Серб Республикаһы архивы
Се́рб Республикаһы архивы (сер. Архив Републике Српске / Arhiv Republike Srpske) — архив функцияһын атҡарыусы Серб Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге Мәғариф һәм мәҙәниәт министрлығының административ-хужалыҡ подразделениеһы. Архив 1993 йылда нигеҙләнгән, штаб-квартираһы Баня-Лука ҡалаһында, башҡа ҡалаларҙа бер нисә региональ филиалдары бар.
Серб Республикаһы архивы Архив Републике Српске Arhiv Republike Srpske | |
---|---|
Баня-Лукалағы архив бинаһы фасады | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Нигеҙләнгән | 1993 йылдың 11 сентябре |
Юғары идара | Серб Республикаһы Мәғариф һәм мәҙәниәт министрлығы |
Штаб-квартира | Баня-Лука, Aleja Svetog Save 1 |
Хеҙмәттәштәр һаны | 32 |
Директор | Боян Стойнич |
Сайт | |
arhivrs.org |
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәОйошманың маҡсаты профессиональ архивлаштырыуҙан, мәҙәни, административ, тикшеренеү эштәрен ойоштороуҙан, халыҡҡа кәрәкле хеҙмәттәр атҡарыуҙан ғибәрәт. Архив эшмәкәрлеге Халыҡ скупщинаһы ҡабул иткән «Архив эшмәкәрлеге тураһындағы закон», Серб Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге Мәғариф һәм мәҙәниәт министрлығының инструкциялары һәм норматив положениеларына таянып яйға һалына. Законға ярашлы, архивтың маҡсаты ижтимағи документтарҙы һәм архив материалдарын йыйыу, төрҙәргә бүлеү (сортировка), эшкәртеү, өйрәнеү, һаҡлау, шулай уҡ уларҙы файҙланыу мөмкинлеген биреүҙә. Архив үҙенең эшмәкәрлегендә власть структуралары һәм бер үк ваҡытта республиканың айырым граждандарының мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндерә. Бында документация һәм архив материалдары нигеҙҙә Серб Республикаһы ижтимағи, мәҙәни, фәнни йәки башҡа яҡтан әүҙемлеге мөһим тип табылған закон сығарыу, башҡарма һәм властың суд тармағы, ҡаҙна (казённый) учреждениелары, коммерция компаниялары, граждандар берлектәренән һәм башҡа законлаштырылған структураларҙан тапшырыла.
Архив тикшеренеү эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра, нигеҙҙә архивты өйрәнеүгә, тарихҡа һәм юриспруденцияға бағышланған китаптар һәм ғилми хеҙмәттәр баҫып сығарыу менән шөғөлләнә. Баҫтырып сығарыу (публикация) эштәре менән ғәҙәттә Серб Республикаһы архивариустары Ассоциацияһы шөғөлләнә, һәм ул регуляр рәүештә теркәлгән хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү семинарҙарын ойоштора. Архив башҡа илдәрҙең шуға оҡшаш ойошмалары менән мөнәсәбәттәр урынлаштыра, шулай, Сербия Архивы, Югославия Архивы, Хорват дәүләт архивы, Македония Республикаһы Дәүләт архивы, Будапешт ҡала архивы, Триеста һәм Мариборҙағы Халыҡ-ара архивты өйрәнеү институты, Сербияның бер нисә региональ архивтары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Хеҙмәттәшлек итеү башлыса төрлө күргәҙмәләр үткәргәндә архив материалдары менән алмашыуҙан ғибәрәт. Мәҫәлән, 2014 йылда Беренсе донъя һуғышы башланыуҙың 100 йыллығын билдәләү айҡанлы, архив Белградта һәм Сербияның башҡа ҡалаларында, шулай уҡ Македонияның баш ҡалаһы Скопьела «Млада Босна һәм Сараеволағы үлтереү» («Млада Босна и Сараевское убийство») тигән күргәҙмә әҙерләне[1]. Архив Серб Республикаһының Хәҙерге заман милли сәнғәт музейы һәм Серб Республикаһы халыҡ һәм университет китапханаһы менән берлектә Серб Республикаһының мәҙәни мираҫын һаҡлаусы төп институт булып тора.
Ойоштороу структураһы
үҙгәртергәСерб Республикаһы Архивы Серб Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге Мәғариф һәм мәҙәниәт министрлығы структураһына инә. Штаб-квартира Баня-Лука ҡалаһында урынлашҡан, бынан тыш, Добойҙа, Зворникта, Фочела, Соколацта һәм Требинда региональ булексәләр бар. Учреждениеның ойоштороу структураһы һәр береһендә ике бүлеге булған ике секторҙан тора. Архивты директор етәкләй, шулай уҡ һәр сектор менән директор урынбаҫары етәкселек итә.
Дөйөм алғанда, бөтөн архивтарҙың майҙаны 2774 квадрат метр тәшкил итә, 1550 квадрат метрын — архив һаҡлағыстары (складтар) биләй. Баня-Лукала штаб-квартира урынлашҡан төп бина Царска куча йәки Империя йорто тигән атама менән билдәле. Ул 1878 йылда Австро-Венгрия Босния һәм Герцеговинаны оккупациялағанда империя армияһы мәнфәғәттәре өсөн төҙөлгән булған. Яҡтары 58,2 × 13,8 метр булған дүрткел формалы, ике ҡатлы, подвалы юҡ. Бинала ике тапҡыр капитал ремонт эшләнгән, 2003 һәм 2006 йылдарҙа архив документтарын тергеҙеү һәм консервациялау маҡсатында ҡорамалдар һатып алынған. Архивтың региональ бүлексәләре баш бинанан майҙаны һәм һаҡланған документтар һаны буйынса күпкә ҡайтыш. 2013 йылға ҡарата ойошмала 32 хеҙмәткәр эшләгән, шуларҙың 18 юғары белемле, һәм 22 хеҙмәткәр Баня-Лукала эшләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Изложба 'Млада Босна и Сарајевски атентат' у Суботици (билдәһеҙ). Representative Office of Republika Srpska in Serbia (7 ноябрь 2014).
Сығанаҡтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт (серб.)