Свердловск татар-башҡорт педагогия техникумы
Свердловск татар-башҡорт педагогия техникумы — 1919—1940 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында эшләгән уҡыу йорто.
Свердловск татар-башҡорт педагогия техникумы | |
Административ-территориаль берәмек | Екатеринбург |
---|---|
Урынлашҡан урамы | Улица Сакко и Ванцетти[d][1] һәм улица Карла Либкнехта[d][1] |
Тарихы
үҙгәртергә1919 йылда Екатеринбург ҡалаһында Мосолман педагогия техникумы булараҡ асыла. Ул шулай уҡ «өс йыллыҡ мосолман йәки татар-башҡорт курстары» исемен йөрөткән. Уҡыу йортона элекке политехникум бинаһының тик 4 кабинеты бүленгән. Бынан тыш бында рус педтехникумы, сәнәғәт-иҡтисади техникум, иҫәп-бухгалтер курстары һәм машинопись курстары урынлашҡан. Финанс аҙ бүленгәнлектән техникум ҙур матди-техник ҡыйынлыҡтар кисергән, студенттар (уларҙың өстән бер өлөшөнән күберәге етемдәр йортонан килгән) бәләкәй генә стипендия алып, йыш ҡына өҫкө һәм аяҡ кейеменә мохтаж булған, ағас барактарҙа йәшәгән. Әммә РСФСР-ҙы Мәғариф халыҡ комиссары А. Луначарскийҙың шәхсән ҡыҫылышы арҡаһында, техникумдың финанс хәле яҡшырған. Студенттар ике аҙнаға бер тапҡыр «Пролетарская мысль» гәзитен сығарған, татар-башҡорт клубында сәйәси, музыкаль-хор, әҙәби һәм драма түңәрәктәренә йөрөгән[2].
Свердловск татар-башҡорт педагогия техникумы 4 бүлектән торған:
- мәктәп, 1-се баҫҡыс мәктәптәре өсөн хеҙмәткәрҙәр әҙерләгән;
- мәктәптән тыш, район пионер бюроһы хеҙмәткәрҙәрен әҙерләгән;
- мәктәпкәсә бүлек, бында мәктәпкәсә белем биреүсе ойоштороусы методистар уҡыған;
- сәйәси ағартыу, мәғариф йәки мәҙәни-ағартыу учреждениелары өсөн ойоштороусы методистарҙы, шулай уҡ пропогандалаусы-агитаторҙарҙы әҙерләгән[2].
1939 йылдың башына ҡарай техникумдың өс курсында 395 кеше белем алған һәм ошо уҡ йылда 109 сығарылыш уҡыусыһы башланғыс мәктәп уҡытыусыһы һөнәренә эйә булған[3].
1939 йылда татар-башҡорт техникумының 1-се курсына абитуриенттар алынмаған. 1940 йылда А. М. Горький исемендәге педагогия техникумы менән берләштерелгән[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://rbvekpros.livejournal.com/36098.html
- ↑ 2,0 2,1 Старостин А. Н. Образовательные практики мусульман Урала: история и современность // Фаизхановские чтения. Материалы шестой ежегодной научно-практической конференции: «Фаизхановские чтения» / РНКАТНО, ДУМНО, НИИ им. Х. Фаизханова; под общ. ред. Д. В. Мухетдинова – Нижний Новгород: ИД «Медина», 2009. – С. 85-91.
- ↑ 3,0 3,1 Попов М. В., Суворов М. В. Подготовка учительских кадров в Свердловске во второй половине 1930-х начале 1940-х гг. // Педагогическое образование в России. — 2014, №7. — С. 155—161.