окисланыу юлы менән кү итеп АТФ етештерә алалар. Ҡағиҙә булараҡ, FR-MБ -дә S-MБ-нә ҡарағанда сүстәр һаны кәмерәк була.

FF-MБ сүстәрендә FR-MБ-ға ҡарағанда митохондриялар әҙерәк була. Шулай уҡ, уларҙа АТФ гликолиз иҫәбенә барлыҡҡа килә. Уларҙа миоглобин булмай. Шуға күрә, был типтағы МБ-нән торған мускулдарҙы аҡ мускулдар тип атала. Аҡ мускулдар бик тиҙ һәм көслө ҡыҫҡарыуға һәләтле, әммә бик тиҙ арый.

Функциялары

үҙгәртергә

Һөлдә мускулдарыны ирекле хәрәкәт үтәү мөмкинлеген тәьмин итә. Ҡыҫҡарыусы мускулдар үҙҙәре беркетелгән һөйәк йәки тирегә тәъҫир итә.

Шул уҡ ваҡытта беркетелгән бер осо хәрәкәтһеҙ ҡала — уны нығытыу нөктәһе (лат. púnctum fíxum) тип атайҙар.

Был урынды мускулдарҙың башланғыс урыны итеп ҡарайҙар. Мускулдарҙың хәрәкәткә килгән осо хәрәкәтсел нөктә (лат. púnctum móbile) тип атала.

Ҡайһы бер осраҡта, үтәгән функцияларына ҡарап, punctum fixum punctum mobile булып сығыш яһарға мөмкин, һәм киреһенсә.

Шулай уҡ, ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Һөлдә мускулдарының энергетик ҡағиҙәһе
  • Һөлдә мускулдарының эш гиперемияһы
  • Ю.И. Афанасьев, Н.А. Юрина, Е.Ф. Котовский. Гистология. — 5-е изд., перераб. и доп.. — Москва: Медицина, 2002. — 744 с. — ISBN 5-225-04523-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • [1]- мускул туҡымаһының үҫешеү механизмы (ингл.)