Ҡараңғыла диалог
Ҡараңғыла диалог (ингл. Dialogue in the Dark, ингл. DITD[1]) — Dialogue Social Enterprise GmbH компанияһының күҙе күргән кешеләр менән һуҡырҙар араһындағы кәртәләрҙе үтергә булышлыҡ итеүсе, шулай уҡ күҙгә зәғифтәр көндәлек тормошта ҡулланған күнекмәләрҙе күҙлеләрҙең дә ҡулланып ҡарауына булышлыҡ итеүсе музейы, күргәҙмәһе, тренингы һәм франшизаһы.
Ҡараңғыла диалог Dialogue in the Dark | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1988 |
Нигеҙләүсе | Андреас Хайнеке |
Директор | Матиас Шефер (нем. Matthias Schäfer) |
Сайт | dialogue-in-the-dark.com |
Ҡараңғыла диалог Викимилектә |
Майндағы Франкфуртта музейҙың директоры — Матиас Шефер (нем. Matthias Schäfer)[2].
Тарихы
үҙгәртергә«Ҡараңғыла диалог» проектының идеяһы Андреас Хайнекеға уның һуҡыр журналист менән хайран иткес аралашыуына һәм артабан Франкфурт Һуҡырҙар ассоциацияһында уның менән оҙайлы хеҙмәттәшлегенә бәйле тыуа. Ул төп маҡсатты былай ҙа тулы ҡанлы тормош алып барған һуҡырҙарға «хеҙмәт итеүҙә» түгел, ә күҙгә зәғифтәр менән ҡалған йәмғиәт араһындағы кәртәне емереүҙә, күҙлеләрҙең күҙһеҙҙәрҙән өркмәүенә һәм ситләшмәүенә өлгәшеүҙә күрә[3].
Был идеянан иң тәүҙә 1988 йылда Гамбургта күргәҙмә тыуа, унда килеүселәр дөм ҡараңғы мөхиткә эләгә, төрлө тормош-көнкүреш ҡыйынлыҡтарына тарый һәм һуҡыр тренерҙар ярҙамында уларҙан сығырға өйрәнә[4][1].
«Ҡараңғыла диалог» күргәҙмә форматында бөтә илдәрҙе урап сыға.
2000 йылда «Ҡараңғыла диалог» базаһында Гамбургта Dialogue in the Dark for the Promotion of Social Creativity ассоциацияһы ойошторола[5], 2005 йылда Хайнеке «Диалог музейын» (нем. Dialogmuseum GmbH) Франкфуртта даими нигеҙҙә ойоштора[5][2][1].
Музей биш йыл йәшәр тип планлаштырыла, ләкин проект ғәмәлдә мөҙҙәтһеҙ булып сыға[2].
Франкфурттағы музейҙы 34 кеше хеҙмәтләндерә, уларҙың 14-е тома һуҡыр йә насар күрә[2]. Бынан тыш уларға ярҙамға килеүселәр, айырыуса йәштәр араһынан, күп[2].
«Диалог музейының» эш хаҡы сығымдарының 70%-ы башта дәүләт тарафынан финанслана, ләкин 2013 йылға дотациялар 30 %-ҡа тиклем кәметелә[2].
2008 йылда Андреас Хайнеке һәм уның ҡатыны Орна Коэн бөтә проекттарын, шул иҫәптән «Ҡараңғыла диалогты» ла, Dialogue Social Enterprise GmbH компанияһына берләштерә[6]. Шул саҡта бизнес-тренингтар һатыу һәм уларға франшизаны таратыу идеяһы тормошҡа аша башлай.
«Ҡараңғыла диалог» Рәсәйҙә
үҙгәртергә«Ҡараңғыла диалог» проектының тренинг программаһына франшизаны Рәсәйҙә 2010-сы йылдар башында Siemens’тың элекке топ-менеджеры Тобиас Райзнер ала[7] һәм 2012 йылдың мартында уны Мәскәүҙә эшләтеп ебәрә[4]. Рәсәй версияһында ике сәғәтлек тренинг барышында дөм ҡараңғы бүлмәлә һуҡыр тренерҙар ҡатнашыусылар командаһы алдына һәр төрлө бурыстар ҡуя, уларҙы үтәүгә ваҡыт билдәләнә[7]. Рәсәйҙә тренингта ҡатнашыу 2014 йылда 24 кешелек төркөм өсөн 120 000 һум тора ине[7]. Проект етәксеһе Екатерина Виленкина таныуынса, клиенттар табыу ауыр була[7]. Шуға ҡарамаҫтан, уның әйтеүенсә, өс йыл эсендә 150-ләп компания тәҡдимдән файҙалана[7].
Күрһәткестәр
үҙгәртергә«Ҡараңғыла диалог» проекты 19 илдә 130-лаған ҡалалағы 4 меңдән ашыу һуҡыр кешегә юғары квалификациялы эш һәм һәләттәрен, таҫыллыҡтарын күрһәтеү мөмкинлеген бирә[3]. Проект хеҙмәткәрҙәренең күпселеге быға тиклем бер ниндәй рәсми эштә эшләп ҡарағаны булмай, уларҙың 40%-ы артабан шәхси һәм дәүләт секторындағы «ҡәҙимге» компанияларға эшкә урынлаша[3].
«Ҡараңғыла диалог» проекты 2013 йылға 25 илдең 150-нән ашыу ҡалаһында 6 миллион кешегә күреү һәләтенән мәхрүм булып ҡарау тәжрибәһен бирә[8][3]. Франкфурттағы музейға ғына ла 2012 йылда 86 мең кеше килә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ram A. Cnaan, Diane Vinokur-Kaplan. Chapter 11Dialogue in the Dark: Mainstreaming Blind People in Germgany // Cases in Innovative Nonprofits: Organizations That Make a Difference. — SAGE Publications, 2014. — 336 с. — ISBN 148332432X, 9781483324326.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Анита Грабская Диалог в темноте: почувствуй себя слепым . DW (25 апрель 2013). Дата обращения: 4 май 2015.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 ANDREAS HEINECKE (ингл.). Ашока (фонд). Дата обращения: 4 май 2015.
- ↑ 4,0 4,1 Моника Холлахер. Два часа вслепую . Российско-Германская Внешнеторговая палата. Дата обращения: 4 май 2015. 2015 йыл 5 май архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 Prof. Dr. Andreas Heinecke (ингл.). EBS Business School. Дата обращения: 4 май 2015. 2014 йыл 21 август архивланған.
- ↑ Company Overview of Dialogue Social Enterprise GmbH (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 4 май 2015.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Елена Сахарова Ферма, музыка, стрельба: 5 способов сплотить команду . Forbes (21 ноябрь 2014). Дата обращения: 4 май 2015.
- ↑ Light from darkness . projectm-online.com (июль 2009). Дата обращения: 4 май 2015.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсми сайт: dialogue-in-the-dark.com.
- Тобиас Райзнер менән интервью «Важная задача любого тренинга — вывести человека из зоны комфорта, за рамки его обычного поведения».
- Диалог в темноте, или венская суббота 2015 йыл 5 май архивланған..