Сик һаҡсылары һәйкәле (Дондағы Ростов)

Дондағы Ростовта һәйкәл

Сик һаҡсылары һәйкәле — Дондағы Ростов ҡалаһындағы һәйкәл. 2014 йылдың октябрендә асылған. Дон йылғаһының яр буйында урынлашҡан.

Сик һаҡсылары һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 2014
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Автор Бегалов, Давид Рубенович[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Бейеклеге/буйы 4 метр
Карта
 Сик һаҡсылары һәйкәле (Дондағы Ростов) Викимилектә

Адрес: Дондағы Ростов ҡалаһы, Яр буйы урамы, 53-сө йорт тирәһендә.

Дондағы Ростов ҡалаһы оҙаҡ йылдар буйына Рәсәй империяһының көньяҡ сигендәге форпосы була. Әлеге ваҡытта Донда төрлө ваҡытта сик һаҡсылары ғәскәрендә хеҙмәт иткән 60 мең кеше йәшәй. Һәйкәл тирәһендә яҙ һайын Сик һаҡсылары көнө үткәрелә, осрашыуға традиция буйынса сик ғәскәрҙәре ветерандары саҡырыла. 2012 йылдың май айында бында буласаҡ һәйкәлдең нигеҙ ташы һалына.

Дондағы Ростовтың Яр буйы урамында 2014 йылдың октябренд «Сик буйы һаҡсыларының барлыҡ быуындарына» һәйкәле асыла. Һәйкәл проектының авторы — скульптор Давид Рубенович Бегалов. Һәйкәл Дондағы Ростовтың сик буйы һаҡсылары ветерандары советының инициативаһы һәм Ростов өлкәһе сик буйы һаҡсылары ғәскәренең ветерандары аҡсаһына ойошторола[1].

Тасуирлама

үҙгәртергә
 
Сик һаҡсылары һәйкәле

Һәйкәл Рәсәй һәм Дон сик буйы ғәскәрҙәре тарихын һәм традицияларын сағылдыра. Һәйкәл йәшел гранит менән көпләнгән дүрт метр бейеклектәге плитәнән ғибәрәт, унда төрлө ваҡытта Ватан сиктәрен һаҡлаусы өс яугир-сик буйы һаҡсылары фигуралары һүрәтләнгән. Улар араһында — уң ҡулында айбалта булған батша ваҡытындағы яугир, СССР һәм Рәсәй хәрби формаларындағы сик буйы һаҡсылары. Сик буйы һаҡсыларының янында бронза эт ултыра. Плитәнең юғары өлөшөндә сик буйы һаҡсылары ғәскәренең эмблемаһы, унда: «Сик буйы хеҙмәте» тип яҙылған. Скульптура итәгендә — плитә, уға бронза фуражка, буденновка, ҡылыс һәм бинокль ҡуйылған.

Скульптураның артҡы яғында Рәсәйҙең Ҡырым ярымутраулы картаһы урынлашҡан һәм: «Рәсәй сиктәре изге һәм ҡағылғыһыҙ» тип яҙылған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә