Викидатала элемент тултырылмаған

Санта циклопик ҡәлғәһе - (груз. სანთის ციკლოპური ციხე) - Грузияның көньяғында Цалка муниципалитетындағы Санта ауылының төньяғындараҡ тау үңерендә урынлашҡан ҡоролма. Санта Цалка ҡалаһынан 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Нигеҙе дүртмөйөш рәүешле, төньяҡтан өс цилиндрик башня, улар төрлө дәүмәлле. Барлыҡ циклопик ҡоролмалар кеүек үк, ул цемент ҡулланылмай төҙөлгән һәм бар ҡоролма бер-береһенә яраштырып юнылған һарыҡташтар ауырлығы көсө менән генә тотороҡлолоҡто һаҡлай.

Дүртмөйөш нигеҙҙең дәүмәле ошо рәүешле: оҙонлоғо 30 метр, киңлеге 14 метр; диуарҙарының ҡалынлығы 2,5-3 метр.

Цилиндрик башняларҙың диаметры - 9 метр, эс яҡтан - 2,7 метр.

Халыҡтың ауыҙ-тел ижадында ҡәлғәне циклоптар төҙөгән тигән инаныс йәшәй, тик XVI - XVIII төҙөлгән ҡәлғә фантастик персонаждар ҡатнашлығы мөмкин түгел, әлбиттә.

Грузия президентының 2006 йылда иғлан иткән указына ярашлы, Санталағы циклопик ҡәлғә милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Меликсе-Беги Л. Мегалитическая культура в Грузии, Тбилиси, 1938, с. 55-56

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә