Салауат һыҙаһы (Нөркә)

Башҡортостандың Балтас районы Нөркә ауылы янындағы ҡалҡыулыҡ

Салауат һыҙаһыБашҡортостандың Балтас районындағы Нөркә ауылындағы Салауат Юлаев исеме менән бәйле төбәк[1]. Нөркә1774 йылдың 22 сентябрендә Салауат Юлаевтың хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алышы булған ауыл[2].

Салауат һыҙаһы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы менән бәйле ваҡиғалар

үҙгәртергә

Хәҙерге Балтас районы ауылдарына 1773—1774 йылдарҙа Салауат Юлаев ике тапҡыр килә. Тәүге килеүендә ул Е.Пугачёв ҡушыуы буйынса ғәскәр йыя. Был төбәктә Ҡара Табын улусы (хәҙерге Балтас районы ерҙәре лә унда инә)старшинаһы Ҡолой Балтас һәм Ирәкте улусы (хәҙерге Тәтешле районы ерҙәре лә инә) старшинаһы Шәрифулла Кейеков Екатерина II батшабикәгә тоғро ҡала. Уларҙың хөкүмәт ғәскәре менән бергә баш күтәреүселәр ҡулындағы Стәрлетамаҡты ҡамауҙа ҡатнашҡаны билдәле[3].

1774 йылдың сентябрендә бик ҡаты алыштарҙан һуң Салауат аҙ ҡалған ғәскәре менән хәҙерге Балтас районына ингән ерҙәргә килә, Нөркә ауылы янындағы ҡалҡыулыҡта ул лагерь ҡора. Ауыл халҡы Салауат ғәскәрен хөрмәт менән ҡаршы ала. Ауылдың аҡһаҡалы Муса ҡарт был эштәрҙә башлап йөрөй, Салауат менән улар ныҡ дуҫлашып китә. Тирә-яҡ ауыл кешеләре лә Салауатҡа ғәскәр бирә, уны аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк- яраҡ менән тәьмин итә. Нөркә ауылынан көнсығыштараҡ яҫы ҡалҡыулыҡта ир-егеттәрҙе Салауат үҙе ҡабул итә. Салауат ғәскәренә Муса ҡарт та ике улын ебәрә. Салауат ғәскәр ҡабул иткән ҡалҡыулыҡ моронон әле лә «Приём тауы» тип йөрөтәләр. Ҡалҡыулыҡ янында һаҙламыҡ урындар, сороҡ-саҡыр күп булған. Салауат ғәскәре ошо һаҙмат урын аша тупраҡтан күпер һалған. Был күперҙең эҙе әле лә күренеп ята— хәҙер уны Салауат һыҙаһы тип йөрөтәләр («һыҙа»- рус. косогор; Арғы Салауат Һыҙаһы, Бирге Салауат Һыҙаһы).

 
Пугачёв ихтилалы.Белгород музейындағы картина

Нөркәнән 15—18 саҡрым ерҙә хөкүмәт ғәскәре (етәксеһе-полковник Иван Карпович Рылеев) лагерь ҡорған[4]. Полковник Рылеев ғәскәре лагерь ҡорған ерҙе хәҙер «Торлағыр», тиҙәр. Йәғни «торған лагерь» урыны тигән һүҙ. Шул тирәнән, Нөркә тауы янында оҙаҡ йылдар төрлө уҡ башаҡтары, һуғыш ҡоралдары табыла, уларҙың ҡайһы берҙәре һуңыраҡ асылған Нөркә музейында һаҡлана.

Салауат ғәскәре менән хөкүмәт ғәскәре араһында ара-тирә атыштар булып торған, ләкин иң ауыр һәм оҙаҡ алыш 1774 йылдың 22 сентябрендә була. Тарихсы-ғалим И. М. Гвоздикова пушкалар һәм мылтыҡтар менән ҡоралланған Рылеев ғәскәре баш күтәргәндәрҙең һөжүмен бер нисә тапҡыр кире ҡаға, Салауат Юлаев ғәскәре 400 кешеһен юғалтып, сигенергә мәжбүр була тип яҙа. Салауат Йәлдәк ҡәлғәһенә табан сигенә.

Уҡ-йәйәләре былай ғына булмаған уларҙың, йыуан ғына ҡарама йә муйылдан эшләнгән йәйә ҙур бағанаға беркетелгән, кереше ат эсәгенән яһалған булған. Бындай йәйәнең керешен ат менән тарттырып сирттереп ебәргәндәр, ти. Уғы ла уның үҙе оҙон, үҙе йыуан, етмәһә, ҡанатлы булған. Башағы ла ҙур булған[5].

Ерле халыҡ Салауаттың һөйгән йәре Гөлбәзир ҙә был тарафтарҙан булған тип иҫәпләй. Уны Ҡолой Балтасевтың ҡыҙы Гөлфариза тип иҫәпләүселәр ҙә бар. Нөркә ауылындағы «Гөлбәзир» ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбленең исеме лә ошо тарихҡа бәйле ҡушылған. Нөркә янында Гөлбәзир тауы исемле тау ҙа бар.

2006 йылда Нөркә ауылы янындағы 1774 йылда яу булған аҡланда «Салауат йыйыны» республика байрамы үтте. Был урында иҫтәлекле билдә- таҡтаташ асыла.

Нөркә музейы

үҙгәртергә

Нөркә ауылы тарихын архивтарҙа тарихсы- ғалим Әбүбәкер Нурийән улы Усманов, педагог Х. Ф. Мостафин ентекле өйрәнә. Ул саҡтағы Нөркә урта мәктәбе директоры Х. Ф. Мостафин, Нөркә ауыл клубы директоры Ҡәҙим Вәлиев һәм тарихсы Ә.Н.Усманов башланғысы менән 1978 йылда ауылда Салауат Юлаев музейы булдырыла.

Музейҙа «Салауатты ҡулға алыу һәм унан һорау алыу» стенды бар. Оҙайлы тикшереүҙән һуң (Ҡолой Балтас берҙән-бер шаһит булараҡ үҙ теләге менән Мәскәүгә барып етә) Салауат 175 ҡамсыға, танауын өҙөүгә һәм мәңгелеккә һөргөнгә хөкүм ителә. Уны атаһы Юлай Аҙналин менән бергә яу урындары буйлап йөрөтөп язалайҙар. Нөркәлә Салауат 25 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырыла, Йәлдәк ҡәлғәһендә уның яңығына һәм маңлайына ҡыҙған тимер менән «З» «Б» «И» (злодей, бунтовщик, изменник) тигән билдә ҡуялар, танауын өҙөп алалар.

Нөркәнән алыҫлығы

үҙгәртергә

• Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 14 км

• Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 84 км

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Балтас районы

Нөркә (Балтас районы)

Салауат Юлаев

Усманов Әбүбәкер Нурийән улы

  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: Исследование документальных источников. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — С. 208.
  • Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е. И. Пугачева. — Уфа: Китап Пресс, 1999. — 512 с. — 4000 экз. — ISBN 5-295-01952-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Башкирские предания и легенды

Имяново. А. Н. Усманов(недоступная ссылка)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә