Скейтбординг

2017 йылдан спорттың олимпия төрө

Скейтбординг (ингл. skateboarding) — скейтбордта шыуып, бер юлы төрлө трюктар эшләүҙе үҙ эсенә алған экстремаль спорт төрө, Скейтбординг менән шөғөлләнгән кешене скейтбордист, йәки скейтер, тип атайҙар.

Скейтбординг
Рәсем
Һештег skateboarding
Пиктограмма
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 480 722
 Скейтбординг Викимилектә

2017 йылдан спорттың олимпия төрө. 2020 йылда Токио олимпия уйындары тарихында беренсе тапҡыр скейтбординг буйынса миҙалдар уйнатыласаҡ.

Скейтбординг тарихы

үҙгәртергә

1940-1960-сы йылдар

үҙгәртергә
 
Скейтер лип-трюк FS Roll and rock эшләй. Веллингтон, Яңы Зеландия

Скейтбординг 1930-сы йылдар аҙағында — 1950 йылдар башында барлыҡҡа килә. Калифорнияның тулҡын булмағанда сёрфинг менән шөғөлләнә алмаған сёрферҙары мөхитендә тыуа ул. Тәгәрмәстәр беркетелгән йәшниктәр һәм таҡталар тәүге скейттар була ла инде. Һуңығараҡ йәшниктар урынына пресланған ағастан эшләнгән таҡталар ҡулланыла башлай. Әлеге ваҡытта шуларға оҡшаш таҡталар ҡулланыла.

1960-сы йылдар башында сёрфинг өсөн таҡталар етештереүселәр скейтбордтар сығарыуҙы юлға һала. Шул уҡ ваҡытта Skateboarder Magazine журналында баҫылған мәҡәләләр скейтбордингтың популярлығының артыуына булышлыҡ итә. 1965 йылда бер нисә чемпионат үткәрелә. Әммә 1966 йылға скейтбордингтың популярлығы кәмей төшә, һәм 1970-се йылдар башында ғына уның популярлығы күтәрелә[1][2]. Әммә 60-сы йылдар урталарында һәм 70-се йылдар башында скейтбордтар етештереүсе фирмалар ныҡлап үҫешә башлай, бөгөн улар иң ҙур популярлыҡҡа эйә (Vans).

1970-се йылдар

үҙгәртергә

1970-се йылдар башында Фрэнк Нэсворти полиуретан тәгәрмәстәр уйлап таба. Материалдың еңел булыуы һәм юлға һәйбәт йәбешеүе кеүек сифаттары арҡаһында скейтбордингтың популярлығы ҡырҡа күтәрелә. Компаниялар скейтбординг өсөн махсус подвескалар сығара башлай. Таҡтаның (деканың) киңлеге лә 10 дюймға (25,4 см) етә. Һөҙөмтәлә скейтерға үҙе йөрөгән скейтҡа контролен арттырыу мөмкинлеге тыуа.

Етештереүселәр декаларҙы эшләгәндә быяла сүс һәм алюминий кеүек яңы материалдарҙы ла ҡулланып ҡарай, әммә декаларҙың күбеһе саған фанераһынан эшләнә. Скейтерҙар яңы трюктар уйлап таба башлай. Калифорнияның араларында Ту Page, Bruce Logan (инг.)баш. (инг.)баш., Bobby Piercy (инг.)баш. (инг.)баш., Kevin Reed (инг.)баш. (инг.)баш., һәм Z-Boys командаһы булған скейтерҙары 1976 йылғы ҡоролоҡ осоронда һыу тултырылмаған бассейндарҙа скейтбордтарҙа шыуа башлай. Улар — беренселәрҙән булып верт стилендә скейтбордта шыуыусылар.

Верт хәрәкәте һөҙөмтәһендә скейт-парктарҙың юғары яуаплылыҡ өсөн көрәше башлана, был үҙ сиратында парктарҙың ябылыуына килтерә. Быға яуап итеп, верт-скейтерҙер үҙҙәренең рампаларын төҙөй, ә фристайл-скейтерҙар флэтленд стилендә үҫеүен дауам итә. Шулай итеп, 1980-се йылдар башына скейтбордингтың популярлығы тағы кәмей.

