Сальвадор әҙәбиәте

Сальвадор авторҙары тарафынан ижад ителгән испан телендәге әҙәбиәт

Сальвадор әҙәбиәте (исп. Literatura de El Salvador) — Сальвадор авторҙары тарафынан ижад ителгән испан телендәге әҙәбиәт. XVI быуатта хәҙерге Сальвадор территорияһын испан колониялаштырыуы башланғас барлыҡҡа килә, әммә XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем донъяла билдәле булмай. Латин Америкаһы әҙәбиәте үҫешендә ҡатнашҡан Сальвадор мәҙәниәтенең мөһим өлөшө булып тора.

Сальвадорҙа баҫылып сыҡҡан тәүге китаптың титул бите — Хуан де Диос дель Сид. «Индиго етештереү буйынса пособие» (1641)

Колониаль осор

үҙгәртергә

Колониаль осорҙа Мехиколағы һәм Лималағы вице-короллектәрҙең һарайҙарында урындағы донъяуи әҙәбиәт традициялары күренә башлай. Ләкин хәҙерге Сальвадор территорияһында ундай мәҙәни үҙәктәр булмай. Халыҡтың испандарҙан һәм зыялы креолдарҙан торған өлөшө генә грамоталы була. Әҙәби үҫешкә осраҡлылыҡ хас була. Бындай үҫештең миҫалы итеп дон Хуан де Местансаның ижадын килтерергә мөмкин, сығышы менән ул Андалусиянан була һәм 1585—1589 йылдарҙа Сонсонате ҡалаһы башлығы вазифаһын башҡара.

Педро Эскаланте-Арсе менән Карлос Велис тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, колониаль осорҙа урындағы театр ныҡлы ғына үҫеш кисерә. Театрлаштырылған тамашалар байрамдарҙа төп күңел асыу сараһы була һәм дини йә кәмит төҫөндә үтә.

Дини әҙәбиәт

үҙгәртергә

Колониаль осорҙа дини әҙәбиәт үҫеше өсөн мөмкинлектәр ҙурыраҡ була. Сальвадорҙа иезуит Хуан-Антонио Ариас дини әҙәбит вәкиле булып таныла. Ул Санта-Ана ҡалаһында тыуып үҫә һәм бер нисә трактат, шул иҫәптән «Беренсе Илаһи Яҡтылыҡтың серле шәүләһе» һәм «Сабый Иисус» әҫәрҙәренең авторы булараҡ билдәлелек ала. Сальвадорҙан башҡа дини яҙыусылар иҫәбенә иезуит Бартоломе Каньяс, Сан-Сальвадорҙа тыуған францискан Диего Хосе Фуэнте, Сонсонате сығышлы монах Хуан Диас инә.

Донъяуи әҙәбиәт

үҙгәртергә

Колониаль осорҙа Сальвадор сығышлы автор яҙған иң әһәмиәтле әҫәр тип Хуан де Диос дель Сидтың «Индиго етештереү буйынса ҡулланма» иҫәпләнә. Ул — Сальвадор территорияһында нәшер ителгән беренсе китап. Баҫманың титул битенә «1641 йыл» тигән дата ҡуйылған, әммә, Сальвадор әҙәби тәнҡитсеһе Луис Гальегос-Вальдес фекеренсә, дата нәшерсе хатаһы булып тора, ә китап киләһе быуатта сыҡҡан. Ул осорҙоң тағы бер әһәмиәтле баҫмаһы — «Иреклелектәр декларацияһы», уны Экстремадурала сығышлы ерле конкистадор Педро де Альварадо яҙған. Унда автор Американы баҫып алыуға ҡарата үҙ ҡарашын яҙа.

