Сиам ҡултығы
Сиа́м ҡултығы[1][2], (Таила́нд ҡултығы[1] (тай. อ่าวไทย, Ау Тхай[3]; (тай. อ่าวไทย, Ау Тхай[3]; малай. Teluk Siam; кхмер. ឈូងសមុទ្រសៀម, Chhoung Samut Siem; вьетн. Vịnh Thái Lan) — көнбайышта һәм төньяҡта Таиланд, көнсығышта — Камбоджа һәм Вьетнам, көньяҡ-көнбайышта — Малайзия ярҙары менән уратып алынған ҡултыҡ.
Сиам ҡултығы | |
---|---|
тайск. อ่าวไทย | |
Юғарылағы акватория | Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе |
Илдәр | |
Тип | ҡултыҡ |
Майҙаны | 320 000 км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 80 м |
Уртаса тәрәнлек | 45 м |
Сиам ҡултығы Викимилектә |
География
үҙгәртергәСиам ҡултығы Һинд-Ҡытай ярымутрауының көнсығышын Малакка ярымутрауынан айырып тора. Яр буйы һыҙығы көнсығышта Вьетнамдағы Байбунг (Камау) морононда башланып көньяҡ-көнбайышта Малайзияның Кота-Бару ҡалаһы янында тамамлана. Көньяҡ-көнсығышта Сиам ҡултығы Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙенә күсә. Майҙаны — яҡынса 320 000 км².
Төньяҡ нөктәһендә Сиам ҡултығы Бангкок бухтаһын барлыҡҡа килтерә, уға Чаупхрая йылғаһы ҡоя. Ҡултыҡҡа ҡойған тағы бер ҙур йылға — Тапи, уның тамағы Сураттхани ҡалаһы эргәһендә. Чаупраянан ултырмалар килеүен дауам иткәнгә күрә, Үҙәк Таиланд ярҙары көньяҡҡа табан хәрәкәт итә бара. Һыуҙың тәрәнлеге ярҙан 10 — 20 саҡрым алыҫлыҡта ни бары 11 метр тәшкил итә. Ҡултыҡтың уртаса тәрәнлеге — ни бары 45 м, ә иң тәрән урыны — 80 м. Һуңғы боҙлоҡ осоро иң юғары нөктәһенә еткән саҡта ҡултыҡ диңгеҙ кимәленән юғары була һәм Үҙәк Таиландта Чаупхрая тирәләй бөгөнгө уйпатлыҡтың дауамын тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта Сиам ҡултығы ярҙарының күп өлөшө эрозияға дусар ителгән.
Ҡултыҡ эсендә һыу ағымы бик яй, шуға күрә ултырмалар бик тиҙ арта. Тоҙ миҡдары сағыштырмаса түбән һәм 31,8 — 33,5 процент тәшкил итә. Тик тәрәнерәк урындарҙа ғына Көньяҡ Ҡытай диңгеҙенең тоҙло диңгеҙ һыуы үтеп инеп, 50 метрҙан түбәнерәк тәрәнлеккә төшә. Сиам ҡултығының һыу температураһы ярайһы уҡ юғары һәм күпселек урындарҙа мәрйен рифтары барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән. Уларҙың күбеһенә глобаль йылыныу һәм бигерәк йылы һыу арҡаһында үлем хәүефе янай. Мәрйендәрҙең юҡҡа сығыуы ҙурыраҡ биләмәләрҙе солғап ала һәм урындағы туризмға, балыҡсылыҡҡа хәүеф менән янай.
Иҡтисады
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Индокитай // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 1999 г. ; отв. ред.: Т. Г. Новикова, Т. М. Воробьёва. — 3-е изд., стер., отпеч. в 2002 г. с диапоз. 1999 г. — М. : Роскартография, 2002. — С. 148—149. — ISBN 5-85120-055-3.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 333.
- ↑ Инструкция по передаче на картах географических названий Таиланда. — М., 1966. — С. 20.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Был диңгеҙ тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |