Сер (хикәйә)
Викидатала элемент тултырылмаған |
Сер — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 11 апрелендә «Осколки» журналының 15 һанында А.Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Баҫмалар
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Тайна» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 11 апрелендә «Осколки» журналының 15 һанында А.Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Хикәйә шулай уҡ А. Ф. Маркс нәшер иткән баҫмаға ла индерелә.
Чехов тере саҡта хикәйә поляк, серб-хорват һәм словак телдәренә тәржемә ителә.
Тәнҡит
үҙгәртергә«Сер» хикәйәһе тураһында А. С. Лазарев хатында: «Чехов хикәйәһе иҫ киткес матур. (Чехов бер ваҡытта ла «ҡәнәғәтләнерһеҙлек» яҙмай)»,-тип билдәләй.
«Книжный вестник» журналының рецензиялаусыһы «Сер» хикәйәһен Чехов әҫәрҙәр йыйылмаһының беренсе томына ингән иң матур хикәйәләренең береһе тип иҫәпләй. [1]} (1936)
Персонаждар
үҙгәртергә- Навагин, статский кәңәшсеһе.
- Федюков, урындағы мәхәлләнең кесе руханийы(дьячогы)
- Навагиндың ҡатыны спиритизм менән булышыусы.
Сюжет
үҙгәртергәШулай Пасха көндәренең береһендә статский кәңәшсеһе Навагин визиттарҙан ҡайта һәм үҙҙәренә визит менән килеүселәр исемлеген уҡый башлай, улар араһында Федюков фамилияһын осрата. Был кешене ул бер нисек тә иҫенә төшөрә алмай. Швейцар шулай уҡ Федюковты күрмәгән һәм белмәй булып сыға. Навагиндың ҡатыны спирит була, һәм ул иренә Федюковтың Навагинға симпатия менән ҡараусы өрәктер тип аңлата һәм , бәлки, уға берәй нимә кәрәк түгелме икәнлеген һорарға кәңәш бирә. Навагин йәмәғәтенә ышанмай. Ике аҙна буйына уйланып йөрөгәндән һуң ул ҡатынына Федюковтың рухын саҡырырға ҡуша.
Спиритизм сеансында уның ҡатыны Федюковты саҡыра һәм уның йәне менән һөйләшә. Спиритизм сеанстары көн һайын дауам итә һәм Навагин менән Федюков араһында диалог барлыҡҡа килә. Навагин шулай уҡ Наполеонды, Ганнибалды, Аскоченскийҙы, үҙенең инәһе Клавдия Захаровнаны саҡыра, һәм улар барыһы ла Навагинға ҡыҫҡа, ләкин бик дөрөҫ һәм тулы мәғәнәле яуаптар бирә. Навагин гипнотизм, медиумизм, бишопизм, спиритизм, дүртенсе үлсәм һәм башҡа шундай «томандар» менән мауығып китә. Бынан тыш, Навагин хатта үҙе лә нимәлер яҙырға маташа. Биш ай буйына ул: «И мое мнение» тигән реферат яҙа. Рефератын ул заказлы хат менән спиритик журналға ебреп баҫтырырға була. Ошо ваҡыт уның янына Навагиндың үтенесе буйынса бәләкәй улына метрика ҡағыҙы яҙырға урындағы кесе рухани килә. Кесе рухани уға: «Таныҡлыҡ иртәгә үк әҙер буласаҡ! Иртәгә сиркәүҙәге киске ғибәҙәт ҡылыу алдынан берәйегеҙ сиркәүгә ҡағыҙҙы алырға килһен. Мин унда буласаҡмын. Федюковты саҡырырға ҡушығыҙ, мин һәр саҡ сиркәүҙә булам…» - ти
Теге саҡта Навагинға визит яһаусы Федюков ошо кеше булып сыға. Үҙенең был ҡылығын кесе рухани былай тип аңлата: «Мин , Һеҙ ғәли йәнәптәәре, тәре менән йөрөгән ваҡытта һәр ваҡыт юғары вельможалар өйө янынан үтеп барғанда, уларға инеп имзамды ҡуйып сығам… Быны мин шул тиклем яратам… Алғы бүлмәлә ятҡан визит яһаусылар исемлеген күреп ҡалһам, шулар араһына үҙ имзамды яҙып ҡалдырырға ҡулым ҡысый башлай, ғәфү итегеҙ…» Был һүҙҙәрҙән Навагин «телһеҙ таш кеүек ҡата» һәм үҙен бер ваҡытта ла борсомаҫҡа ҡуша.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Тайна// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 259, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Le Mystère traduit par Édouard Parayre, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1970, ISBN 2-07-010550-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов А. П. Тайна 2017 йыл 5 май архивланған.. Оригинальный русский текст
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Книжный вестник», 1900, №3, отдел «Библиографический обзор», стр. 52