Сирек марафон (ингл. Quarter marathon) (QM) (шулай уҡ марафондың 1/4 өлөшө тип тә йөрөтөлә) — марафон (42 км 195 метр) дистанцияһынан дүрт тапҡырға кәмерәк 10,55 км йүгереү дистанцияһы.

Ҡағиҙә булараҡ, ярыштар шоссе юлда үткәрелә. Сирек марафон еңел атлетиканың рәсми дисциплинаһы булып тормай, әммә был арауыҡ 2010 йылдар башынан алып донъяның һәүәҫкәр йүгереүселәренең иғтибарын йәлеп итә. Сирек марафон йүгереүе марафон менән бер рәттән традицион марафон һәм ярыммарафон ярыштары сиктәрендә уҙғарыла. Уның барлыҡҡа килеүе марафон һәм ярыммарафон ярыштарына юлдаш-дистанция сифатында үткәреү тәжрибәһенә бәйле. Ләкин марафон һәм ярыммарафон трассаһын билдәләгәндә 10 км тулы әйләнәгә бүленмәй һәм уны -ткәреүҙе ябайлаштырыу маҡсатында ойоштороусылар был арауыҡты 10,55 км тип билдәләй.

2017 йылдың 22 октябрендә Ҡалмыҡстанда, Элистала RunUralan ярышында марафондың 1/4 өлөшөн үткән ҡатнашыусы номеры

Шул уҡ ваҡытта донъяла яйлап ҡына айырым сирек марафон ярыштары үткәрелә: Таиландтың төньяҡ-көнбайышындағы Сисакет провинцияһында һәр йылдың декабренең өсөнсө йәкшәмбеһендә, Көньяҡ Англияның Баши ҡалаһында һәр йыл июлдә сирек марафон ярыштары үтә. Англияның Конглтон ҡалаһында был ярышты урындағы Конглтон арыҫландары клубы уҙғара. Уның ҡатнашыусылары дистанцияны ярыммарафонсылар менән үтә. Конглтон арыҫландары ярыш үткәреүҙе 2011 йылда туҡтата, әммә Конглтон аусылары (Congleton Harriers) уны һаҡлап ҡала һәм 2012 йылда ярыштар ҡабат уҙғарыла башлай. Вустерширҙағы Бредон ҡалалһында был сара 2012 йылдың сентябренән башлап йыл һайын ойоторола.

Һылтанмалар

үҙгәртергә