Бойондороҡһоҙлоҡ осоро

үҙгәртергә

XVIII быуат аҙағы — XIX быуаттың беренсе яртыһы

үҙгәртергә

Мәғрифәтселек фекерҙәре таралыуы Үҙәк Америкала колониаль режим ҡолауына булышлыҡ итә. Урындағы университеттар бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш үҙәгенә әйләнә. Территорияларҙы колония булыуҙан туҡтатыу һәм ҡоллоҡто бөтөрөү өсөн сығыш яһаған билдәле ораторҙарҙың, мәҫәлән, руханиҙар Мануэль Агилар (1750—1819), Хосе Симеон Каньяс (1767—1838), Исидро Менендестың (1795—1858) вәғәздәре ҙур әһәмиәткә эйә була.

Был осорҙағы Сальвадор әҙәбиәтенә билдәһеҙ авторҙарҙың памфлеттары, шулай уҡ күренекле граждандарҙың данлы эштәрен маҡтаған поэтик һәм прозаик әҫәрҙәр хас. Улар араһында Франсиско Диастың (1812—1845) «Морасан фажиғәһе» (1894) һәм Мигель Альварес Кастроның (1795—1858) «Граждан Хосе Сесилио дель Вальеға» одаһы (1827) бар.

XIX быуаттың икенсе яртыһы

үҙгәртергә

XIX быуаттың икенсе яртыһында сальвадорҙарҙың үҙен ошо милләт вәкиле тип тойоуы һәм таныуы милли әҙәбиәт үҫешенә башланғыс һала. национальной литературы. 1841 йылда Сальвадор университетына нигеҙ һалына. 1870 йылда Сан-Сальвадорҙа Милли китапхана асыла. 1876 йылда Сальвадор тел академияһы барлыҡҡа килә. Сальвадорҙа белем биреүҙе үҫтереүгә колумбиялы Франсиско Антонио Гамбоа ҙур өлөш индерә.

Үҙаллылыҡ алған илдә мәҙәни ҡатламды хасил итеүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Был өлкәлә 1878 йылда нигеҙләнгән «Ла-Хувентуд» ғилми йәмғиәте төп ойошмаларҙың береһенә әүерелә. Ул осорҙоң мөһим әҙәби әҫәрҙәре ғилми характерҙа була. Табип һәм антрополог Давид Хоакин Гусмандың һәм тарихсы, географ Сантьяго Барберенаның хеҙмәттәре айырыуса киң билдәлелек ала.

Модернизм

үҙгәртергә

Урындағы әҙәбиәттә модернизмдың барлыҡҡа иклеүе уның «Ла-Хувентуд» журналы биттәрендә романтизм менән бәхәсенә барып тоташа, унда Испания сығышлы Сальвадор кешеһе Фернандо Веларденың поэзияһы тәнҡитләнә. Шуға ҡарамаҫтан, Сальвадор әҙәбиәтендә романтизм яҡлы һәләтле ижадсылар әҙ булмай, мәҫәлән, Хуан Хосе Каньяс (милли гимн авторы), Рафаэль Кабрера, Долорес Ариас, Антонио Гевара-Вальдес һәм Исаак Руис Араухо.

Уларға йәш модернизмсылар — ул саҡта Сан-Сальвадорҙа йәшәгән билдәле Никарагуа шағиры Рубен Дарио, Сальвадор шағиры Франсиско Гавидия —ҡаршы сыға. Улар икеһе лә «парнассылар» шиғриәте менән мауыға, уны испан теленә тәржемә итләр. Сальвадор әҙәбиәтендә көнбайыш традицияларының өҫтөнлөк итеүе яҡлы булған Франсиско Гавидия шул уҡ ваҡытта милли традицияларҙы белеү һәм һаҡлауҙың мөһимлеген дә билдәләй. Модернизм яҡлы Сальвадор авторҙары араһында йәнә Висенте Акоста, Хосе Хуан Берналь, Каликсто Веладо һәм Виктор Херес була.

XX быуат әҙәбиәте

үҙгәртергә

Костумбризм

үҙгәртергә

XX быуаттың тәүге тиҫтә йылдарында Сальвадор әҙәбиәтендә модернизм өҫтөнлөгө дауам итә. Шуның менән йәнәш башҡа ағымдар ҙа, мәҫәлән, костумбризм яйлап танылыу ала бара. Сальвадор әҙәбиәтендә уға Хосе Мария Перальта Лагос башланғыс һала. Был ағымдың башҡа авторҙары — Франсиско Эррера-Веладо һәм Альберто Ривас-Бонилья.

Көндәлек тормош-көнкүреш тураһындағы әҙәбиәттең популярлығы журналистика үҫешенең бер сәбәбе була. Ҡайһы бер яҙыусылар яҙыусылыҡ һәм журналислыҡ эшмәкәрлеген бергә алып бара. Әҙәбиәттә сәйәси эссе тигән жанр бик тарала. Альберто Масферрер был жанрҙың билдәле оҫтаһы була, уның эсселары, сәйәси йөкмәткеһенә ҡарамаҫтан, сағыу художестволылыҡҡа ла эйә.

Сальвадо әҙәбиәтендәге эстетик проблемалар көслө идеологик йоғонто баҫымына дусар була. Ул саҡтағы Сальвадорҙың иң танылған яҙыусыһы — Артуро Амброджи. Уның 1917 йылда сыҡҡан «Тропиктар китабы» уҡыусылар араһында ҙур уңыш ҡаҙана. Үҙенең ижадында яҙыусы тыуған Сальвадорының традицияларына һәм әҙәби тел менән урындағы диалект ҡушылмаһына таяна.

Диалект һөйләштәре костумбристар әҫәрҙәрендә йыш ҡулланыла, был уларҙа ерле колорит өҫтәй. Әммә диалеккты аҙ грамоталылыҡ билдәһе тип ҡараған уларҙан айырмалы, Артуро Амброджи әҫәрҙәренлә халыҡ һөйләшенең әҙәби мөмкинлектәре күрһәтелә һәм халыҡ мәҙниәтенә өҫтөнлөк биреү раҫлана. Диалект Альфредо Эспиноның лирик поэзияһында ла шиғри яңғыраш ала.

Антимодернизм

үҙгәртергә

Сальвадор йәмғиәтендә 1920-се йылдар аҙағы—1930-сы йылдар башындағы социаль һәм сәйәси тулҡынланыуҙар урындағы әҙәбиәткә лә йоғонто яһай. Әҙәбиәтселәрҙең бер өлөшө милли иҡтисадты үҫтереүгә, уның сит ил агенттарынан бойондороҡһоҙлоғона йүнәлтелгән реформалар өсөн хәрәкәт яҡлы була. Уларҙың кандидаты һайлауҙа еңһә лә, хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә ҡолатыла.

Сальвадор яҙыусылары көнбайыш модернизмына алмаш эҙләй. Модернистар хәҙерге буржуазияның рухи әшәкелеген һәм ҡомһоҙлоғон тәнҡитләй, ләкин был буржуазиянан матди булышлыҡ алған сәнғәтте тәнҡитләүгә бармайҙар. Яҙыусыларҙың яңы быуыны модернизм принциптарынан баш тарта. Альтернатива эҙләү сальвадор әҙәбиәтселәренең күбеһен азиатса мистицизм, ерле америка халыҡтарының мәҙәниәте, примитивизм менән мауығыуға килтерә. Теософия киң тарала, уның идеялары ҡайһы бер яҙыусыларҙың ижадына йоғонто яһай, улар араһында — Альберто Герра-Тригерос, Луис-Сальвадор Саласар-Арруэ, Клаудия Ларс, Серафин Квитеньо, Рауль Контрерас, Мигель Анхель Эспино, Кино Касо, Хуан Фелипе Торуньо, Лилиан Серпас. Был яҙыусыларҙың ижадына ысынбарлыҡтан алыҫлашыу, мистицизм һәм эстетизм менән ауығыу хас.

Уларҙың ҡайһы берҙәре телде һәм шиғриәт темаларын аңлауҙы тамырҙан үҙгәртеү өсөн сығыш яһай. Поэзияға ирекле шиғыр һәм һөйләш телмәрен индерәләр, ошо сәбәптән шиғырҙарын үҙҙәренә ҡаршы сығыусылар «вульгар поэзия» тип атай. Икенселәр, модернизмдан баш тартып, классик поэтик форманың лиризмына тоғро ҡала. Антимодернизм Сальвадор яҙыусыларының артабанғы быуынына, Педро Жоффруа Ривас, Освальдо Эскобар-Веладо һәм Роке Дальтон ижадына йоғонто яһай.

Популизм һәм антиавторитаризм

үҙгәртергә

1930-сы йылдар башында сальвадор әҙәбиәтендә Сальвадор Саласар-Арруэ әҫәрҙәре популярлыҡ яулай, был автор «тылсымлы реализм»дың элгәре булып тора һәм әҫәрҙәрен Саларруэ тигән псевдоним аҫтында баҫтыра. Уның әҫәрҙәрендә әҙәби тел менән халыҡ һөйләше тулыһынса берләшеп бөтә. Уның диалектҡа нигеҙләнеп яҙылған «Балсыҡ әкиәттәр»е (1933) сальвадорҙарҙың милли утопия рухындағы примитив тормошон һүрәтләй.

Был тоҡом яҙыусылары илдә 1931 йылда урынлашҡан хәрби диктатура менән тура бәйләнештә булмаһа ла, мәғрифәтсел идеалды инҡар иткән милли мәҙәниәт концепцияһы яңы тәртипте урынлаштырырға ярҙамлаша. Традицион крәҫтиән тормошон, уның тәбиғәт менән бәйләнешен идеаллаштырыу авторитаризм менән популизмдың берләшеүенә килтерә.

1940-сы йылдарҙа яҙыусыларҙың яңы төркөмө үҫеп сыға, улар иҫәбенә Педро Жоффруа Ривас, Уго Линдо, Хосе Мария Мендес, Матильде Элена Лопес, Хоакин Эрнандес, Хулио Фернандес Фаусто, Освальдо Эскобар-Веладо, Луис Гальегос-Вальдес, Антонио Гамеро, Рикардо Тригерос-де-Леон һәм Педро Квитено инә. Педро Жоффруа Ривас авангардизм яҡлы була һәм Сальвадорҙың төп халыҡтарының традицияларын һәм халыҡ телен ҡотҡарып ҡалыуҙа ҙур роль уйнай. Освальдо Эскобаро-Веладо поэзияһына экзистенциализм һәм социаль ғәҙелһеҙлекте фашлау хас. Хосе Мария Мендес һәм Уго Линдо үҙ ижадында «тылсымлы реализм» традицияларын дауам итә. Был быуын яҙыусыларының күп әҫәрҙәре диктатураны ҡолатҡан демократик хәрәкәткә ҙур этәргес бирә. Властар менән хеҙмәттәшлек иткән авторҙар ҙа була, улар — Рикардо Тригерос-де-Леон, Альфредо Бетанкур, Мерседес Дуранд.

Яңы хәрби диктатура ваҡытында илдә әҙәби эшмәкәрлек бөлә. Сальвадорҙа 1980 йылда башланған граждандар һуғышы барғанда яңы яҙыусылар үҫеп сыға. «Шибальбаның әҙәби түңәрәге» шулай барлыҡҡа килә. Уның ағзаларының күбеһе Сальвадор университетынан була. Төркөм Сальвадор әҙәбиәте тарихында иң билдәле төркөм була һәм граждандар һуғышынан иң ҙур зыян кисергәне лә ул була. Уның бер нисә ағзаһы үлтерелә йә әҫәрҙәре арҡаһында төрмәгә ябыла. Иҫән ҡалғандары әле яҙыусылыҡ һәм журналистик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Был быуын яҙыусылары иҫәбенә Амилькар Колочо, Мануэль Баррера, Отониэль Гевара, Луис Альваренья, Сильвия Элена Регаладо, Антонио Каскин, Дагоберто Сеговия, Хорхе Варгас-Мендеса, Альваро Дарио Лара, Эва Ортис, Аркимидес Крус, Эрнесто Дерас, Нора Мендес, Мигель Уэсо-Мишко, Рафаэль Менхивар-Очоя, Роберто Армихо инә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә