Ситләтелгән һалым

тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең хаҡына йә тарифына өҫтәмә рәүешендә билдәләнә торған һалым.

Ситләтелгән һалым — тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең хаҡына йә тарифына өҫтәмә рәүешендә билдәләнә торған һалым. Тауарҙар етештереүсе йә хеҙмәттәр күрһәтеүсе өҫтәмәне иҫәпкә алып һата һәм дәүләткә төшөмдән тейешле һалым суммаһын түләй, йәғни ул —һалымды йыйыусы, ә һатып алыусы ситләтелгән һалымды түләүсе булып тора.

Ситләтелгән һалым төрҙәре

үҙгәртергә
  • Индивидуаль һалымдар (акциздар) — тауарҙарҙың һатыу хаҡына ҡарата проценттарҙа билдәләнә торған ситләтелгән һалымдар; ҡағиҙә булараҡ, улар юғары рентабелле тауарҙарҙан етештереүселәр алған үтә юғары килемде дәүләт бюджетына алыу өсөн тәғәйенләнә.
  • Фискаль монополиялар — юридик һәм физик шәхестәрҙең уларға дәүләт ойошмалары күрһәткән хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре; мәҫәлән, дәүләт лицензиялары, рөхсәттәр, документтар төҙөтөү өсөн түләүҙәр һ.б. Әйләнештән һалымдар ҙа ошо пунктҡа инә.
  • Таможня пошлинаһы — импорт, экспорт һәм (һирәгерәк) транзит тауарҙар өсөн иғәнә (түләү) рәүешендәге ситләтелгән һалым төрө.