Сауҙагәр Генч-Оглуев йорто
Иҫтәлекле урын | |||
Сауҙагәр Генч-Оглуев йорто
| |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 68 | ||
Архитектура стиле | эклектика | ||
Проект авторы | Померанцев Александр Никанорович | ||
Төҙөлөшө | 1880—1883 йылдар | ||
Статус |
| ||
Сауҙагәр Генч-Оглуев йорто Викимилектә |
Сауҙагәр Генч-Оглуев йорто — Дондағы Ростовта 1883 йылда А . Н. Померанцев проекты буйынса сауҙагәр С. Ф. Генч-Оглуев[1] өсөн һалынған беренсе күп ҡатлы килемле йорт[2]. Ул Оло Баҡса урамы һәм Семашко тыҡырығы мөйөшөндә урынлашҡан. Бина эклектика рухында төҙөлә[3] һәм федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[1].
Тарих
үҙгәртергә1870 йылдар аҙағында Ростов сауҙәгәре Степан Федорович Генч-Оглуев шәхси килем йорто төҙөргә ҡарар итә. Бының өсөн ул архитектор Александр Никанорович Померанцевты саҡыра. Төҙөлөш эштәре 1880 йылда башлана һәм 1883 йылда тамамлана. Померанцев өсөн был уның проекты буйынса Ростовта төҙөлгән беренсе йорт була.
Сауҙагәр Генч-Оглуев йортто ҡуртымға тапшыра. Беренсе ҡатын сауҙа биналары биләһә, өҫкө ҡаттарҙа конторалар һәм фатирҙур урынлаша. Генч-Оглуев йортонда бер ни тиклем ваҡыт «Приазовский край» гәзитенең типографияһы ла була. 1897 йылдан бындаүҙ бинаһы төҙөлгәнгә тиклем Волга-Кама банкы эшләй.
Совет власы килгәндән һуң, бина дәүләткә тапшырыла. 1925 йыл мәғлүмәттәре буйынса, унда Көньяҡ-Көнсығыш Коммерция Акционер банкы, Дондағы Ростовтың «Нефтесиндикат» районы идаралығы, «Ит продуктттары» магазины һәм башҡа ойошмалар урынлаша. Икенсе — дүртенсе ҡаттарҙа фатирҙар була. 1930 йылдарҙа бинала «Балыҡ» магазины асыла.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бинаның ҡыйығы емерелә. 1948—1949 йылдарҙа йорт архитектор Г. О Калайджан етәкселегендә яңынан тергеҙелә. Шул уҡ ваҡытта тәүге проекттан бер аҙ ситләшеү ҙә күҙәтелә. Бер нисә балкон ла тергеҙелмәй.
Архитектураһы
үҙгәртергәПлан буйынса П-образлы бина кварталдың тар сосн биләй[4]. Сауҙагәр Генч-Оглуев йорто дүрт ҡатлы, һуңғы ҡаты — мансарда. Төп ишек Оло Баҡса урамы һәм Семашко тыҡырығы мөйөшөндә урынлашҡан. Бинаның архитектураһында һәм биҙәлешендә төрлө архитектура стилдәре аралаша. Йорттоң алҡы яғы барокко стилендә биҙәлә. Рустикалар һәм сандриктар — классицизм элементы булып тора. Фронтон башняһындағы һүрәт готиканан алынған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Швецов С. Д. На высоком донском берегу: Очерки из прошлого Ростова. — Ростов, 1982. — С. 61—62.
- ↑ Роль здания доходного дома в жизни города . grants.rsu.ru. Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 7 ноябрь 2004 года. 2004 йыл 7 ноябрь архивланған.
- ↑ Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
- ↑ Композиционное решение здания доходного дома . grants.rsu.ru. Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 7 ноябрь 2004 года. 2004 йыл 7 ноябрь архивланған.