Сит илдә (хикәйә)
Сит илдә — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр шул уҡ йылдың 12 октябрендә әҙәби нәфис «Осколки» журналының 41-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла.
Сит илдә | |
Атамаһы | На чужбине |
---|---|
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Баҫма йәки тәржемә | Q96757598? һәм In a Foreign Land[d] |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 12 (24) октябрь 1885 |
Баҫылған | Осколки[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Баҫмалар
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Сит илдә» (На чужбине) хикәйәһе 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр шул уҡ йылдың 12 октябрендә әҙәби нәфис «Осколки» журналының 41-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла. 1885 йылда хикәйә «Осколки» журналының цензоры тарафынан тыйыла, ләкин цензура комитетында ҡаралғандан һуң баҫырға бирергә рөхсәт бирелә. 1887 йылда яҙыусының әҫәрҙәр йыйылмаһы А. Ф. Маркстың «Невинные речи» баҫмаһында донъя күрә.
Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр, немец, поляк, румын, серб-хорват, француз һәм чех телдәренә тәржемә ителә.
Яҙыуҙың тарихы
үҙгәртергәЧеховтың хикәйәһе уның бала саҡтағы тәьҫораттары нигеҙендә яҙылған. Яһыусының оләсәһе украин милләтле, ул ат заводы хужаһы Ефросинья Емельяновна Шимколарҙың (1798—1878) крепостной крәҫтиән ҡатыны була[1]. Өләсәһе бик бер ҡатлы, Хоҙайға һәм ен-пәрейҙәр булыуға ышанған кеше булған. Яҙыусының һеңлеһе, Мария Павловна Чехова әйтеүе буйынса, Чеховтың «Сит илдә» хикәйәһендә уның бер тапҡыр Больше-Княжеский престол байрамына Егор Михайлович әсәһе менән икәүләп граф ҡатыны Платовтарға ҡунаҡҡа барғаны тураһында һүҙ бара. Аш өҫтәленә ҡыҫалаларҙы ашарға ҡуялар. Чеховтың оләсәһе, үҙен бик культуралы кеше итеп күрһәтергә була, тәрилкәләге ҡыҫаланы сәнскеһе менән тотоп алырға тырыша. Егор Михайлович әсәһенә терһәге менән дә төртөп ҡарай, өҫтәл аҫтында аяғына ла баҫып ҡарай, тик тегеһе барыбер бер ни ҙә аңламай. Егор Михайловичҡа әсәһенең белмәгәнен һүҙ менән әйтеп аңлатырға тура килә…"[2].
Тәнҡит
үҙгәртергәЛ. Н. Толстой «Сит илде» Чеховтың иң яҡшы хикәйәләре иҫәбенә индерә[3].
Чехов ижадын хәҙер өйрәнеүселәр, яҙыусы халыҡтың милли ҡылыҡлырламаһы нигеҙенә теге йәки был мәҙәниәткә ҡараған кешеләрҙең стереотиплы һүрәтләнеүен алған, тип һанай. Бының миҫалы булып, «Сит илдәге» француз тоа. Ул үҙ иленең кескәй генә патриоты һәм шунлыҡтан ул ыҙа сигә. Шул уҡ ваҡытта автор үҙҙәренекенең сит ил кешеһенекенә ҡарағанда өҫтөнөрәк булыу темаһын да һүрәтләй. [4].
Персонаждар
үҙгәртергә- Камышев, «буш һүҙ» һөйләргә яратыусы алпауыт.
- Альфонс Людовикович Шампунь, ҡарт француз, Камышевтың элекке гувернеры.
Сюжет
үҙгәртергәХикәйәләге ваҡиға бай алпауыт Камышев йортонда бара. Уның өйөндә ҡарт француз, Камышевтың элекке гувернеры Шампунь йәшәй. Ҡасандыр ул алпауыттың балаларын француз теленә, яҡшы манераларға һәм бейергә өйрәткән. Хәҙер инде уның эше лә әҙәйгән, эш хаҡы ла кәмегән. Камышев өйөндәге уның төп бурысы — матур кейенеү, хушбуй еҫтәрен һаңҡытыу һәм хужаһының һөйләгәнен тыңлау.
Иртәнге аш ваҡытында Камышев Франция һәм француздар тураһында фекер йөрөтә. Уның уйынса, Франция шул тиклем бәләкәй ил, уны бер сигенән икенсе сигенә тиклем бер көндә үтеп була. Бер кем дә француз аштарын яратмай, ә һин французға «былар барыһы ла Франциянан килгән, уларса бешерелгән тип тәлмәрйен, ҡомаҡ, тараҡанды бир-ул барыһын да ашаясаҡ, ә бына уға урыҫ ветчинаһы оҡшамай, әгәр инде ул ветчинаны Францияныҡы тип атап бирһәң, ул ауыҙын сәпелдәтә биреп ашап ҡуясаҡ. Әгәр шулай тип уға быяла бирһәң, уны ла ул йотасаҡ.» Француздар үҙҙәрен, китап уҡығанлыҡтан, белемле һанай, ә беҙҙең урыҫ халҡы тыумыштан уҡ аҡыллы булып тыуа. Француздар- эхлаҡһыҙ халыҡ, улар «эт кеүек йәшәй, ә үҙҙәрен бик һааулы тота, ҡыҫаланы сәнске менән ашамай, иҙәнгә төкөрмәй, ләкин уларҙа беҙҙеке кеүек рух көслө түгел»-тип дауам итә. Уның был һүҙҙәре французға оҡшамай, ул үпкәләй һәм тыуған иленә ҡайтып китергә уйлай. Төшкә ашҡа Камышевтың әңгәмәсеһе сыҡмай, һәм Камышев бының сәбәбен асыҡлай башлай. Ә француз Шампунь был ваҡытта үҙенең сумаҙанын юлға сығырға тултырып ята.
Быны күргән Камышев французға уның паспортын юғалтыуы тураһында һәм паспортһыҙ тегеһенең бер ҡайҙа ла китә алмаясағын һәм бик тиҙҙән аяҡтарына бығау ҙһалынасағын әйтә. Француз бик ныҡ ҡайғыра, һәм Камышев уны «мин шаярттым ғына» тип тынысландыра һәм үҙе француздар тураһында әйткән һүҙҙәрҙе күңеленә ауыр алмаҫҡа кәңәш бирә. «Ана ҡуртымсы Лазарь Исаковичтан өлгө ал, мин уны нимә генә тип әрләп, мыҫҡылламайым, ә ул бер нимәгә лә үпкәләмәй, һин дә үпкәләмә!»- ти. Шампунь тыныслана һәм төшкө аш ашарға сыға. Өҫтәл артында тағын иртәнге тарих ҡабатлана.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. На чужбине// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Абрамова В. С. Образы «иной» культуры в творчестве А. П. Чехова // Чеховские чтения в Ялте: Вып. 18: А. П. Чехов — путешественник. Сб. науч. трудов. — Симферополь: ДОЛЯ, 2013. — С. 80-88.
- En terre étrangère, traduit par Édouard Parayre, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1967 (ISBN 978 2 07 0105 49 6).
- Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 88, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, (ISBN 978 2 296 11343 5)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- На чужбине 2016 йыл 27 август архивланған.. Оригинальный русский текст.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Украинские корни Чехова. Журнал «Мгарский колокол»: № 84, январь 2010
- ↑ Історія українсько-російських літературних зв`язків. Том 1. Київ, «Наукова думка», 1987
- ↑ Чехов А. П. На чужбине. Иҫкәрмәләр 2017 йыл 11 май архивланған.
- ↑ В. С. Абрамова. Экзистенциональное сознание и национальное бытие в прозе А. П. Чехова 1890—1900-х годов. Пермь, 2016. с.79, с.114 2017 йыл 27 октябрь архивланған.