1980-се йылдар

үҙгәртергә
 
Скейтер kickflip-ты үтәй

1976 йылда Алан Гелфандтың ҡулдар менән тотонмайынса һикереүҙе (аҙаҡ ул стиль ollie тип аталды) уйлап табыуы[3] һәм Джордж Ортон менән Тони Альваның грэб-трюктарҙы үҫтереүе скейтерҙарға вертикаль рампаларҙа трюктар эшләү мөмкинлеген бирҙе. Ләкин скейтерҙарҙың күбеһенең ул ваҡытта рампаларҙа шөғөлләнә алмауы һәм үҙҙәренең рампаларының булмауы сәбәпле, стрит-стиль популярлашып китә. Impossible һәм kickflip кеүек күп кенә хәҙерге заман трюктарын уйлап тапҡан Родни Маллен стрит стиленең тәүге пионерҙарының береһе була.

80-се йылдар урталарынан стрит стиленә фристайлдың йоғонто яһауы һиҙелә башлай, әммә мороно тар һәм йомшаҡ ҙур тәгәрмәсле киң декалар верт стиле өсөн тәғәйенләнгән булып ҡала. Шуға ҡарамаҫтан 80-се йылдар аҙағында скейтбординг тиҙ үҫешә. Скейт-парктарҙың аҙ булыуы сәбәпле, скейтерҙар сауҙа нөктәләрендә шыуа башлай. Был, үҙ сиратында, йәмғиәттә скейтбординга ҡарата кире ҡараш, суд дәғүәләре тыуҙыра һәм йәмәғәт урындарында шыуыу тыйыла.

1990-се йылдар — хәҙерге ваҡыт

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта күпселек скейтерҙар стрит стилендә шыуа, шуға күрә скейт үҙгәрештәр кисерҙе. Уның оҙонлоғо — 30 дюмдан (76,2 см) 32 дюймға тиклем (81,28 см), киңлеге — 7 дюмдан 8,6 дюймға тиклем. Әммә скейттар бер аҙ бәләкәйерәк йәки бер аҙ ҙурыраҡ булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, балалар өсөн киңлеге 6 дюймға тиң скейтбордтар сығарыла. Бынан тыш киңлеге 9 дюмға, хатта 9,5 дюмға тигеҙ булған круиз таҡталары ла етештерелә, әммә улар ғәҙәттәгесә «балыҡ» формаһында була. Был төр скейтбордтар пулала һәм рампаларҙа шыуғанда ҡулланыла, ләкин уларҙы стрит стилендә шыуғанда ҡулланған кешеләр ҙә осрай. Уларҙың тәгәрмәстәре бик ҡаты полиуретандан эшләнә (ҡатылығы яҡынса 99А), шул уҡ ваҡытта был тәгәрмәстәр ғәҙәттәгенән бәләкәйерәк була, шуға ла трюктар эшләү ҙә еңелләшә төшә. Скейтбордтың формаһы фристайл өсөн скейттар нигеҙендә формалаша һәм 1990-сы йылдар уртаһында стандарт булараҡ ҡабул ителә. Әлбиттә, башҡа формаларҙағы скейтбордтар бар, ҡағиҙә булараҡ, улар коллекция өсөн эшләнгән һәм шыуыу өсөн ҡулланылмай.

2020 — олимпия спорт төрө

үҙгәртергә

2017 йылда Халыҡ-ара Олимпия комитеты скейтбордингты 2020 йылда Токиола үтәсәк йәйге Олимпия уйыны программаһына индерәсәк[4].

Скейтборд төрҙәре һәм ҡоролошо

үҙгәртергә

Скейтборд таҡтаһы дека тип атала. Уның бөгөлөп торған ике осо ноуз тип атала (ингл. nose) һәм тэйл (ингл. tail) — алды һәм арты. Cаған ағасының бер нисә нәҙек кенә ҡатламы пресс аҫтында йәбештерелеп дека эшләнә, ул йыш ҡына 7 ҡатлы, һирәк кенә 9, тағы ла һирәгерәк 6 ҡатлы була. Ҡайһы бер декаға аҫтан өҫтәп пластик ҡатлам (слик) йәбештерелә, был иһә баҫҡыс яңдауҙары буйлап еңел шыуыуҙы тәьмин итә. Етештереүселәр елем сифатына ныҡ иғтибар бүлә. Деканың уртаса оҙонлоғо — 80 сантиметр, киңлеге 19-21 сантиметр тирәһе. Тар таҡтала трюктарҙы (флиптарҙы) башҡарыу еңелерәк. Әммә киң таҡта менән трюктан һуң ергә төшөү еңел. Дека ситтәренең бөгөлөүе конкейв (ингл. concaveconcave) тип атала, флиптарҙы еңелерәк үтәү өсөн шулай эшләнә. Һәр таҡтаның үҙ үҙенсәлектәре була. Real, Zero, Toy Machine, Santa Cruz, Creature, Flip, Element, Baker, Plan B, Almost — скейтбордтарҙы етештереүсе иң популяр фирмалар.

Гриптэйп

үҙгәртергә

Декаға тире — гриптэйп (ингл. griptapegriptape) йәбештерелә. Был — үҙенән-үҙе йәбешә торған ябай наждак ҡағыҙы. Ул кеданы таҡтала тоторға ярҙам итә. Jessup Griptape, Grizzly, M.O. B, Shake Junt, Mouse, Diamond, Lucky, Black Magi —гриптэйпты етештереүсе иң популяр фирмалар.

Подвескалар

үҙгәртергә

Аҫтан декаға подвескалар беркетелә — трак (ингл. truckstrucks). Скейтбордтың подвескаларына тәгәрмәстәр кейҙерелә. Подвескалар төрлө ауырлыҡта һәм төрлө ныҡлыҡта була. Уларҙы Krux, Independent, Thunder, Tensor фирмалары етештерә.

Тәгәрмәстәр

үҙгәртергә

Улар диаметрҙары һәм ҡатылыҡтары менән бер-береһенән айырыла. Диаметры 62-99 мм булған тәгәрмәстәрҙә асфальттағы ярыҡтар, ҙур булмаған таштар аша ла үтергә була. Тәгәрмәстәрҙең ҡаты булғаны яҡшы, сөнки йомшаҡ тәгәрмәстәр юғары тиҙлектә шыуыуға ҡамасаулай. Ә шулай ҙа йомшаҡ тәгәрмәстәр урамда, паркта шыуыу, ә ҡатылары рампала һәм махсус тәғәйенләнгән майҙансыҡтарҙа шыуыу өсөн тап килә. Иң популяр брэнд: OJ Wheels, Ricta, Flip.

Подшипниктар

үҙгәртергә

Тәгәрмәстең ике яғынан подшипниктар беркетелә. Скейтбордингта АВЕС подшипниктары ҡулланыла. Юғары сифатлы подшипниктар этенеп киткәндән һуң хәрәкәт инерцияһын оҙағыраҡ һаҡлай, шулай уҡ тиҙлек йыйыуҙы ла еңеләйтә.

Торош (ингл. stance — торош, урын) — трюктар үтәй торған торош. Төп торош һул/уң яҡ менән алға күсеүҙең һәм шыртлатып һикергәндә артҡа ҡуйылған аяҡты ҡулланыуҙың шәхси уңайлылығына бәйле.

Төп тороштар:

  • goofy (ингл. жарг. — бәйләнешһеҙ, аңра) — был торошта һул аяҡ артҡа ҡуйыла (этәргес).
  • regular (ингл. — ғәҙәти, нормаль) — был торошта уң аяҡ артҡа ҡуйыла (этәргес).
  • монго — был торошта алға ҡуйылған аяҡ этәргес ролен үтәй, артҡа ҡуйылғаны шыртлатыу өсөн кәрәк була.
  • switch (ингл. — киреһенсә, йүнәлеште үҙгәртеү мәғәнәһендә) — был торошта алға ҡуйылған һәм этәргес аяҡ үҙ-ара урындарын алмаштыра.

Трюк яһағанда ғына ҡулланыла:

  • nollie stance — аяҡтың береһе скейтбордтың моронона ҡуйылып, шыртлатыусы ролен үтәгән торош.
  • fakie — ғәҙәти торошта арҡа менән алға табан хәрәкәт итеү.

Трюктарҙың төрҙәре

үҙгәртергә

Ollie — заманса скейтбординг мәктәбенең төп трюгы. Был трюкты эшләгәндә ҡул ярҙамынан башҡа таҡтаны һауаға күтәрергә кәрәк. Был трюкты эшләүҙең ни өсөн ауыр булыуын аңлау бик ҡыйын. Тик даими шөғөлләнеү генә үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Ваҡыт үтеү менән тотороҡлолоҡ һәм оҫталыҡ та килә.

Nollie — шундай уҡ һикереү, әммә төп тороштан алға табан һикереп башҡарыла.

 
Флип-трюк миҫалы

Флип (ингл. flipflip — түңкәрелеш) — трюк, бер йәки бер нисә яҫылыҡта таҡта әйләнеп бара.

Грэб (ингл. grabgrab — баҫып) — трюк төрө, скейтер скейтты ҡулдары менән тотоп алып башҡара.

Грайнд һәм Слайд

үҙгәртергә

Слайд (ингл. slide) һәм грайнда (ингл. grind - размолоть) — трюк төрҙәре, скейтер ниндәй ҙә булһа предмет өҫтөнән шыуып бара. Грайндтар — подвескала, слайд — таҡтала шыуыу.

Мэнуал (англ. manual) — скейтбордтың бер тәгәрмәсендә шыуыуға бәйле трюк.

Лип, стэлл, стэнд

үҙгәртергә

Лип (ингл. lip), стэллы (ингл. stall), стэнды (ингл. stand) — трюк төрҙәре, скейтерҙың рампалар, бордюрҙар, рэйлдар ҡырҙарында бер аяғы йәки ҡулдары/ҡулы менән таҡтала торған килеш шыуыуы.

Шыуыу стиле

үҙгәртергә

Флэтленд

үҙгәртергә

Флэтленд (ингл. flatlandflatland; flat — тигеҙ, land — ер) — ҡаршылыҡтары булмаған, өҫтө тигеҙ яҫылыҡта (асфальт, гранит плитә кеүек) трюк яһау стиле.

Стрит (ингл. streetstreet) — был стилдә трюктар урамда яһала. Унда баҫҡыс, бордюр, кәрниз, таянғыстар кеүек ҡаршылыҡтар ҡулланыла.

Фристайл

үҙгәртергә

Фристайл (ингл. freestylefreestyle) — был стилдә трюктар тик яҫылыҡта ғына яһала. Ул 70-80-се йылдарҙа киң таралған була.

Верт (ингл. vertvert, ингл. verticalvertical — вертикаль) — бөтә трюктар ҙа рампала үтәлгән стиль.

Парк — трюктар махсус рәүештә төҙөлгән парктарҙа — рампаларҙа үтәлгән стиль. Скейт-паркта бордюр, баҫҡыс һәм башҡа ҡаршылыҡтар булыуы ихтимал.

Лайт

Лайт — (ингл. Light) — трюктар бик көсөргәнеш ҡулланмай яһалған стиль.

Скейтбординг панк-роктың скейт-пан (ингл. Skate punkPunk Skate) тип аталған жанрын тыуҙыра.

Видеоуйындар

үҙгәртергә
  • MTV Sports: Skateboarding (1999)
  • Thrasher: Skate and Destroy (1999)
  • Tony Hawk’s Pro Skater (1999)
  • Tony Hawk’s Pro Skater 2 (2000)
  • Tony Hawk’s Pro Skater 3 (2001)
  • Tony Hawk’s Pro Skater 4 (2002)
  • Tony Hawk’s Underground (2003)
  • Tony Hawk’s Underground 2 (2004)
  • Tony Hawk’s Underground 2 Remix (2005)
  • Tony Hawk’s American Wasteland (2005)
  • Tony Hawk’s Project 8 (2006)
  • Tony Hawk’s Downhill Jam (2006)
  • Tony Hawk’s Proving Ground (2007)
  • Skate (2007)
  • Skate 2 (2009)
  • Skate 3 (2010)
  • Shaun White Skateboarding (2010)
  • Tony Hawk’s Pro Skater HD (2012)
  • OlliOlli (2014)
  • OlliOlli2: Welcome to Olliwood (2015)
  • Tony Hawk’s Pro Skater 5 (2015)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Халыҡ-ара скейтбординг көнө

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Skateboarding: A Brief History (page 1). Дата обращения: 10 октябрь 2010. Архивировано 26 февраль 2012 года.
  2. Skateboarding History. Дата обращения: 10 октябрь 2010. Архивировано 26 февраль 2012 года. 2012 йыл 19 февраль архивланған.
  3. Snyder, Craig Gasbag 2007 йыл 17 декабрь архивланған., Transworld Skateboarding Magazine (октябрь 2005, стр. 44)
  4. IOC approves five new sports for Olympic Games Tokyo 2020 — Olympic News

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Скейтбординг тураһында берҙән-бер портал:

Рәсәй федерацияһы скейтбордингы:

  • Рәсәйҙә экстремаль спорт буйынса эре халыҡ-ара ярыштар сайты— Adrenalin (рус.)(рус.)Games