Салған (Силәбе өлкәһе)

СалғанРәсәйҙең Силәбе өлкәһе Златоуст ҡала округы ҡасабаһы.

Салған
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Златоустовский городской округ[d][1]
Халыҡ һаны 35 кеше (2010)[2]
Почта индексы 456291
Карта

Исеме үҙгәртергә

Ҡасаба үҙ атамаһын 19 быуатта йәшәп килгән ғөрөф-ғәҙәттәргә ярашлы яҡында урынлашҡан ҡотоҡ буйынса алған, уның нигеҙендә боронғо төрки географик салгин (салҡын) термины ята, башҡортса — «һалҡын», «һыуыҡ» (боронғо ер үлсәме, иртәнге һалҡын сәғәттә үтелгән аралыҡҡҡа тиң — 18 км).

Тарихы үҙгәртергә

Салған ҡасабаһына 1890 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1892 йылда) Һамар-Златоуст тимер юлының Өфө — Златоуст һыҙығында разъедарҙың береһендә нигеҙ һалына[3]. Статистика мәғлүмәттәре буйынса 1917 йылда Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Һатҡы улусы составында була, 15 ихата иҫәпләнә; 1926 йылда — 8 ихата. 20 быуаттың 2-се яртыһында ҡасабаның көньяҡ өлөшөндә Көньяҡ Урал тимер юлының Златоуст бүлегендә ҙур булмаған йөк станцияһы урынлаша, 1990 йылдар аҙағында — уҙыу пункты. 1963 йылда тартыусы бәләкәй станция төҙөлә.

Географияһы үҙгәртергә

Салған ауылы биләмәләре буйлап Тундушка йылғаһы аға. Златоуст ҡалаһына тиклем алыҫлыҡ 40 км тәшкил итә. Округтың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Рельефы таулы, иң яҡын бейеклектәре — 447 м һәм 450 м. Ландшафты — ҡарағас, ҡарағай һәм япраҡлы урмандар ҡанашмаһы менән шыршы- пихта урмандарының зонаһы өлөшө. Көнсығышҡа табан Тундушка йылғаһы аға (Әй йылғаһының ҡушылдығы). Салғанды күрше тораҡ пункттар менән ауыл-ара юлдар бәйләй. Көньяҡ ситендә Көньяҡ Урал тимер юлы үтә (Златоуст — Һатҡы участкаһы).

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2010[5]
3535

Халҡы 35 кеше тәшкил итә (1917 йылда — 71, 1926 йылда — 40, 1956 йылда — 252, йылда 1970 — 76, йылда 1995 — 52).

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны 2010 йылда ҡасабала 35 кеше тәшкил итекән (20 ир-ат һәм 15 ҡатын-ҡыҙ).

Урамдары үҙгәртергә

Салған ҡасабаһы урамдар селтәре 4 урамдан тора[6].

Транспорты үҙгәртергә

Ҡасабала шул уҡ исемле туҡталыш станцияһы бар. Ул Танссеберҙең тарихи барышындағы Мәскәү йүнәлешендә Златоуст ҡала округының һуңғыһы булып тора. Киләһе туҡталыш станцияһы 1895 пункты Һатҡы районында урынлашҡан

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә