Семке Валентин Яковлевич
Семке Валентин Яковлевич (8 сентябрь 1936 йыл — 15 март 2013 йыл) — СССР һәм Рәсәй психиатры, медицина фәндәре докторы, профессор,[1], Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы, РМФА Себер бүлеге Томск ғилми үҙәгенең психик һаулыҡ буйынса ғилми тикшеренеү институты директоры.
Семке Валентин Яковлевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 сентябрь 1936 |
Тыуған урыны | Александровка[d], Ейский район[d], Азово-Черноморский край[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 15 март 2013 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Томск, Рәсәй |
Һөнәр төрө | психиатр, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Томский научный центр СО РАМН[d] |
Уҡыу йорто | Алтай дәүләт медицина университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] (1981) |
Ғилми етәксе | Кербиков, Олег Васильевич[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
1960 йылда Ленин комсомолы исемендәге Алтай дәүләт медицина институтын тамамлай.
- 1965 йыл— «Клиническая динамика психопатий в позднем возрасте» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай (етәксеһе — СССР-ҙың медицина фәндәре академияһы академигы, профессор О. В. Кербик),
- 1970—1979 йылдарҙа — доцент,
- 1979—1982 йылдарҙа — Алтай психиатрия медицина институтының кафедра мөдире,
- 1981 йылда — «Клинический и нейрофизиологический аспекты изучения истерии» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай,
- 1982—1986 йылдарҙа — СССР МФА психик сәләмәтлек Бөтә Союз фәнни үҙәге Себер филиалының ғилми эш буйынса директор урынбаҫары, сик торошто өйрәнеү буйынса беренсе клиник бүлектең ғилми етәксеһе,
- 1986 йылдан — Рәсәй медицина фәндәре академияһы Себер бүлегенең Томск ғилми үҙәге психик һаулыҡ буйынса ғилми тикшеренеү институты директоры,
- 1996—1998 йылдарҙа — Себер медицина университетының медицина психологияһы һәм психотерапияһы кафедраһы мөдире,
- 1998 йылдан — Томск дәүләт университетының генетика һәм клиник психология кафедраһы профессоры,
- 2001 йылдан — клиник персонология һәм психотерапия кафедраһы мөдире.
1986 йылда СССР медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, ә 1994 йылда — Рәсәй медицина фәндәре академияһының академигы, профессор (1989).
Себер психиатрҙары һәм клиника психологтары мәктәбенә нигеҙ һалыусы булып тора. 1400 фәнни эштәр авторы, 55 монографияһы, 30 патенты бар. Уның етәкселегендә 45-тән ашыу доктор ғилми дәрәжәһенә, 85 — медицина фәндәре кандидатына диссертация яҡлана. 2 фундаменталь хеҙмәтен сығара: «Атлас основных психических заболеваний в Сибири и на Дальнем Востоке» (1988), «Психическое здоровье населения Томской области». 15 йыл дауамында — «Сибирский вестник психиатрии и наркологии» журналының баш мөхәррире. 15 сит ил һәм ватан журналдарының мөхәрририәт советы һәм мөхәрририәт ағзаһы булып тора.
Ғалим индивидуаль, төркөм һәм популяцион кимәлдә нервы-психик ҡаҡшауҙарҙың экзоэкология һәм (шул иҫәптән радиацион) һәм эндоэкология (психик һәм соматик) факторҙарының үҙ-ара бәйләнеше законлыҡтарын билдәләй. Этанолдың токсикоген эффекттарының молекуляр, ультраструктуралы механизмдары торошо, патологик ынтылыш формалашыуҙа бензодиазепин рецепторҙарҙың әһәмиәте, когнитив-дефицитар ҡаҡшауҙарҙың типологик үҙенсәлектәре тураһында яңы мәғлүмәт ала. Наркотиктар ҡулланған үҫмерҙәрҙең өс баҫҡыслы реабилитациялау системаһы нигеҙҙәрен эшләй. Алкоголизмды микротулҡынлы дауалауҙың яңы ысулын эшләй.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- «Истерические состояния» (1988),
- «Пограничные состояния и психическое здоровье» (1990),
- «Ипохондрические состояния в общесоматической практике» (1991),
- «Умейте властвовать собой, или Беседы о здоровой и больной личности» (1991),
- «Алкоголизм: региональный аспект» (1992),
- «Женский алкоголизм» (1993),
- «Психопатология юношеского возраста» (1994),
- «Пограничные состояния. Региональные аспекты» (1995),
- «Факторы риска и патогенетические механизмы при хронических неспецифических болезнях» (1998),
- «Аутизм при шизофрении (феноменология, типология, прогностика)» (1998),
- «Этюды о сне» (1998),
- «Превентивная психиатрия: Руководство для врачей и студентов» (1999),
- «Очерки этнопсихологии и этнопсихиатрии» (1999),
- «Основы персонологии» (2001),
- «Транскультуральная наркология и психотерапия» (2001),
- «Клиническая персонология» (2001),
- «Привязанность. Зависимость. Симбиоз» (2001),
- «Психотерапевтическая динамика в аналитической группе» (2001),
- «Диагностические критерии функциональных расстройств сердечно-сосудистой системы» (2001),
- «Здоровье личности и психотерапия» (2002),
- «Аффективные расстройства» (2004).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Семке Валентин Яковлевич // Профессора Томского университета. Биографический словарь 1980-2003 / Фоминых С. Ф., Некрылов С. А. и др.. — Томск: Издательство Томского университета, 2003. — Т. 4. — С. 217. — 424 с. — ISBN 5-7511-1664-X.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Семке, Валентин Яковлевич // Томск от А до Я: Краткая энциклопедия города. / Под ред. д-ра ист. наук Н. М. Дмитриенко. — 1-е изд. — Томск: Изд-во НТЛ, 2004. — С. 307—308. — 440 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-89503-211-7.
- Сибирский медицинский журнал № 3-4’2001