Салауат Юлаев һәйкәле (Өфө)

Өфөләге һәйкәл
(Салауат Юлаев, һәйкәл битенән йүнәлтелде)

Салауат Юлаев һәйкәле (Өфө) — башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа Өфөлә ҡуйылған һәйкәл 1967. Европалағы иң ҙур һыбайлы һәйкәле.

Һәйкәл
Салауат Юлаев
Ил Башҡортостан
Ҡала Өфө

Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға ҡуйыла. Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшеүсе һыбайлы һәйкәле юҡ. Ҡуйылған урыны ла бик уңышлы һайланған. Скульптор — Сосланбәк Тавасиев, Архитектор — Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы.

Өс йылдан һуң уның авторы Сосланбәк Тавасиев СССР Дәүләт премияһына, аҙ ғына һуңыраҡ Художество академияһының Алтын миҙалына лайыҡ була.

Был скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы — 40 тонна.

Салауат Юлаев һәйкәле — башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы, шулай уҡ һәйкәлдең һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора.

2017 йылдың 17 ноябрендә һәйкәлдең асылыуына 50 йыл тулыу «Мәңге беҙҙең йөрәктә — Башҡорт улы Салауат!» исемле сара менән тантаналы шарттарҙа билдәләнде[1].

Салауат Юлаев һәйкәле янында батыр исемендәге майҙан бар. Майҙандың уң яғында, телеүҙәккә ҡаршы яҡта шағир Шәйехзада Бабичҡа 2019 йылда һәйкәл асылған.

  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 78-79 с. ISBN 5-295-02294-3.

Памятник Салавату Юлаеву. Гафури улица, Салавата имени площадь

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Һәйкәл_эргәһендә_таҡтаташ