Сергеев Юрий Дмитриевич (ғалим)
Юрий Дмитриевич Сергеев (13 май 1944 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, медицина хоҡуғы өлкәһендә белгес, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспондентты (2004), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).
Сергеев Юрий Дмитриевич (ғалим) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 13 май 1944 (80 йәш) |
Һөнәр төрө | ғилми-педагогик хеҙмәткәр |
Эш урыны | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Уҡыу йорто | Донецкий национальный медицинский университет[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d][1] |
Биографияһы
үҙгәртергә1944 йылдың 13 майында тыуған.
1968 йыл — Донецк медицина институтының дауалау факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай
1973 йылда — юғары юридик университет белемен ала (Ростов дәүләт университеты).
1999 йылда кандидатлыҡ, ә 2000 йылда — яраҡһыҙ медицина ярҙамы күрһәтеү проблемаһы һәм уны профилактикалау саралары, актуаль экспертиза проблемалары һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең профессиональ законды боҙоуҙағы яуаплылығы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2004 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана
2014 йыл — РФА ағза-корреспонденты (Рәсәй Фәндәр академияһына Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһын һәм Рәсәй медицина фәндәре академияһын берләщтереү сиктәрендә)
И.М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетында медицина хоҡуҡтары кафедраһына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе (1995 йылдан хәҙерге көнгә тиклем)[2], МДУ фундаменталь медицина факультетының медицина хоҡуғы профессоры (1996 йылдан алып әлеге көнгә тиклем).
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМедицина хоҡуғының Рәсәй фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы.
370-тән ашыу фәнни эш авторы, улар араһында монографиялар, 21 дәреслек, ҡулланмалар, шулар иҫәбендә студенттар өсөн беренсе уҡыу дәреслеге (1984 йыл) һәм беренсе уҡыу әсбабы «Табип эшмәкәрлегенең юридик нигеҙҙәре» бар (1988).
Уның етәкселегендә медицина һәм хоҡуҡ буйынса 20-нән ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлана.
Фәнни-ойоштороу эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- 2000 йылда ойошторолған медицина хоҡуғы Милли ассоциацияһының президенты;
- Медицина хоҡуғы Бөтә донъя ассоциацияһы директорҙар советында беренсе (2000) һәм алыштырғыһыҙ вәкиле;
- ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ комиссияһы ҡарамағындағы биоэтика буйынса Рәсәй комитетының вице-рәйесе (2006);
- Көнсығыш Европа илдәренең Медицина хоҡуғы ассоциацияһының президенты (2008));
- Медицина хоҡуғы милли институтының директорҙар советы президент-рәйесе (2009);
- Федераль фәнни-ғәмәли «Медицинское право» журналын ойошторусы һәм уның баш мөхәррире (2003).
Наградалары
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы (2001)[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Леонидовна Н. А. "Выпускники и наставники": Википедия пополнилась биографиями 27 ростовчан (урыҫ) // Большой Ростов — 2020.
- ↑ Сергеев Юрий Дмитриевич . sechenov.ru. Дата обращения: 23 ноябрь 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10.12.2001 № 1422 . kremlin.ru. Дата обращения: 23 ноябрь 2019.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Юрия Дмитриевича Сергеева РФА рәсми сайтында
- YouTube сайтында Сергеев Юрий Дмитриевич. Актуальные проблемы медицинского права России. 2018 год
- Сергеев Юрий Дмитриевич (неопр.). cyberleninka.ru. Дата обращения 23 ноября 2019.