Санкт-Петербург машиналар төҙөү институты

Сайты


Файл:Мартынов Михаил Анатольевич.jpg
Мартынов Михаил Анатольевич (1938-2013). 18 йыл буйы ПИМаш ректоры (1989-2007), башҡаларға ҡарағанда иң оҙаҡ ваҡыт институты ректоры була

Дәүләт Санкт-Петербург машиналар төҙөү институты (ЛМЗ-ВТУЗ) (ҡыҫҡаса ПИМаш) — СССР һәм Рәсәй техник юғары уҡыу йорто, уға 1930 йылда [1] илдә беренсе «завод-втуз» булараҡ нигеҙ һалына. Ленинград металл заводына ҡараған була.

2011 йылдың 19 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрының № 2310бойороғо буйынса был уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт политехник университетының структура подразделениеһына әйләнеп уға ҡушыла.

Статистика

үҙгәртергә

Институтта уртаса 3,5 меңдән ашыу студент институтта уҡый.

2008 йылда аспирантурала 22 аспирант аспирант бюджет иҫәбенә һәм 14 аспирант коммерция иҫәбендә уҡытыла.

Мәғлүмәттәр буйынса, 2008 йылда, профессор-уҡытыусылар персоналында 259 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 33-е профессор, 135-е доцент.

Институт ректорҙары[2]

үҙгәртергә
  • Голодец С. К. — моғайын, институттың тәүге директоры.
  • Смоловик Владимир Иванович (1960-1970)
  • Бочков Иван Степанович (1970-1972)
  • Маталин Андрей Александрович (1973-1978)
  • Пушкарев Виктор Андреевич (1978-1989)
  • Мартынов Михаил Анатольевич (1989-2007)
  • Зубарев Юрий Михайлович (2007-2011)
  • Иванов Александр Владимирович (2011 йыл менән, ВРИО)

Факультеттары

үҙгәртергә
  • Технология (эре; 1963 йылдың 1 февралендә нигеҙләнә)
  • Әҙерләү технологияларын автоматлаштырыу (ФЗТ йәки ФАЗТ)
  • Турбиналар төҙөү (иҫке — барлыҡҡа килгән ваҡыттан бирле)
  • Атом энергетикаһы машиналарын эшләү (АЭМ; нигеҙ һалына -1973 йылда, ҡушылдығы - Колпинола урынлашҡан)
  • Иҡтисад (ойошмалар менеджменты, 2011 йылдан алып — идара итеү факультеты. 1996 йылда булдырылған)
  • Киске (киске бүлек). 1990-сы йылдарға тиклем унда эшләүсе студенттар ғына уҡый алған.

Кафедралар

үҙгәртергә
  • Йәшәйеш хәүефһеҙлеге һәм сәнәғәт экологияһы
  • Юғары математика
  • Гидромашина, гидропривод һәм гидропневмоавтоматика
  • Сит телдәр
  • Дөйөм иҡтисад теорияһы һәм тарихы
  • Машиналар һәм ҡойоу технологияһы производствоһы
  • Машиналарҙы һәм металды баҫым менән эшкәртеү технологиялары
  • Менеджмент
  • Һыҙма геометрия
  • Йәбештереү производствоһы ҡорамалдары һәм технологияһы
  • Металл киҫеү, станоктар, инструменттар
  • Материалдарҙың ҡаршылығы һәм һығылмалығы теорияһы
  • Махсус энергомашиналар эшләү
  • Теоретик механика
  • Машина деталдәре һәм механизмдар теорияһы
  • Машиналар эшләү технологияһы
  • Металл өйрәнеү һәм металдар технологияһы
  • Триботехника
  • Турбиналар төҙөү һәм автоматика саралары
  • Физика
  • Физик тәрбиә
  • Философия
  • Химия
  • Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ
  • Электротехника, автоматлаштырыу һәм иҫәпләү техникаһы

Студенттар спорты

үҙгәртергә

Юғары уҡыу йорттары Кубогы сиктәрендә был уҡыу йорто чемпион булып тора. Юғары уҡыу йортоноң иң шәп спортсыһы - Триумфов Андрей Николаевич Триумф

Галереяһы

үҙгәртергә
  • Зубарев Ю. М., Приёмышев А. В. Профессор Маталин А. А. — жизненный путь и научная деятельность. — СПб.: Изд-во С.-Петербургского института машиностроения, 2004. — 38 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә