Сибай һыу объекттары

(Сибай һыу ятҡылыҡтары битенән йүнәлтелде)

Сибай һыу объекттары — Сибай ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан тәбиғи һәм яһалма сығышлы һыу ятҡылыҡтары.

Сибай һыу объекттары

Сибай ҡалаһы биләмәһе буйлап өс йылға — Худолаз (Төйәләҫ), Ҡарағайлы һәм Ҡамыш-Үҙәк аға. Бөтә йылғалар ҙа бысранған, айырыуса Ҡарағайлы. Бында быуа (Балыҡсы йорто), һыуһаҡлағыс, ике дамп, Төйәләҫ ауылында Худолаз күле бар.

Худолаз, Урал йылғаһының уң яғындағы ағымы, көнсығыш ситтә һәм Төйәләҫ ауылы аша аға.

Ҡала биләмәһе буйлап Ирәндек һыртының көнсығыш ситендә башланған Ҡарағайлы йылғаһы аға. Һыу ағымының оҙонлоғо 28 км. Бынан яҡынса 10 км алыҫлыҡта йылға ике ҡултыҡҡа бүленә, улар ҡала ситендәге Төйәләҫ йылғаһына барып тоташа. Ҡултыҡтарҙың береһе Ҡамыш-Үҙәк исемен йөрөтә.

Сибай ҡалаһы ҡала округының һыу менән тәьмин итеү сығанағы булып, Ҡыҙыл һәм Ҡарағайлы йылғалары ер аҫты һыуҙары тора. Кизильский һыу ятҡылығы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында урынлашҡан.

Һыу ҡоймаларын санитар һаҡлау зонаһында ҡырсынташ сығарыу буйынса карьер, ауыл хужалығы малдары өсөн фермалар, коллектив баҡсалар урынлашҡан. Ҡарағайлы санитар-һаҡлау зонаһында торлаҡ йорттар, һарайҙар, иҫке үәм яңы ерләү зыяраты, сүп-сар урындары урынлашҡан[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте: Сибай ҡалаһы һыу объекттары буйлап рейд үткәрелде(недоступная ссылка), 04.07.2018

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Ҡарары 24.05.2018 № 863 «Ҡала округында күмәк ял итеү урындарын ойоштороу һәм халыҡтың именлеген тәьмин итеү тураһында»