Санкт-Петербург дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Санкт-Петербург дәүләт ветеринария медицина университеты — ветеринар белгестәр әҙерләү буйынса иң боронғо Рәсәй юғары уҡыу йорто.

Санкт-Петербург дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы
Нигеҙләү датаһы 1808
Рәсем
Рәсми атамаһы Ленінградскі ветэрынарны інстытут, Петраградскі ветэрынарна-заатэхнічны інстытут һәм Ленинградский ветеринарный институт
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Мәскәү районы(Санкт-Петербург)[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте[d][2]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Московский район (часть 1)[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Рәсми сайт spbgavm.ru
Указания, как добраться Черниговская улица, 5
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Санкт-Петербургской академии ветеринарной медицины[d]
Карта
 Санкт-Петербург дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы Викимилектә

Ветеринария академияһы 1808 йылда Император медицина-хирургия академияһы сиктәрендә булдырылған ветеринария бүлегенә барып тоташа. 1873 йылда ветеринария бүлеге шул уҡ академия ҡарамағындағы институт итеп үҙгәртеп ҡорола, ул 1883 йылда ябыла.

Петроградта институтты ойоштороу Төньяҡ өлкә коммунаһының һаулыҡ һаҡлау комиссариаты коллегияһының 1919 йылдың 21 сентябрендәге ҡарары менән башлана. Составында 6 бүлек булған лаборатория асырға, ә мәғариф комиссариаты менән берлектә Петроградта ветеринария-зоотехник институт ойоштороу тураһында ҡағиҙәне ентекләп эшләргә ҡарар ителә. 1918 йылдың 5 декабрендә Төньяҡ өлкәлә ветеринария юғары уҡыу йортон төҙөү буйынса ойоштороу комиссияһы йыйыла. 1924 йылдан юғары уҡыу йорто Ленинград ветеринария институты тип йөрөтөлә башлай.

Рейтингы

үҙгәртергә

2020 йыл өсөн Рәсәйҙең медицина юғары уҡыу йорттары рейтингында (рейтинг медицина һөнәре ингән юғары уҡыу йорттарын да индерә) Санкт-Петербург дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы 20-сы урынды биләй ([1]).

Факультеттары

үҙгәртергә

Ветеринария медицина (көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп, ситтән тороп)

Ветеринария-санитар (көндөҙгө)

Квалификацияны күтәреү

Һыу биоресурстары һәм аквакультура

Биоэкология

 Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты төбәк әһәмиәтендәге
рег. № 781620573060005 (ЕГРОКН)
объект № 7830819000 (БД Викигида)

Академия Һөнәрселек йәмғиәтенең 1873—1874 йылдарҙа архитектор Г. И. Винтергальтер проекты буйынса төҙөлгән (1900—1902 йылдарҙа архитектор В. А. Пруссаков проекты буйынса яңынан төҙөлә)[3] элекке ғәриптәр йорто бинаһында урынлаша. Һөнәрселек йәмғиәтенең хәйриә учреждениелары биналары комплексы (составында: ҡарттар йорто; Александр-Невский мәктәбе өй сиркәүе менән; баҡса; кәртә) тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау, ҡулланыу һәм дәүләт контроле буйынса комитеттың (КГИОП) 10-346 от 26.06.2014 номерлы ҡарары менән, төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы сифатында, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) Берҙәм дәүләт реестрына индерелгән[4].

Билдәле хеҙмәткәрҙәре

үҙгәртергә

- Сперанская, Екатерина Николаевна — медицина фәндәре докторы, профессор, СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты.

Билдәле тамамлаусылары

үҙгәртергә

- Мурый, Анатолий Александрович — РСФСР-ҙың атҡаҙанған ветеринары

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә