Коммерция булмаған партнёрлыҡ «Сикһеҙ» мәҙәни үҙәге" — коммерция булмаған ойошма, Рәсәй йәмғиәтенең инвалидтар проблемаларын нисек ҡабул итеүҙәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Үҙәктең маҡсаты — мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр өсөн функциональ һәм элегант кейем тегеү. Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә Dialogue Social Enterprise халыҡ-ара проектын күрһәтеүсеһе .

Культурный центр «Без границ»
Тип

Коммерция булмаған партнёрлыҡ

Нигеҙләү йылы

2011

Нигеҙләүселәр

Тобиас Райзнер

Төп фигуралар

Янина Урусова, Томас Шмитт

Вәкиллек

Dialogue Social Enterprise

Эшмәкәрлек өлкәһе

инвалид кешеләр өсөн кейем тегеү

Дочерние организации

Bezgraniz Couture конкурсы

Веб-сайт

www.bezgraniz.com

Siemens компанияһының элекке топ-менеджеры, немец эшҡыуары Тобиас Райзнер проектты уйлап тапҡан. Ул Рәсәйгә күсә һәм программалар эшләү компанияһына нигеҙ һала. Фирманың килеменә «Сикһеҙ» проектын финанслай башлай, ул инвалидтарға ярҙам итә[1].

Проекттың башланғысы булып bezgraniz.com сайты тора. Һуңғараҡ «Сикһеҙ» мәҙәни үҙәге" төҙөлә, уның генераль директоры Янина Урусова була.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Үҙәктең мөһим проекттарының береһе «Сикһеҙ — кәүҙә, йәмғиәт, мәҙәниәт» фестивале. Фестивалдең программаларына күргәҙмәләр, концерттар һәм лекциялар тәшкил итә, улар йәмғиәтте инвалидлыҡ мәсьәләләренә иғтибар йәлеп итеү өсөн ойошторола[2][3].

Bezgraniz Couture

үҙгәртергә

Үҙәк халыҡ-ара Bezgraniz Couture мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн кейем конкурсы үткәрә. Был донъяла беренсе ошондай конкурс. Янина Урусова, Тобиас Райзнер һәм Гудрун Вайсс-Даннхольц уға нигеҙ һалалар.

Проект халыҡ-ара мода аҙналығында ҡатнаша, мәҫәлән Mercedes-Benz Fashion Weekта[4].

Беренсе күрһәтеүҙә Германиянан, Рәсәйҙән, Италиянан, Бразилиянан дизайнерҙар ҡатнаша.

Башҡа проекттары

үҙгәртергә

Үҙәк инвалид кешеләргә ярҙам итер өсөн башҡа проекттарҙы тормошҡа ашыра. Шуларҙың береһе «Инопланетники» проекты тип атала — унда ҡатнашыусылар нисек итеп улар яңы планетаны төҙөрҙәр ине тигән темаға уҙ идеялары менән бүлешәләр[5].

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек

үҙгәртергә

Ойошма рәсми рәүештә Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә Dialogue Social Enterprise халыҡ-ара проектын күрһәтә. Мәҙәни үҙәк ярҙамында 2012 йылдан Мәскәүҙә күреү һәләтен юғалтҡан тренерҙар ҡараңғыла бизнес-тренингтар үткәрәләр, ул Dialogue Social Enterprise-тың мөһим проектының береһе «Ҡараңғыла диалог» проектының беҙҙеңсә версияһы[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә