Саранскиҙың «Резинотехника» заводы


Саранскийҙың «Резинотехника» заводы — Рәсәйҙең сәнәғәт еңе етештереүсе предприятиеһы. Предприятиеның төп продукцияһы — гидравлик һәм сәнәғәт еңе, шулай уҡ техпластина. Төп продукцияһын ҡулланыусылар — сәнәғәт һәм ауыл хужалығының төрлө тармаҡтары.

Саранскиҙың «Резинотехника» заводы
Нигеҙләү датаһы 1960
Логотип
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Саранск, Рәсәй
Рәсми сайт rubexgroup.ru

Предприятие тарихы үҙгәртергә

Элекке Куйбышев исемендәге совхоз территорияһының бер өлөшөндә 1960 йылда Мордва АССР-ның 30 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә йыйылған митингта буласаҡ комбинатҡа нигеҙ ташы һалына.

Тәүге продукцияны беренсе етештереү цехы 1965 йылда сығара.

1965—1970 йылдар осоронда предприятие түбәндәге төр продукция сығарыуҙы үҙләштерә:

  • төньяҡта ҡулланылыусы ҡыйыҡ ҡайыш
  • металл менән үрмәтелгән еңдәр
  • автобустар өсөн резина келәмдәр

1980—1990 йылдарҙа тармаҡтың предприятиелары араһында предприятие алдынғы позицияны биләй, ул «ГАЗ», «ИжМаш», «УАЗ», «ПАЗ» һәм башҡа автогиганттарҙы үҙ продукцияһы менән комплектлай.

Үҙ үҫеше ваҡытында предприятие төҙөлөш эштәре алып бара, үҙ хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү менән шөғөлләнә, шулай итеп, предприятиеның тирә-яғында ҙур бер район барлыҡҡа килә, артабан уға «Октябрь районы» исеме бирелә. Әлеге ваҡытта районда 110 466 кеше йәшәй.

1992 йылда Саранскиҙың «Резинотехника» заводы приватизациялана. 1993 йылда завод асыҡ акционерҙар йәмғиәте Саранскиҙа «Резинотехника заводы» булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 2006 — 2011 йылдарҙа завод ОАО «СИБУР — Русские шины» холдингыһы составында тора.

Идара итеүсе компания үҙгәртергә

2011 йылда «Рабэкс групп» компаниялары төркөмө бойошторола, ул тармаҡта иң эре холдинг була, унда Саранск «Резинотехника» заводынан тыш «Курскрезинотехника» заводы ла инә.

Етештереү үҙгәртергә

2013 йылда инвестиция проекты сиктәрендә предприятиела сәнәғәт еңдәре етештереүҙең яңы линияһы эшләй башлай.

Продукция үҙгәртергә

Предприятие түбәндәге төр продукция етештереү менән шөғөлләнә:

  • сәнәғәт еңдәре
  • техник пластиналар

Һылтанмалар үҙгәртергә