Себряков Михаил Васильевич
Себряков Михаил Васильевич (1798, Дон Ғәскәре Ере Скуришенская станицаһы — 1882 йылдың 20 декабрендә Усть-Медведицкий округындағы Себрово слободаһы) — рус шағиры, ғалим, рәссам.
Михаил Васильевич Себряков | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Дон Ғәскәре Ере станица Скуришенская станицаһы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Усть-Медведицкий округының Себрово слободаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Жанр: |
шиғриәт |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
рус телендә |
Биографияһы
үҙгәртергәМихаил Васильевич В. Себряков Дон Ғәскәре Ере Скуришенская слободаһында В. М. Себряков ғаиләһендә тыуа. Харьков университетының математика факультетында уҡый.
Лейб-гвардия казак полкында хеҙмәт итә. Полкта Себряковҡа түбәндәге дәрәжәләр: 1817 йылдың 20 ғинуарында — урядник; 1819 йылдың 10 майында — лейб-гвардия казак полкы юнкеры; 1820 йылдың 25 февралендә — портупей-юнкер; 1820 йылдың 24 мартында — корнет; 1825 йылдың 18 июнендә — поручик исемдәре бирелә; 31 август 1825 йылдың 31 авгусынан1826 йылдың 3 апреленә саҡлы полкта император Александр I һәм императрица Елизавета Алексеевна килгән ваҡытта Таганрог янындағы нарядта хеҙмәт итә; 1827 йылдың 5 ноябрендә — хәрби хеҙмәттән отставкаға сыҡҡан штабс-ротмистр. 1827 йылда штаб-ротмистр чинында отставкаға сыға[1].
Артабан ғәскәри коллегияның хәрби казначейы, асессоры, Дон өлкә дворяндары етәксеһе булып эшләй. Унда М.В. Себряковтың Усть-Медведицкий округындағы Себрово слободаһында ҙур усадьбаһы була. Себрово слободаһындағы йортонда уның ҙур китапханаһы, физик һәм тәбиғәт-тарихи кабинеттары, кескәй обсерваторияһы һәм метеорология станцияһы була.
1882 йылдың 20 декабрендә вафат була, шунда (Себрово слободаһында) 1882 йылдың 23 декабрендә Святитель Митрофан сиркәүендә ерләнә.
Ижады
үҙгәртергә1869 йылда Себряков Михаил Васильевич, Сатурн планетаһы һүрәттәрен өҫтәп, «Өс юлдаш» брошюраһын; «Бациляриялар тураһында» (бер күҙәнәкле ылымыҡтар) китабын, «Орхидеялар» шиғыр йыйынтығын баҫтырып сығара. Һынлы һүрәт сәнғәте, графика, архитектура — уның ҡыҙыҡһыныу сфераһы була. Уны ойоштороусылар. Себровола ул Скуришенская станицаһындағы Святитель Митрофан хөрмәтенә төҙөлгән ҡорам күсермәһе рәүешендә эшләнгән йорт сиркәүе ҡора.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Астапенко М. П., Астапенко Г. Д., Астапенко Е. М. Казачья доля — Дон, степь да воля. Ростов н/Д, 2014. с. 303, 320 с.: ил. ISBN 978-5-87259-806-0
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Себряковы в истории нашего города Михайловка в ХIХ веке…
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Михаил Васильевич Себряков 2017 йыл 12 декабрь архивланған.