Самтавро монастыры

Самтавро монастыры — Самтавро Преображенский сиркәүенән һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың изге Нина монастырынан торған комплекс Мтквари һәм Арагви йылғаларының ҡушылған урынында урынлашҡан (Мцхета ҡалаһы, Грузия). Монастырь Грузияның католикос-патриархы, Мцхета һәм Тбилиси архиепискобының ҡарамағында тора.

Самтавро монастыры
груз. სამთავროს მონასტერი
Нигеҙләү датаһы IV быуат
Рәсем
Нигеҙләүсе Мириан III[d]
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Мцхета
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Самтавро монастыры Викимилектә

Был урында беренсе сиркәүҙе IV быуатта батша Мириан III төҙөгән. Вахушти Багратиони әйтеүе буйынса, «Мириан таш көмбәҙ менән күркәм сиркәү төҙөгән, унда үҙе лә ерләнгән». Самтавро сиркәүе батшабикә Наноның да кәшәнәһе була. Ҙур иғәнәләр арҡаһында ҡорам Грузияла иң бай ҡорамдарҙың береһе була.

Ғибәҙәтхана күп тапҡыр емерелә һәм тергеҙелә. XI быуаттың беренсе яртыһында Георгий Iбатшалығы осоронда, католикос-патриарх Мелхиседека I указы буйынса ҡорам киңәйтелә, көньяҡ ҡапҡа эшләйҙәр һәм үҙенсәлекле орнамент менән биҙәйҙәр. Шулай уҡ ҡорам интерьерын да биҙәйҙәр.

Тәре-көмбәҙле Самтавро-Преображенский сиркәүе, Изге Нинаның кесе сиркәүе, XV—XVII быуаттар манараһы, XVIII быуат цилиндрик башня-ҡәлғәһе, XV быуат иконостасы, XVII быуат фрескалары һаҡланған. Көньяҡ ҡапҡала Михаил-архангел сиркәүе, ҡорамдың төньяҡ яғында ике сиркәү бар. Көнсығышында — Изге Иоанн Креститель сиркәүе, көнбайышында Изге Иоанн Златоуст сиркәүе. Ҙур алтарҙың һул яғында ҡорбан салыу урыны, уңда Изге Мириан һәм Изге Нина сиркәүе тора.

Самтавро ҡорамында күп изге әйберҙәр: 1870 йылда батша Георгий XII үҙенең ейәндәренә иғәнә иткән мөғжизәле Божья Матерь Иверская иконаһы, мөғжизәле изге Нина иконаһы, изге батша Мириан һәм Нина ҡәберҙәре, изге Шио Мгвимский һәм Гавриил Самтаврийский мәйеттәре, Бодбенан изге Нина ҡәберенән таш киҫәге һәм башҡа ҡомартҡылар бар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә