Саутин Владимир Николаевич

Саутин Владимир Николаевич (24 июль 1935 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре; Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Саутин Владимир Николаевич
Тыуған көнө 24 июль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны Алатырь[d], Сыуаш АССР-ы[d], Горьковский край[d], РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Марий дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Саутин Владимир Николаевич йылдың 24 июлендә Сыуаш АССР-ының Алатырь ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1957 йылда Волга буйы урмансылыҡ институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын, институтты тамамлағас, леспромхозда урман әҙерләү мастеры булып башлай. Артабан өлкән инженер, леспромхоз директоры була. 1966—1977 йылдарҙа «Башлес» берекмәһенең материальүтехник тәьмин итеү бүлеге начальнигы, берекмә начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 1975 йылда «Башлес» берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары.

1986 йылдан «Башлеспром» урман сәнәғәте берекмәһенең генераль директоры.[1]

[2] Архангел районы 155-се Архангел һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. [3]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

«Почёт Билдәһе» ордены, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 24 июля. День в истории(недоступная ссылка)
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар

үҙгәртергә