Сена йылғаһы буйында ҡурай моңо

«Сена йылғаһы буйында ҡурай моңо» — 2005 йылда "Башҡортостан" киностудияһында төшөрөлгән документаль фильм. Кинокартинала 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктары тураһында һәм артабанғы Напалеонға ҡаршы компаниялар тураһында һөйләнә. Киноға төшөрөү Лейпциг, Париж, Тюрингия, Саксония (Германия) һәм Башҡортостандың Архангел районында үтә. «Сена йылғаһы буйында ҡурай моңо» — "Башҡортостан" киностудияһы Башҡортостанда, Германияла, Францияла төшөргән географик яҡтан иң киң ҡоласлы фильм[1]. Фильмдың төп темаһы — башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы. Фильмда XVII  быуаттағы башҡорт ауылдарының көнкүреше күрһәтелә, һуғыш күренештәре Рәсәй һәм сит ил тарихсыларының аңлатмаһы менән бирелә.

Сена йылғаһы буйында ҡурай моңо
Жанр

документаль фильм

Режиссёр

Нәсүр Йөрөшбаев

Сценарий
авторы

Нәсүр Йөрөшбаев

Оператор

Йорг Маркляйн, Михаел Хайнц, Торстен Вангура, Кристиан Улишь, Филипп Бауэр

Кинокомпания

«Башҡортостан» киностудияһы

Оҙайлығы

45 мин.

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йыл

2005

Фильмды төшөргән ваҡытта режиссёр Нәсүр Йөрөшбаев билдәле немец яҙыусыһы Иоганн Гёте биогорафияһында әлегә тиклем билдәһеҙ булған факттарҙы таба. Иоганн Гётеның 24 томлыҡ тулы йыйынтығында ике биттә уның дуҫы Генрих фон Требаға яҙған хаты бирелгән. Шағир дуҫына 1814 йылдың ғинуарында башҡорт яугирҙары менән осрашыуы тураһында яҙа. Бөйөк Гёте Веймер ҡалаһы аша туған иленә ҡайтып килгән  яугир егеттәр тураһында һәм уларҙың урындағы протестант мәктәбендә намаҙ уҡыуҙары тураһында һөйләй. Һуңынан Гёте уларҙы үҙенә ҡунаҡҡы сәй эсергә саҡыра. Осрашыу иҫтәлеге итеп башҡорттар немец классигына уҡ һәм йәйә бүләк итәләр.[2]

Фильм бер нисә мәртәбә Саксония телевидениеһы аша күрһәтелә, хатта махсус күрһәтеү һәм телекүпер ойошторола.[3] Шулай уҡ фильм "Алтын минбар" IV халыҡ-ара мосолман киноһында (Ҡазан, 2008) күрһәтелә.[4] 

  1. [1] Немецкие зрители по достоинству оценили башкирский фильм о войне с Наполеоном. Башинформ. 1.10.2013
  2. [2] Журналист из Германии доказал: башкирские воины пили с Гете чай. Комсомльская правда. 02.04.08
  3. [3] Александра Лебедева.Немецкие зрители по достоинству оценили башкирский фильм о войне с Наполеоном. Башинформ. 01.10.2013
  4. [4] Афиша «Золотого Минбара»

Һылтанмалар

үҙгәртергә