Салауат Юлаев музейы (Эстония)
Эстониялағы Салауат Юлаев музейы — Эстонияның Палдиски ҡалаһында башҡорт милли батыры Салауат Юлаев музейы. Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылғас, Салауат Юлаев атаһы Юлай Аҙналин менән бергә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик портына (хәҙерге Палдиски ҡалаһы) ғүмерлеккә һөргөнгә ебәрелә. Бында ул 25 йыл дауамында вафатына тиклем тотҡонда була.
Музей ҡала китапханаһының бер бүлмәһендә урынлашҡан, һәйбәт йыһызландарылған. Музейға килеүселәрҙе ныҡлап ҡыҙыҡһындырырлыҡ Салауат Юлаевҡа арналған сағыштырмаса бай экспонаттар ҡуйылған. Бында яугир һәм импровизатор Салауаттың шиғырҙары һәм йырҙары тупланған йыйынтыҡтар, шулай уҡ халыҡ батыры тураһында төрлө йылдарҙа һәм нәшриәттәрҙә донъя күргән әҙәбиәт һәм гәзит-журналдар материалдары менән танышырға мөмкин.
Музейҙа шулай уҡ башҡорт халҡының тарихын, милләттәштәребеҙҙең XVII—XVIII быуаттағы көнкүрешен сағылдарған экспонаттар урынлаштырылған. Улар араһында башҡорттарҙың милли кейеме, улар ҡулланған һауыт-һаба, биҙәнеү һәм йорт-хужалыҡ әйберҙәре бар.
Палдиски ҡалаһының бер урамына Салауат Юлаев исеме бирелгән, бында башҡорт халҡының милли батырына һәйкәл ҡуйылған. Урындағы халыҡ Салауат Юлаевҡа һәм уның тураһындағы иҫтәлектәргә оло ихтирам менән ҡарай.
Музей менән бәйле һуңғы ваҡиғалар
үҙгәртергә- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Эльмира Сабирова) хәбәр итеүенсә, Палдискиҙа башҡорт делегацияһы ҡала хакимиәте етәкселеге менән Салауат Юлаев музейының экспозицияһын яңыртыу мәсьәләһен тикшерә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Сабирова Э. Палдискиҙа башҡорт делегацияһы ҡала хакимиәте етәкселеге менән Салауат Юлаев музейының экспозицияһын яңыртыу мәсьәләһен тикшерә»date=2015-12-10 . «Башинформ». Дата обращения: 10 декабрь 2015.
- В эстонском городе Палдиски восстановят музей башкирского национального героя Салавата Юлаева 2013 йыл 17 май архивланған.
- На туристической карте Эстонии появился музей Салавата Юлаева
- Marko Püüa: Bashkiiri rahvuskangelase samovar linnas luku taga(недоступная ссылка). Postimees, 29. jaanuar 1999 (эстонса)
- Eesti uudiseid: Bashkiirlased tahavad taastada Salavat Julajevi ausamba Paldiskis(недоступная ссылка). Eesti Päevaleht, 12. august 1997 (эстонса)