Сафин Франгил Шири улы
Сафин Франгил Шири улы (10 ғинуар 1950 йыл) — табип. 2000—2005 йылдарҙа Салауат район үҙәк дауаханаһының баш табибы, 2005—2014 йылдарҙа Мотлаҡ медицина страховкаһы Башҡортостан территориаль фондының Нефтекама филиалы директоры. 2014 йылдан Нефтекаманың 1-се поликлиникаһы табибы, бер үк ваҡытта «Торос» хоккей клубының медицина хеҙмәте етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005).
Сафин Франгил Шири улы |
Биографияһы
үҙгәртергәФрангил Шири (Ширияздан) улы Сафин 1950 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Салауат районы 2-се Иҙелбай ауылында тыуған.
Иҙелбай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң уҡыуын Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә дауам итә.
Башҡорт дәүләт медицина институтын 1974 йылда тамамлай.
Оҙаҡ йылдар Ҡалтасы районында табип булып эшләгәндән һуң, 1999 йылда Салауат район дауаханаһына — Малаяҙ үҙәк больницаһына ҡайта.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 314—315.