Сейә баҡсаһы (фильм, 1981)

«Cейә баҡсаһы» (ингл. The Cherry Orchard) — драматик телефильм. Уны 1981 йылда режиссёр Ричард Айр төшөргән. Фильмдың сюжеты урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың шул исемдәге пьесаһына нигеҙләнгән. Премьераһы 1981 йылдың 13 октябрендә «Би-би-си-ҙең» инглиз каналында үтә[1][2].

Сейә баҡсаһы
Атамаһы Вишнёвый сад
Нигеҙендә эшләнгән Вишнёвый сад[d]
Жанр фильм-драма[d]
Ил  Бөйөк Британия
Әҫәр яҙылған тел инглизсә
Нәшер ителеү ваҡыты 1981
Режиссёр Ричард Эйр[d]
Ролдәрҙә Джуди Денч[d]
Билл Патерсон[d]
Антон Лессер[d]
Харриет Уолтер[d]
Тимоти Сполл[d]
Сюзанн Бюрден[d]
Фредерик Тревес[d]
Дэвид Ринтул[d]
Анна Мэсси[d]
Етештереүсе компания Би-би-си
Оҙайлылыҡ 130 Минут

Сюжет үҙгәртергә

Мадам Раневская — оло йәштәге аристократ ханым. Ул ҡыҙы Аня менән Франциянан Рәсәйгә ҡайта. Уның «Сейә баҡсаһы» имениеһы хужабикәһе бурыстарын түләй алмағанлыҡтан һатыуға ҡуйылырға тейеш. Финанс мәсьәләләренең үҙ алдында бик етди тороуына ҡарамаҫтан, Раневская элеккесә йәшәүен дауам итә, буш хыялдар һәм тормошҡа ашмаҫ өмөттәр менән йәшәй. Баҡсаны сауҙәгәр Лопахин һатып ала. Ул баҡсаны ҡырҡып ташларға һәм буш ерҙе ҡуртымға бирергә теләк белдерә.

Ролдәрҙә үҙгәртергә

  • Джуди Денч — Любовь Андреевна Раневская
  • Билл Патерсон — Ермолай Алексеевич Лопахин
  • Антон Лессер — Пётр Сергеевич Трофимов
  • Гарриет Уолтер — Варя
  • Сюзанн Бёрден — Аня
  • Фредерик Тревес — Леонид Андреевич Гаев
  • Тимоти Сполл — Семён Пантелеевич Епиходов
  • Фрэнсис Лоу — Дуняша
  • Дэвид Ринтул — Яша
  • Анна Мэсси — Шарлотта Ивановна
  • Пол Карран — Фирс
  • Уэнсли Пити — Борис Борисович Симеонов-Пищик

Бүләктәре һәм номинациялары үҙгәртергә

Йыл Награда Категория Номинанты Результат
{0}[13]{/0}} (1936) BAFTA TV Award Иң яҡшы актриса Джуди Денч Еңеү[3]
Иң яҡшы видео яҡтыртыу Говард Кинг Еңеү[4]

Баһаламалар үҙгәртергә

Фильм кино тәнҡитселәренең ҡатнаш баһаламаларын ала[5][6][7]. Театр тәнҡитсеһе Мэтт Вольф фильмдә төп ролде башҡарған Джуди Денчтың уйнауын бик юғары баһалай[8].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Экранизации Антона Чехова