Санар

(Санарка битенән йүнәлтелде)

Санар (рус. Санарка) — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең үҙәк өлөшөндәге йылға. Уй йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы (Тубыл бассейны).

Санар
Характеристика
Оҙонлоғо 90 км
Бассейн 1050 км²
 · Координаталар 54°04′46″ с. ш. 61°34′37″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Силәбе өлкәһе
РДҺР 14010500212111200000904

Ҡылыҡһырламаһы

үҙгәртергә

Санар йылғаһы Уй йылғаһына тамағынан һул яр буйлап 230 км алыҫлыҡта, Троицк районы террторияһында ҡоя. Йылға башы Светлый ҡасабаһы янында (Силәбе өлкәһе). Йылғаның оҙонлоғо — 90 км. Санарканың бөтә дауамында уға дөйөм оҙонлоғо 78 км булған 9 ҡушылдыҡ ҡоя. Иң оҙон ҡушылдыҡтары — Каменка (26 км), уның ҡушылдығы Теплая йылғаһы (15 км) Осейка йылғаһы (12 км). Тамағының бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 163 м. Йылға сығанағының бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 330 м. Һыу йыйыу майҙаны — 1050 км².

Санар бәләкәй ҡалҡыулыҡлы урындарҙа аға. Ул урман-дала үҫемлектәре менән ҡапланған. Ағаслыҡ составында ҡайын һәм ҡарағай бар. Йылғаның үҙәне тар, ике яҡлы, тәпәш, йыл һайын һыу баҫа. Үҙәне уртаса бормалы, тармаҡланмаған. Санарҙың туҡланыу сығанағы булып ҡар ҡатламы хеҙмәт итә, грунт һыуҙарының өлөшө күп түгел. Йылғаның гидрологик режимына ҡырҡа һыу күтәрелеүе, уның тиҙ ҡайтыуы һәм йылдың ҡалған ваҡытында ҡышын туңғанға тиклем һай булыуы хас. Яҙғы ташҡын өлөшөнә (ул апрелдең 2-се декадаһы башында була) йыллыҡ аҡмаһының 50 процент, ҡышҡы осорға 15 процентҡа тиклем тура килә. Һыу кимәленең тирбәлеш амплитудаһы 1,5—2,5 м; иң юғары күтәрелеше 3—5 көн дауам итә. Көҙөн боҙ тормай. Боҙ ятыуы ноябрҙең 1-се декадаһында күҙәтелә. Уның оҙайлығы — 162 көн. Һалҡын ҡыштарҙа боҙ ҡатламы миҙгел аҙағына 83 см тирәһе, шәре сыҡҡан ерҙәре менән — 120 см тиклем. Һыуҙың иң йылынған мәле июль айына тура килә (эҫе көндәрҙә 23 °C алып 30 °C тиклем)[1].

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

Һул ҡушылдыҡтары
Уң ҡушылдыҡтары

-Өсәй

-Каменка

Башҡа ҡушылдыҡтары:

-Калиновка 1

-Калиновка 2

-Батуровка

-Боланка

Тораҡ пункттар

үҙгәртергә

Санар йылғаһы буйында Радиомайка, Үрге Санар (Пласт районы), Таш Санар, Түбәнге Санар, Кособродка, Дачное, Репино, Белокаменка, Уразай, Чкалов (Троицк районы) торама пункттары урынлашҡан

Ҡулланыу

үҙгәртергә

Ҡасабалар менән йәнәш 6 быуа төҙөлгән, улар ҡасабаларҙы һыу менән тәьмин итеү өсөн хеҙмәт итә[2].

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Йылға грунты алтынға бай грунт урын булып тора[3].

Топонимика

үҙгәртергә

Хәҙерге башҡорт теле менән аңлатырлыҡ түгел. Моғайын, исем боронғо фин-уғыр топонимдары Сунар, Сакнар, Сак-Санар менән бәйле, улар артабан башҡорт һәм урыҫ телдәрендә үҙгәргән[3].

Һыу объекты системаһы: Уй → Тубыл → Иртыш → Обь → Кара диңгеҙе.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Санар йылғаһы Иртыш һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Уй йылғаһына ҡойған урынға тиклем Тубыл йылғаһы, Уйылға йылғаһын индермәйенсә, йылғаның бәләкәй йылға бассейны — Тубыл. Йылға бассейны — Иртыш[4].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500212111200000904

Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200090

ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11

ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Санарка
  2. Река Санарка. КАРТА74.рф — туристический портал Челябинской области. Дата обращения: 4 августа 2019.
  3. 3,0 3,1 Река Санарка. Дата обращения: 4 август 2019. 2019 йыл 20 июль архивланған.
  4. Государственный водный реестр РФ: Санарка.